6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Рафаил Ғәзиз улына иң шәп бүләк - еңеү
03.08.05


       ... БР Президенты Кубогына уйындарҙың икенсе көнө тағы ла
       ҡыҙыуыраҡ булды. Ҡайһы ваҡыт хатта улар сезон алды турниры түгел, ә плей - офф уйындарын хәтерләтеп ҡуйҙы.
       Ғәҙел судья табылды
       Матчтың тәүге көнөндә осрашҡан командалар көслө булды. Тольятти ҡалаһынан килгән "Лада" командаһының һәр ваҡыт оборонала ҡаты итеп уйнай белеүе сер түгел, ә Өфө турнирында
       стартта еңелгәндән һуң бирешеү уларға бөтөнләй килешмәй, әлбиттә. Магнитогорск "Металлургы" үткән сезонда тупаҫ һәм "бысраҡ" уйын артынан ҡыуманы, мәрәйҙәрҙе көслө комбинация һ өжүмдәре ярҙамында йыйҙы. Тик хәҙер көньяҡ Урал командаһының "мейеһе" Дэйв Кинг булыуын оноторға ярамай - ю ҡҡа ғына ул хатта күнекмәләрҙә лә көс ҡулланыу алымдарын
       индермәне бит. Беренсе периодта уҡ командалар етерлек штраф ваҡыты эләктерҙе. Арбитр Киселев иң ғәҙел рефериҙар системаһында эшләне һәм һәр "бысраҡлыҡ" өсөн уйынсыларҙы штр аф эскәмйәһенә ултыртты - браво!
       Ә уйынсылар үҙҙәрен еңеүҙән былайыраҡ һуғышырға килгән
       кеүек тотто. Икенсе периодта дөмбәҫләшеүҙәргә тиклем барып етте, "һуғыштарҙа", әйткәндәй, үткән сезонда "Салауат Юлаев" өсөн уйнаған "ладовецтар" ҡатнашты. Хәйер, тәртип буйынса һөйләйек әле.
       23 - сө минутта иҫәп "Металлург" файҙаһына 1 : 0 булды, б ыл команда күпселектә булыуын файҙаланды. Владимир Маленьких ыр ғытҡан шайбаны "Мталлург" лидеры Алексей Кайгородов
       ҡапҡаның өҫкө мөйөшөнә тап килтерҙе. Магнитогорск
       командаһы иҫәпте 2 : 0 дә яһай ала ине. Евгений Малкин Тольятти ҡапҡасыһына ҡаршы сыҡты, әммә Владимир Куликов
       йәш, талантлы форвардҡа өмөт ҡалдырманы. Бына ошонан һуң иң ҡыҙығы башланды ла инде.
       Башта үҙенең ҡиәфәте менән үк тафгайҙарҙы ҡурҡытыусы Яханов "Металлургтың" Платоновы менән эләгешеп алды. Был "һуғышты" судьялар тиҙ арала туҡтатты һәм икеһен дә матч аҙағына тиклем уйындан сығарҙы. Артабан "ладалы" Станислав Жмакин менән "металлург" Александр Бойков көс һынашыуға тотоноп китте. "Автозавод" "яугиры" һөйләй:
       - Бойков беҙҙең Семинды этеп ебәргәс, мин уны яҡлап ынтылдым. Бойков, әлбиттә, түҙмәне һәм миңә сәкән менән тондорҙо. Шулай башланып та китте.
       Ситтән ҡарағанда был персонаждарҙың ҡыланышы түбәндәгесә булды. Башта Жмакин оппонентының башына хоккей свитерын кейҙерҙе, Бойков иһә яуап итеп Тольятти егетен свитерһыҙ ҡалдырҙы. Судьялар был ваҡытта улар янына яҡын барырға баҙнат итмәне. Бары тик Жмакин Бойковты йығып өҫтөнә менеп ултырғас ҡына арбитрҙар һуғыш суҡмарҙарын ике яҡҡа айырҙы һәм икеһен дә шулай уҡ матч аҙағына тиклем уйындан сығарҙы.
       Икенсе һуғыштан һуң Евгений Малкин тағы ла "Ладаның" ҡапҡ а һаҡсыһы Владимир Куликовтың ныҡлығын тикшереп ҡараны, тик бушҡа ғына.
       Өсөнсө периодта уйындан сығарыуҙар дауам итте. Уйынсылар
       хатта судьяға ла ҡырын ҡарай башланы, йәнәһе, ҡамасаулап йөрөмә! Уйын аҙағында "Лада" күпселектә иҫәпте тигеҙләне -
       1 : 1. Буллиттар серияһында "ладовец" Александр Семин ғын а шайбаны индереүгә өлгәште.
       Уйындан һуң "Металлург" командаһының тренеры Дэйв Кинг барыһын да аптырашта ҡалдырҙы. Ни өсөн тигәндә ул үҙ командаһының уйыны менән ҡәнәғәт булыуын белдерҙе:
       - Бөгөн уйындан сығарыуҙар күп, уйын ҡатмарлы булды, тик
       миңә тәрбиәләнеүселәрем оҡшаны. Кисә насарыраҡ уйнанылар, ә ммә һөҙөмтәлә - еңеү. "Ладаға" ҡаршы матчта иҫәп тигеҙ булһа
       ла егеттәрҙең уйыны миңә оҡшаны. Үткәрелгән шайбала Тревис Скоттың ғәйебе юҡ тип һанайым һәм уның уйнауы менән ҡәнәғәтлегемде белдерәм - бөгөн ул беҙҙе бер нисә тапҡыр
       ҡотҡарҙы.
       Галстукһыҙ Ишмәтов
       Көндөң икенсе осрашыуында "Салауат Юлаев" "Аҡ Барсҡа"
       ҡаршы уйнаны. Өфө оборонаһын быға тиклем ауырыу сәбәпле уйындарҙа ҡатнашмаған Владимир Логиновтың ҡайтыуы көсәйтте. Дөйөм алғанда, был юлы хужалар оборонаны ныҡлы "дүрт" билдәһенә тапшырҙы. Өфөлөләр, беренсе матчтағы кеүек үк, күп
       йүгерҙе, күп һөжүм итте һәм күп шайба ырғытты. Мезиндың ҡапҡаһы эргәһендә хәүефле мәлдәр аҙыраҡ булды, матч буйына " барстар" "юлаевсылар" ҡапҡаһына 10 ырғытыу эшләне, үҙҙәре
       41- ҙе ҡабул итте.
       Арбитр "Салауат Юлаев" уйынсыларына ҡарата йомшағыраҡ булды. Ҡазанлылар 22 минут, өфөлөләр 12 минут штраф алды. Әммә "Аҡ Барстың" тренеры быға бер ниндәй ҙә дәғүә белдермәне. Хужаларға бер тапҡыр өсәүләп биш кешегә ҡаршы ла уйнарға тура килде, ә ҡунаҡтар иһә бындай хәлгә төшмәне.
       Матчтың икенсе көнөнә Рафаил Ишмәтовтың тыуған көнө ине. "Аҡ Барс" менән осрашыуға өфөлөләрҙең тренеры галстукһыҙ килгән. Хәйер, тәрбиәләнеүселәре еңгәндә уға галстук нимәгә. Беренсе булып Рәсәй йыйылма командаһы голкиперы Александр Ер еменконың ҡапҡаһына шайбаны Владимир Логинов индерҙе. Икенсе гол йәш Дмитрий Зюзиндыҡы.
       Ҡазанлылар матч аҙағына алтаулап уйнауҙарына ҡарамаҫтан,
       Мезиндың ҡапҡаһын ала алманы. Буллиттар буйынса еңеүгә "Аҡ Барс" өлгәште. Уларҙың составында Тертышный, Лисин һәм Морозов, өфөлөләрҙә Малешко һәм Сидякин үҙен күрһәтте. Ишмәтов ҡәнәғәтлеген йәшермәне.
       - Ҡазанға ҡаршы матчтар ҙур әһәмиәткә эйә. Йәш хоккейсыларҙың үҙ көсөнә ышана башлауына шатмын.

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал