6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Төп сифаттары - тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш
03.08.05


       Геолог һөнәре ер шарында иң боронғоларҙың береһеле р, моғайын. Ул тәүтормош кешеһенең ерҙән таш күтәреп, сүкеш эшләр өсөн уны таяҡҡа бәйләргә башы еткән мәлдән барлыҡҡа килә.
       Тағы ла геолог - тәбиғәте буйынса эколог. Ул тәбиғәткә бе р
       ҡасан да зыян килтермәйәсәк, ә бар тереклеккә һаҡсыл ҡараш - уның профессиональ сифаттарының береһе.
       Геолог профессияһы - табиплыҡҡа ла яҡын. Әйтегеҙ әле, бығ а
       тиклем өс йыл ғүмерен баҙарҙа һатыу иткән хирургҡа үҙ ғүмерегеҙҙе ышанып тапшырыр ингеҙме Геолог та шулай: оҙаҡ
       ваҡыт үҙ һөнәре буйынса эшләмәһә, квалификацияһын да, тәжрибәһен дә юғалта.
       - Барыһы ла нәҡ шулай, шуға күрә беҙҙең төп бурыс - геологтарҙың уҡыу һәм эштәренең даимилығын тәьмин итеү, - тип һөйләй "Башинформ" агентлығында үткән матбуғат конференцияһында Рәсәй геология йәмғиәтенең вице - президенты (Мәскәү) Евгений Фәррәхов. - Әлеге ваҡытта геологияның абруйы бер аҙ төштө, ҡасандыр Советтар Союзында йәштәрҙе йәлеп иткән романтик рух та кәмене. География факультетына бер урынға 0, 9 кеше булған ваҡыттарҙы ла хәтерләйем мин. Йәғни студенттарҙы урамдан алалар ине. Һин килеп ғариза ғына яҙ, мотлаҡ уҡыясаҡһың. Хәҙер был хәл рәтләнде ( быйыл бер урынға алты кеше дәғүә итә), тик беҙҙе элеккесә борсоғаны - сығарылыусыларҙың үҙ һөнәре буйынса урынлашыу процентының түбән булыуы. Хәл көрсөккә терәлде тип әйтергә була: геологияла эшләүселәрҙең уртаса йәше - 50
       йәштән ашыу. Руда белгестәренә алмаштың килмәүе аяныслы,
       әлбиттә, шуға күрә беҙ геологияның абруйын күтәреү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләйбеҙ. Оҙаҡ йылдар эшләү дәүерендә был йәһәттән йәштәргә йоғонто яһарға мөмкин булған
       иң яҡшы ысул - балалар өсөн геологик хәрәкәт сиктәрендә үтк ән геослеттар булыуы асыҡланды, - тип билдәләй Евгений Гатов ич. - 45 йыл дауамында йәш геологтар хәрәкәте бер нисә быуын малайҙар һәм ҡыҙҙарға тыуған тәбиғәткә һөйөү уятыуға өлгәште .
       "Башинформ" агентылығының бөгөнгө ҡунаҡтары әйтеүенсә, бишенсе Бөтә Рәсәй йәш геологтар слеты тағы бер билдәле датаға - Башҡортостандың Рәсәй составына инеүенә 450 йыл тулыуына - арнала.
       Республикала геологик слет тәүге тапҡыр ғына үтмәй. Дөйөм
       алғанда, Башҡортостанда төбәк кимәлендә 19 слет уҙған, һәр саҡ унда 35 - 40 - лап команда ҡатнаша. Уларҙың араһында Башҡортостандан - Октябрьский, Салауат, Белорет ҡалалары һәм
       Бүребай ҡасабаһынан дүрт команда бар. Сарала ҡатнашыусыларҙың йәше 12 - нән 16 йәшкә тиклем, ҡайһы ваҡыт 17 йәшлектәр ҙә килә. Слетты ойоштороусылар - Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса федераль агентлыҡ һәм Рәсәй г еология йәмғиәте.
       Бындай слеттар ике - өс йылға бер тапҡыр уҙа, был "кадрҙа рҙы нығытыу" өсөн дә әһәмиәтле: һигеҙенсе синыф уҡыусылары икенсе тапҡыр инде вузға инергә әҙерләнеүсе абитуриент сифатында килә. Сарала ҡатнашыусы йөҙ баланың егерме - утыҙы геология факультетын һайлай. Бынан тыш сараны ойоштороусылар слеттарҙа еңеүселәр Рәсәй вуздарына проблемаһыҙ инә алһын өсөн барыһын да эшләй.
       Ни өсөн бөтә Рәсәй йәш геологтар слетын үткәреү урыны ите п Башҡортостан һайланыуы тураһында һорауҙар тыуғаны ла юҡ.
       - Башҡортостан борондан үҙенең тәбиғи ресурстары менән билдәле, ә халҡы элек - электән руда белгестәре булып танылғ ан., файҙалы ҡаҙылмаларҙы ябайынан айыра белгән. Беҙҙең бай төбәгебеҙҙе - уның минераль - сеймал базаһын, тупрағын, күлдәрен үҙләштерергә, өйрәнергә кәрәк, был тыуған тәбиғәтте
       баһаларға һәм уға ҡарата һаҡсыл ҡарашта булырға ярҙам итәсә к, - тип аңлата Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса БР
       территориаль агентлығы етәксеһе Рәсих Хәмитов. - Слеттың рәсми эмблемаһы - рюкзак аҫҡан, ҡулына компас һәм сүкеш тотоп бейек түбәләрҙе буйһондороусы һәм тау тоҡомдарын тикшереүсе һөйкөмлө башҡорт егете.
       - Слеттарҙа мине балаларҙың күҙҙәре хайран ҡалдыра - улар
       шатлыҡ һәм үҙ көстәренә ышаныс менән мөлдөрәмә тулы, - тип үҙ тәьҫораттары менән уртаҡлаша слеттың судьяһы Александр
       Вашурин. - Уларҙың күңеле таҙа булыуы, матурлыҡ, изгелек, ғәҙеллек төшөнсәләрен аңлауҙары күҙгә ташлана. Беҙҙең балаларҙы урам түгел, ә тәбиғәт тәрбиәләй, беҙ уларға бары т ик тормоштарында үҙ урындарын табырға ярҙам итәбеҙ.
       Слеттарҙа беҙ команда һәм шәхси ярыштар ойошторабыҙ, ә был бурыс еңелдәрҙән түгел, тупраҡта йөҙләгән тоҡом һәм меңләгән минерал булыуын оноторға ярамай. Һүрәт, фото
       күргәҙмәләре, геологик отчет конкурстары ойошторабыҙ. Тик беҙ балаларҙы геологик слетҡа бик етди ҡарарға саҡырабыҙ, ун ы Олимпия уйындары менән сағыштырып була, иң мөһиме - ҡатнашыу. Еңеү ҙә мөһим, әлбиттә, шулай ҙа беҙҙә еңелеүселәр
       булмауын оноторға ярамай. Слетта ҡатнашыусы бер кем дә бүләкһеҙ ҡалмай. Ә республика ҡунаҡтары өсөн Өфө буйлап экскурсиялар, теплоходта йөрөүҙәр ойошторола.
       - Геология - һөнәр генә түгел, йәшәү стиле лә, - тип һүҙг ә
       ҡушыла Рәсәй геологтар йәмғиәтенең вице - президенты
       Евгений Фәррәхов. - Был ғәжәйеп донъяға сумған кешеләр башҡа һөнәр һайлаған хәлдә лә күңелдәре менән геолог булып
       ҡаласаҡ. Слеттарҙың маҡсаты - үҙҙәрен геолог итеп тойған һә м ғүмерҙәрен ошо һөнәргә бағышларға теләүселәрҙе һайлап алыу.
       Әлеге ваҡытта беҙ Украина, Молдавия, Белоруссия менән һөйләшеүҙәр алып барабыҙ,тиҙҙән улар ҙа беҙҙең сараларҙа
       ҡатнаша башлар, моғайын. Карталағы сиктәрҙе кешеләр үҙҙәре һыҙған бит, ә тәбиғәт өсөн улар барыһы ла бер, барыһы ла Ер
       балалары.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал