6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Яҙмышы Башҡортостанға бәйле
03.08.05


       Билдәле рус шағиры һәм революционер Михаил Ларионович М ихайловтың яҙмышы ( 1829 йылдың 4 ғинуарында тыуған - 1865 й ылдың 2 авгусында вафат булған) Башҡортостан менән тығыҙ
       бәйле. Ҡартатаһы Михаил Максимович помещик Аксаковтарҙың кр епостнойы була һәм "Ғаилә хроникаһында" Михайлушка исеме аҫт ында бирелә. С. Т. Аксаков Михаил Максимовичты бик аҡыллы һә м эшлекле кеше тип атай.
       Атаһы Ларион Михайлович, "иреккә" ебәрелгәндән һуң, губерна идараһында копиист булып эшләй Тәбиғәт биргән таланты, ныҡышмаллығы һәм эшһөйәрлеге уға дворян дәрәжәһенә күтәрелергә мөмкинселек бирә.
       1825 йылда Л. М. Михайлов Өфөгә хеҙмәткә тәғәйенләнә, губернала казначей вазифаһын башҡара. Бында ул кенәз ҡыҙы Ольга Васильевна Ураковаға өйләнә. Тиҙҙән беренсе улдары Миша донъяға килә. 1835 йылдың башында Михайловтар ғаиләһе, Л. М. Михайловтың Илецк тоҙ идараһына эшкә тәғәйенләнеүе
       сәбәпле, Илецк ҡалаһына күсә.
       Михаил Ларионович төплө белем ала, сит телдәрҙе өйрәнә, уның әҙәбиәтсе таланты иртә асыла.
       Атаһының үлеменән һуң, 1845 йылдың 4 майында, Михаил Михайлов тағы ла Өфөгә килә һәм туғандарында урынлаша. Тиҙҙән ул Өфө гимназияһына уҡырға инә. Ошо йылда баш ҡаланың "Иллюстрация" журналында тәүге мәҡәләләре баҫыла. Өфөлә егет оҙаҡ тормай, ул ваҡытта әйтеүҙәренсә, белем һәм э ш эҙләп, Петербургҡа йүнәлә һәм Петербург университетына уҡырға инә.
       Тәүге лекция ваҡытында Михайловтың эргәһендә иҫке генә сюртук кейгән аҡһыл сәсле егет килеп ултыра. Был студенттың фамилияһы Чернышевский була.
       "Михайлов миңә бик оҡшай, - тип яҙа ул атаһына, - үтә баш лы егет". "Беҙ тиҙ арала дуҫтар булып киттек. Яҡыныраҡ аралашҡа н һайын мин уны нығыраҡ яраттым..."
       Добролюбов, Герцен, Некрасов, Шелгунов, Огарев та Михайловҡа һоҡланып ҡарайҙар.
       Ижадының беренсе йылдарында уҡ М. Л. Михайлов юҡҡа ғына я ҙыусы - демократ булараҡ сығыш яһамаған бит. Уның шағир, революционер булып өлгөрөп етеүе илленсе йылдар аҙағына, алтмышынсы йылдар башына тура килә. "Современник",
       "Отечественные записки", "Русское слово" баҫмаларында шиғырҙары һәм тәржемәләре, хикәйә һәм повестары, публицистик мәҡәләләре һәм тәнҡит күҙәтеүҙәре менән сығыш
       яһай.
       Уның күп кенә шиғырҙары революция йырҙарына әүерелә,
       ҡулдан ҡулға күсереп яҙылып, бөтә ил буйлап тарала.
       М. Л. Михайлов әлегә тиклем Гейне, Беранже, Бернс әҫәрҙәр ен иң яҡшы тәржемә итеүселәрҙең береһе булып иҫәпләнә.
       Михаил Ларионович Башҡортостан да ингән Ырымбур крайы менән бәйләнешен өҙмәй. Ул 1855 - 1857 йылдарҙа әҙәбиәт - этнография экспедицияһының эшендә ҡатнаша. "Хәҙер мин Өфөлә, - тип яҙа ул үҙенең дуҫына 1856 йылдың 5 апрелендә, - һәм бында яҙға тиклем буласаҡмын. Артабан Ағиҙел, Урал буйла п китәм..."
       Өфөлә М. Л. Михайлов 1856 йылдың ҡышын һәм көҙөн була.
       Экспедиция ваҡытында яҙыусы "Башҡортостан очерктарына" материалдар әҙерләй, башҡорттарҙың музыкаль ижадын,
       башҡорт халыҡ шиғриәте ҡомартҡыларын өйрәнә.
       "Ырымбур крайының был ҙур өлөшөндә йәшәүселәрҙең тормош - көнкүреше менән яҡындан танышыу өсөн, - тип яҙа ул , - мин махсус рәүештә уларҙың телен өйрәндем, был миңә башҡорт халыҡ шиғриәтенең күп ҡомартҡыларын: әкиәттәрен, легендаларын, йырҙарын йыйырға, башҡорттарҙың ғөрөф - ғәҙәттәрен өйрәнергә мөмкинселек бирҙе".
       "Башҡортостан очерктарына" материалдар йыйыла, тәртипкә
       килтерелә, әммә һуңынан эҙһеҙ юғала, "цензураға эләгеп ҡала ".

Ю. Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал