6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Ял да итәләр, сәләмәтлектәрен дә нығыталар
03.08.05


       Йәйҙең ике айы, тимәк балаларҙың, үҫмер һәм йәштәрҙ ең лагерҙарҙа ял итеүенә лә ике айҙан ашыу ваҡыт үтеп китте. "Йәйғор" лагеры төрлө профилле лагерҙар (лингвистик, этнографик, фольклор һ. б.) иҫәбенә инә бында балаларҙың психологик адаптацияһы өҫтөндә эш алып барыла. "Йәйғорҙа",
       беренсе сиратта, күп балалы, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүселәр, етем балалар ял итә. Шәхес үҫеше өҫтөндә эшләүҙән тыш, тәрбиәселәр наркотиктар ҡулланыуҙы иҫкәртеү йәһәтенән дә күп эш башҡара.
       Ғәҙәти һауыҡтырыу процедураларынан тыш малайҙар һәм ҡыҙҙар психологик диагностика үтә. Улар өсөн уҡыу - күнекмә
       походтары, социаль тренингтар ойошторола.
       Сихәтләнеү һәм ял итеү өсөн бынан да уңайлы урынды күҙ алдына ла килтереп булмай. "Йәйғор" психология - адаптация лагеры Нөгөш һыу һаҡлағысы эргәһендә урынлашҡан. Июль
       айында бында Салауат, Ишембай, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан
       килгән 40 бала ял итте.
       Берҙәм йәшәргә, аралашыу һәм аңлашыу сәнғәтен өйрәнергә, усаҡ өҫтөндә аш бешерергә, туризм серҙәренә төшөнөргә уларға
       өлкәндәр генә түгел, йәштәштәре - Салауат индустриаль
       техникумының өлкән курс студенттары ла ярҙам итә.
       Мәктәп уҡыусыһы Павел Чугуновҡа лагерҙа барыһы ла бик оҡшаған. "Башҡортостан" карабында сәйәхәт, усаҡ янында бард йырҙары кисәһе, шарлауыҡҡа барыу, Нептун көнө, еләк һәм дарыу үләндәре йыйыу - береһе лә оноторлоҡ түгел!" - тип
       тәьҫораттары менән уртаҡлаша ул.

Гөлназ Шәрәфлисламова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал