6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

БР Президенты Кубогына ярыштар ҡыҙа
02.08.05


       Өфөлә йола буйынса Башҡортостан Президенты Кубогына хоккей б уйынса сезон алды турниры башланды. Ҡаты көрәш менән
       оҙатылып барған тәүге матчтар бер үк иҫәп - 3 : 1 иҫәбе ме нән тамамланды. Тольяттинан килгән "Лада" командаһы "Аҡ Барсҡа" биреште, ә "Салауат Юлаев" "Магниткаға" ҡаршы тора алманы.
       "Автозавод" һәм "барстар" осрашыуында башта өҫтөнлөк "Лада" яғында булды. Тольятти командаһы был сезон араһында
       контроль матчтарын күберәк үткәрҙе, шуға күрәлер ҙә ышаныслыраҡ хәрәкәт итте. Тик Петр Воробьевтың тәрбиәләнеүселәренә үҙҙәрен был юлы иң көслөһө итеп күрһәтергә тура килмәне, һәм "Аҡ Барс" аҡрынлап уйынды тигеҙләүгә өлгәште.
       Икенсе период башында "Лада" уйынсыһы Воробьев һәм ҡаҙанлы Климентьев араһында бәхәс тыуҙы. Тольятти егете бирсәткәләрен ырғытты, уның оппоненты ла шундай уҡ яуап ҡайтарҙы. Судьялар һуғыш суҡмарҙарын айырып алды һәм тамашасыларҙы ҡыҙыҡлы "тамашаһыҙ" ҡалдырҙы.
       Осрашыуҙың икенсе өлөшөнә "Аҡ Барс" үҙенең тренеры
       Билалетдинов менән булған "иркә һөйләшеүҙән" дәртләнеп
       сыҡты, күрәһең. Ҡазанлылар йүгерешә һәм "Ладаның" бик үк
       билдәле булмаған Владимир Куликов һаҡлаған ҡапҡаһына торған
       һайын йышыраҡ янай башланы. Тольятти ҡапҡасыһы яҡшы уйын кү рһәтеүенә ҡарамаҫтан үҙ командаһын ҡотҡара алманы. Зарипов һәм Морозовтың ярҙамы менән Чупин шайба индереүгә өл гәште.
       Уйындың һуңғы өлөшөндә "Аҡ Барстың" һөжүм итеүселәре тағы ла үҙен күрһәтә алды. Һәм протоколда тағы ла өс форвард (Чупин, Морозов һәм Зарипов) протоколда билдәләнде, хәйер,
       Данис Зарипов тураһында айырым әйтеп үтергә кәрәк - ул ҡапҡа һаҡсыһын бик оҫта итеп һалып ҡуйҙы һәм шайбаны ҡапҡа һ ыҙығы аша үткәрҙе, стадион быға яуап итеп бер талай гөрләп торҙо. Дөйөм алғанда, был көндө Өфө тамашасылары "Аҡ Барс" яҡлы түгел ине.
       "Лада" еңелеүе менән бер ҙә ризалашырға йыйынмай ине. Биш
       минуттан һуң, Тольятти командаһы күпселектә уйнағанда, Кето в ҡаршы ҡапҡаға шайба индерҙе. Был мәлдә, әйткәндәй, "Өфө ҡасҡалағы" Андрей Зубарев үҙен бик яҡшы яҡтан күрһәтә алманы . Башта ул "хипчек" алымы күрһәтергә теләп хаталанды һәм үҙенең партнерын аяҡтан йыҡты, һуңынан Еременконың ҡапҡаһы алдындағы майҙанды йүнләп һаҡлай алманы. Ғөмүмән, Зубарев
       Ҡазан командаһында иң яҡшы уйынсыларҙан тип әйтеүе ҡыйын, у ны һаҡсыларҙың дүртенсе парында ғына боҙ өҫтөнә сығарҙылар.
       2 : 1 - "Ладаның" өмөтө барлыҡҡа килде. Ҡапҡа һаҡсыһын Пе тр Ильич осрашыу тамамланыуына өс ярым минут ҡалғас уҡ уйындан сығара башланы. Арбитрҙарҙың береһе бындай хәлгә
       әҙер булмауы сәбәпле, ҡапҡаның бушауын күрмәй ҡалды һәм хатта "Ладаны" составты боҙоуҙа ғәйепләргә лә уйланы, әммә "Ильичтың бер нисә "ҡаты" һүҙе уны тиҙ арала аҡылына ултыртт ы. Тольятти командаһы үҙ мөмкинселеген файҙаланырға өлгөрмәне, ә татар командаһы һаҡсыһы Денисов шайбаны эләктерҙе һәм майҙан уртаһынан буш ҡапҡаға ырғытты - 3 : 1.
       Татарстан Республикаһының клуб составындағы яңы егет, ҡапҡа һаҡсыһы Александр Еременконы билдәләп үтергә кәрәк. Был "барс" үҙенең командаһы еңеүенә ҙур өлөш индерҙе.
       Уйындан һуң "БАШвестЪ" гәзите хәбәрсеһе "Лада" командаһыт ренеры Петр Воробьевтың уйындан алған тәьҫораттары менән ҡыҙыҡһынды:
       - 2 : 0 иҫәбенән һуң бындай насар боҙҙа өҫтөнлөктө кире ҡайтарыу ауыр булды. Беҙҙең ҡапҡа һаҡсыһы бөгөн яҡшы уйнаны.
       Волченков беҙҙең менән Өфөгә килде, әммә боҙ өҫтөнә сығырмы - юҡмы, белмәйем, әлегә уның формаһы бик үк шәптән т үгел.
       Өфөлө Андрей Зубаревтың кәйефе хөрт күренә ине. Матчта иренен емереүҙәре бер хәл, бында иһә Өфө клубының һәр хеҙмәткәре уға төрттөрөргә маташты: йәнәһе, ҡасан кире әйләнеп киләһең Был һорауға яңы ҡағиҙәләргә буйһонмайынса " Аҡ Барс" менән контракт төҙөгән уйынсы эмоцияһыҙ яуап бирҙе:
       - Тиҙҙән суд, ул нисек хәл итә, шулай буласаҡ.
       "Салауат Юлаев" һәм Металлург" (Магнитогорск) командаларының осрашыуы хужаларҙың һөжүме менән башланып кит те. Өсөнсө минутта Булянский үҙ ҡапҡалары эргәһендә шайбаны эләктереп алды һәм "Бобров стилендә" гол индерергә м аташып ҡараны. Шайба Өфө һөжүм итеүсеһенең сәкәненән ысҡынды, әммә ҡайҙандыр Волков пәйҙә булды һәм ҡапҡаның
       һаҡланмаған мөйөшөнә гол индереүгә өлгәште. Өфөлөләр юғары тиҙлек күрһәтеп баҫым яһауын дауам итте, әммә "Магнитканың" украин ҡапҡасыһы үҙен ысын таможня хеҙмәткәре кеүек тотто.
       Осрашыуҙың 12- се минутында уҡ ҡунаҡтар үҙҙәренең күпселек булыуын файҙаланып шайба индереүгә өлгәште.
       Икенсе периодтың уртаһында "Металлург" тағы ла күпселек
       булыуын файҙаланып алға сыҡты. "Салауат Юлаевтың" һаҡсылары - Вячеслав Селуянов һәм Владислав Озолин "шәп эш" башҡарҙы. Улар ҡунаҡтарҙың һөжүм итеүсеһе Евгений Малкинды ҡ апҡа алдында бер үҙен ҡалдырҙы һәм бының менән шул көндө 19 йәше тулған Женяға бүләк эшләне. Женя шайбаны ҡапҡа
       мөйөшөнә ырғыта - һәм иҫәп - 1 : 2.
       "Металлург" алға сығыу менән "Магнитканың" ҡапҡа артында Волков Бойков менән эләгешеп алды. Ҡунаҡтарҙың һаҡсыһы
       бирсәткәләрен сисеп ырғытты, ә хужаларҙың форварды - юҡ. Бойков эскәмйәгә йүнәлде, өфөлө боҙ өҫтөндә ҡалды. Бер нисә
       секундтан "Металлургтың" тағы бер уйынсыһы тәртип боҙа! Атюшов Игорҙе сәкәне менән эләктереп боҙ өҫтөнә йығылтты. Тупаҫлыҡтар бының менән дә тамамланманы әле. Бына инде Цулыгин Малкин тыуған көнө менән "ҡотларға" булды һәм бирсәткәләрен һалып та тормайынса, йәш талантҡа берҙе ҡундырҙы. Был яуапһыҙ ҡалманы һәм ике хоккейсы ла уйындан
       сығарылды. Хатта йәш өфөлө Зюзин да период аҙағында "Магнитканың" капитаны Варламов менән эләгешеп алды.
       Өсөнсө периодта хужалар иҫәпте тигеҙләй ала ине. Сальнико в Симчукка ҡаршы сығып, шайбаны украин егетенең "йортона" ырғытты, әммә ул ҡапҡаға инергә уйламаны ла. Уның ҡарауы шунда уҡ Платонов үҙ миҫалында Сальниковҡа голды нисек индерергә кәрәклеген күрһәтте. Иҫәп - 3 : 1. Башҡа шайба индерелмәне.
       Матчтан һуң Рафаил Ишмәтов үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты. ) - Психология йәһәтенән проблемалар бар. Тағы ла уңайлы мәлдәрҙе файҙалана алманыҡ. Беҙҙең 36 ырғытыуҙан бер гол, уларҙың егерменән - өс. Буллиттар ҙа беҙҙең хоккейсыларҙың
       көсһөҙлөгөн күрһәтте. Тигеҙ булмаған составтарҙа насар уйнайбыҙ: күпселек булғанда гол индерә алманыҡ, аҙ булғанда икене үткәрҙек.
       "Металлургтың" тренеры Дэйв Кинг "Салауат Юлаев" хаҡында һәйбәтерәк фекерҙә:
       - Хужаларҙың командаһы көслөрәк уйнаны. Мин үҙемдең тәрбиәләнеүселәремдең уйыны менән ҡәнәғәт түгелмен. Бөгөн Евгений Малкин һәм Константин Симчук яҡшы уйын күрһәтте - һуңғыһы команданы биш тапҡыр ҡотҡарҙы. Өфө тәрбиәләнеүселәре Руслан Нуретдинов һәм Дмитрий Макаров тураһында нимә әйтә алам Беренсеһе яҡшы формала. Беҙ был с езонда уға өмөт итәбеҙ. Икенсеһе лә беҙгә кәрәк. Турнирға килгәндә, мин "Металлург" менән һеҙҙең Президент Кубогын алырға теләр инем.

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал