6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Наркомания үҫешә, ҡалғанына көс етерлек
02.08.05


       Республиканың һаулыҡ һаҡлау учреждениеларының э ше тотороҡло һәм ярайһы уҡ яҡшы ойошторола - Һаулыҡ һаҡлау министрлығының ошо көндәрҙә Өфөлә үткән киңәйтелгән
       коллегия ултырышында ҡатнашыусылар ошондай йомғаҡ яһаны.
       Әммә ҡайһы бер мәғлүмәттәр ултырышта ҡатнашыусыларҙы борсолорға мәжбүр итте. Мәҫәлән, 2005 йылдың ғинуар - май айҙарында халыҡтың кәмеү күрһәткесе үткән йыл менән
       сағыштырғанда 23 процентҡа артҡан. Был тыуымдың 0,9 процентҡа кәмеүе һәм үлем осраҡтарының 4,3 процентҡа артыуы менән дә бәйле. Бынан тыш балалар араһында ауырыуҙарҙың
       2,7 процентҡа, үҫмерҙәр һәм өлкәндәр араһында, ярашлы рәүештә, 12 һәм ике процентҡа артыуы күҙәтелә.
       БР Хөкүмәтенең Премьер - министр урынбаҫары Фидус
       Ямалтдинов, БР Президенты Хакимиәтенең иҡтисади үҫеш һәм
       социаль сәйәсәт идаралығы начальнигы урынбаҫары Ғәли Фәизов, һаулыҡ һаҡлау өлкәһе федераль структураларының төбәк идаралыҡ етәкселәре, республика, район һәм ҡала
       дауаханаларының баш врачтары һәм коллегияның башҡа ағзалары социаль әһәмиәткә эйә булған ауырыуҙарҙы иҫкәртеү буйынса эште дауам итергә, ваҡытында диагноз ҡуйыу һәм дауалау, медицина ярҙамының сифатын ведомство эсендә контролдә тотоу буйынса эште көсәйтергә, йәш балаларҙың үлем
       кимәлен кәметеү буйынса кисектергеһеҙ саралар күрергә тигән
       ҡарарға килде. Хәл ысынлап та борсолорлоҡ: 100 мең яңы тыуғ ан балаға 11,3 үлем осрағы тура килә, үткән йылда был һан 1 0, 6
       ине. Бынан тыш 2005 йылда ете әсәнең үлем осрағы теркәлгән.
       Һаулыҡ һаҡлау министрлығы системаһында барлығы 498
       дауалау - профилактика учреждениеһы халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтә. Ә бала табыу хеҙмәттәре, үҙ сиратында, хәлде тотороҡландырыу һәм негатив күрһәткестәрҙе кәметеүгә
       йүнәлтеү буйынса эш алып бара. Һөҙөмтәләр үҙен оҙаҡ көттөрмәй: мәҫәлән, аборттар һаны 17 процентҡа, бала табыу
       учреждениеларында перинаталь үлем осраҡтары - 13 процентҡа,
       үле тыуыу - 9,5 процентҡа кәмегән. Башҡортостан Республикаһында йәшәүсе балаларҙың һаулығын нығытыу буйынса ведомство - ара план саралары ла онотолмай: 2005 йылдың алты айында балалар һәм балалар һәм ата - әсәләр өсөн
       шифаханаларҙа 12 500 бала, шул иҫәптән 1 380 инвалид бала
       сәләмәтлеген нығытҡан.
       Социаль әһәмиәткә эйә булған ауырыуҙарҙы иҫкәртеү буйынса
       эш һөҙөмтәләре лә һиҙелерлек булыуын билдәләп үтергә кәрәк,
       хәҙер инде туберкулез буйынса эпидемиологик хәлдең тотороҡланыуы, венерик һәм йоғошло тире ауырыуҙары менән зарарланыуҙың 17 процентҡа кәмеүе тураһында әйтергә була. Тик бына наркомания алға атлай һәм хроник алкоголизм менән бер рәттән үҫеш темпы буйынса алдынғы урынға сыға. Коллегия ултырышында ҡатнашыусылар әйтелгән һанды бик ҙур тип тапһалар ҙа ( 27 процентҡа артҡан), был күрһәткесте өлөшләтә
       "барлыҡ медицина селтәренең наркология патологияһы менән ауырыусыларҙы асыҡлау буйынса эшенең әүҙемләшеүе" менән аңлата.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал