6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

"БАШвестЪ" уҡыусылары наркомандар зыянды кәметеү программаһына мохтаж түгел тип һанай
02.08.05


       "БАШвестЪ" гәзите мөхәрририәте тәҡдим иткән һорау алы у гәзит уҡыусыларҙың наркотиктарҙың зыянын кәметеү программаһын индереү яҡлы булмауын асыҡланы. Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, республика территорияһында "Диагноз. Башҡортостан Республикаһында ВИЧ/СПИДты киҫәтеү һәм уға идара итеү" проектын тормошҡа ашырыу өсөн эксперимент майҙанын булдырыу идеяһы менән Швейцария Конфедерацияһы сығы ш яһаны. Республиканың медицина йәмәғәтселеген был проект менән таныштырыу өсөн беҙҙә медицина докторы Пьетро Вернацца, Швейцарияның наркотиктар буйынса Федераль комиссияһы президенты Франсуа Ван дер Линде һәм социаль хеҙмәткәр Жаннет Гесер составында делегация булып китте.
       Швейцар яғы зыянды кәметеү программаһына айырыуса баҫым я һай, уның сиктәрендә наркотик средство ҡулланыусыларҙың файҙаланылған шприц һәм энәләрен яңыға алмаштырыуҙы ойоштороу ҡарала. Швейцарҙар әйтеүенсә, был республикала ВИЧ - инфекция таралыуын һәм криминоген хәлде кәметергә
       булышлыҡ итәсәк. Был ауырыу буйынса хәүеф төркөмө нәҡ наркомандар булыуы бер кем өсөн дә сер түгел.
       Бөгөнгө көнгә республикала ВИЧ йөрөтөүсе 5006 кешенең 71 проценты парентераль рәүештә, йәғни венаға наркотик ҡаҙағанд а зарарланған. Әммә инфекция йөрөтөүселәрҙең һаны артыуы был
       ауырыуҙың енси юл менән дә күсеүенә бәйле - "вичлы" наркомандар үҙҙәренең сексуаль партнерҙарын зарарлай. Был турала беҙҙең уҡыусыларыбыҙ нимә уйлай һуң
       Башта тауыш биреү барышында гәзит уҡыусылар программаны й әмәғәтселек ойошмалары финанслаған шарттарҙа ғына үткәрергә мөмкин тигән фекерҙә ине. Ысынлап та, насар яңғырамай. Әммә һуңынан уҡыусыларҙың гуманлығы кәмеү яғына й үнәлде. "Үҙ ирке менән ошо юлды һайлаусы кешеләр ауыр хәлдәге сирлеләр кимәленә күтәрелергә тейеш түгел" - уларҙың
       хөкөмө ошолайыраҡ яңғырай. Тап ошо яуап иң күп тауыш йыйҙы - 33,3 процент. Ике "номинация" бер үк - 22,2 процент тауышҡ а
       эйә булды. Беренсе төркөм был эштең файҙаһыҙ булыуын, наркотиктар ҡабул итеү ҙә кәмемәйәсәк, ВИЧ - инфекция ла ҡыҫҡармаясаҡ тип белдерҙе. Икенсеһе иһә һаҡ ҡына итеп түбәндәге яуап менән килешә: "Әгәр программа йәмәғәтселек
       ойошмалары тарафынан финанслана икән, булыуы ла мөмкин".
       Тауыш биреүселәрҙең 7,4 проценты был программа ВИЧ - инфекцияның парентераль юл менән таралыуын бер нисә тапҡыр ҡ ыҫҡартасаҡ тип һанай. Тағы ла 7, 4 процент шприцтарҙы алмаштырыу наркоманияның легаль рәүештә таралыуына этәргес б уласаҡ тип белдерә. Ә ҡалған 7,5 процент барыһына ла битараф ҡарашта.
       Әммә дискуссияға нөктә ҡуйырға иртәрәк әле. Швейцарҙар әйтеүенсә, был программа үҙҙәрендә эшләй башлаһын өсөн уларға сәйәсмәндәр менән оҙайлы бәхәстәр аша үтергә, халыҡ
       араһында киң мәғлүмәт - аңлатыу эше алып барырға тура килә. Уның ҡарауы хәҙер, наркомандар араһында ВИЧ - инфекция
       артыуынан һуң, был күрһәткес һиҙелерлек кәмегән. Был юл менән наркоманияны еңеп булмауы аңлашыла, әлбиттә. Ә бына зыянын кәметеү мөмкин.

Елена Макушина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал