6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Мәжит Ғафуриҙа ҡунаҡта
02.08.05


       Башҡортостандың халыҡ шағиры, башҡорт һәм татар әҙәбиәте
       классигы Мәжит Ғафури (Ғәбделмәжит Нурғәни улы Ғәфүров) 1880 йылдың 1 авгусында Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙенең Е ҙем - Ҡаран ауылында уҡытыусы ғаиләһендә донъяға килгән. Башланғыс белемде атаһында ала, артабан мәктәпкә уҡырға бара . Ата - әсәһенән иртә етем ҡалғас та Мәжит уҡыуын ташламай. 1898 йылдың көҙөнән 1904 йылдың яҙына тиклем Троицк мәҙрәсәһендә белем ала. Йәйен алтын йыуыу приискыларында тир түгә, ҡаҙаҡ далаларында балалар уҡыта. 1904 йылда белем эстәп Ҡазанға юл тота. Бында алдынғы татар зыялылары вәкилдәре менән таныша, көнүҙәк темаларға шиғырҙар яҙа, улар
       гәзиттәрҙә даими баҫылып тора. 1906 йылдың көҙөндә Мәжит Ғафури Өфөгә ҡайта һәм "Ғәлиә" мәҙрәсәһенә уҡырға инә, уны
       1909 йылда уңышлы тамамлай.
       1928 йылға тиклем Мәжит Ғафури гәзиттәрҙә корректор, журналист булып эшләй, шиғыр, проза, пьесалар яҙа, публицистика өлкәһенәд лә ҡәләмен шымарта. Ҡатмарлы ижад юл ы үтеп, ысын халыҡ шағирына әйләнә.
       Шағирҙың Гоголь урамы, 28 адресы буйынса урынлашҡан йорт - музейына рәхим итегеҙ. Уны Мәжит Ғафуриға Башҡортостан
       Хөкүмәте шағирҙың ижади эшмәкәрлегенә 20 йыл тулыуы уңайы м енән бүләк итә. Ғафури был йортта ғүмеренең һуңғы 11 йылын й әшәй. Ошонда уның күп кенә билдәле әҫәрҙәре яҙыла.
       Музей алты залдан тора. Экспонаттар шағирҙың тормошо тураһында бәйән итә. Бында фотолар, ҡулъяҙмалар, төрлө телдәге китаптар ҡуйылған. Ошонда уҡ Мәжит Ғафуриҙың Максим Горький ҡултамғаһы ҡуйылған СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы билеты. Шағирҙың эш бүлмәһе музейға килеүселәрҙә ҙур тәьҫораттар ҡалдыра. Ул күптән түгел генә бүлмәһенән сыҡҡан да бына - бына ҡайтып инер төҫлө. Әммә уның ҡәләме күп йылда р дауамында хәрәкәтһеҙ ята - шағир 1934 йылдың 28 октябрендә вафат була.
       Мәжит Ғафуриҙың башланғыс ижады өсөн мәғрифәтселек
       идеялары хас. "Себер тимер юлы, йәки Милләтең хәле" китабында ул уҡыусыларын белем алырға, алға барырға саҡыра. Был идеяға Рәсәй ҡеүәтен данлау өҫтәлә. Тәүге рус революцияһ ы осоронда Мәжит Ғафури был идеяларҙан революцион - демократик ҡарашҡа күтәрелә, батшаны ҡолатыу кәрәклеген аңлай.
       Был батша власының иғтибарын йәлеп итмәй, әлбиттә. Ҡазан
       суд палатаһы прокурорында шағирҙы яуапҡа тарттырыу тураһында ҡағыҙ барлыҡҡа килә. Унда "начальниктар һәм
       хөкүмәт "тиран", "кәмһетеүсе", дошмандар", "башҡаларға зыян
       килтереүсе", "ҡан эсеүсе бүреләр", ә революционерҙар "геройҙар" тип телгә алыныуы, уларҙың "ҙур ағасты" ҡолатыуға йүнәлтелгән эшмәкәрлеге маҡталыуы тураһында әйтелә.
       Автор яуапҡа тарттырыла. Уның "Минең йәш ғүмерем", "Милләткә һөйөү" шиғыр йыйынтыҡтары һәм "Етем балалар" хикәйәһе конфискациялана, полиция шағирҙы күҙәтеү аҫтында тота башлай.
       Әммә Ғафуриҙың шиғриәтендә азатлыҡҡа ынтылыу мотивтары т ағы ла көслөрәк яңғырай башлай, ул ябай халыҡҡа мөрәжәғәт
       итә, уны ғәҙеллек өсөн көрәшкә күтәрелергә саҡыра. "Кем ул ", "Юҡтырһың да, Алла!" кеүек шиғырҙары һалдаттарҙы "үҙ яҙмыштарына хужа булырға", дини "ағыуҙан" ҡотолорға саҡыра ( юҡҡа ғына руханиҙар авторҙы анафемаға бирмәгән бит).
       Граждандар һуғышы йылдарында ижадының төп темаһы - геройлыҡ, революцион фиҙакәрлек. Лирикаһы гражданлыҡ публицистикаһы кимәленә күтәрелә.
       20 - се йылдарҙа Ғафуриҙың ижадында новаторлыҡ һыҙаттары
       күренә башлай. Шағир бар тауышына яңы тормош төҙөүселәрҙе данлай.
       Совет йылдарында айырыуса әһәмиәтле булған проза һәм
       драматургия әҫәрҙәре яҙыла. Мәҫәлән, "Ҡара йөҙҙәр"
       повесендә Ғафури башҡорт һәм татарҙарҙың тормошондағы фажиғәне, ҡатын - ҡыҙҙарҙың аяныслы яҙмышы тураһында уйлана. "Шағирҙың алтын приискыларында" повесендә ул капиталистик донъяның социаль йәһәттән ҡапма - ҡаршылыҡтарын һүрәтләй. Повесть мотивтары буйынса яҙылған "Ҡ ара йөҙҙәр" трагедияһы әле лә тамашасыларҙа ҙур уңыш менән ф айҙалана, күп кенә театр сәхнәләренән төшмәй.
       1925 йылда эшсе һәм крәҫтиәндәрҙең революция көрәшендә ҡатнашыуына арналған "Ҡыҙыл йондоҙ" драмаһы донъя күрә. Уның өсөн авторға Башнаркомпростың беренсе премияһы бирелә.
       Әйткәндәй, Мәжит Ғафуриҙың таланты әҙәбиәттең барлыҡ жанрҙарында ла урын таба, автор бай ижади мираҫ ҡалдыра. 1940 йылда, шағирҙың 60 йәше уңайы менән, "Правда" гәзите" түбәндәгеләрҙе яҙа:
       "Мәжит Ғафуриҙың ижады һәр бөйөк рәссамдың ижады кеүек үк жанрҙар байлығы һәм төрлөлөгә менән айырыла. Уның әҫәрҙәрендә шағир - гражданин, көрәшсе, лирик тауышы яңғырай.
       Башҡортостандың шағир тыуып үҫкән районына Мәжит Ғафури и семе бирелә. Мәҙәниәт һәм ял паркы, колхоздар, Башҡорт дәүләт академия драма театры уның исемен йөрөтә. Шағирҙың театр алдында ҡуйылған һәйкәле ҡалабыҙҙың матур урындарының береһе булып тора. Биш метрлыҡ был скульптураны СССР - ҙың халыҡ рәссамы, Ленин премияһы
       лауреаты Лев Кербель һәм архитектор Лев Хихлуха эшләгән.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал