6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Игорь Кравчук: "Тәжрибәм менән уртаҡлашырға риза"
01.08.05


       Өфө хоккей мәктәбенең иң билдәле тәрбиәләнеүселәренең
       береһе Игорь Кравчук бөгөн тыуған ҡалаһында. Ул Мәҙәниәт һарайында үҙенең улдарын - 15 йәшлек Илья һәм 12 йәшлек Крис
       менән күнекмәләр уҙғара. Йәш американдар 1990 йылда тыуған "юлаевсылар" менән бергә шөғөлләнә.
       Игорь Кравчуктың спорт ҡаҙаныштары етерлек. Ул йәштәр араһында донъя чемпионы (1986), донъя һәм Европа чемпионы (1990), донъя чемпионатының бронза призеры ( 1991). 1987 һәм
       1991 йылдарҙа Канада Кубогында Рәсәйҙең йыйылма командаһы ө сөн сығыш яһаны. Милли хоккей лигаһында үҙенең беренсе матчын тәүге контрактҡа ҡул ҡуйыу көнөндә, 1992 йылдың 27 февралендә үткәрҙе, шул уҡ кисте тәүге шайбаһын индерҙе, ошо
       уҡ сезонда Кравчук Стэнли Кубогында ҡатнашты. "Милли хоккей
       лигаһының "Бөтә Йондоҙҙар" матчында донъя йыйылма командаһында уйнаны. Донъяның иң көслө лигаһында ул 800 - ҙән артыҡ матч уҙғарҙы. Игорҙең иң ҙур ҡаҙаныштары булып олимпиада наградалары тора. Кравчук дүрт йыллыҡтың ҡышҡы уйындарында дүрт тапҡыр булды һәм һәр ҡайһыһынан миҙал менән ҡайтты.
       Кравчуктың боҙҙа нисек шыуыуын күрһәгеҙ ине һеҙ! Бер генә
       оә артыҡ хәрәкәт эшләү юҡ. Ошондай ваҡытта элекке совет
       мәктәбе менән бөгөнгө тәрбиәләнеүселәр араһындағы айырманы аңлай башлайһың да инде. Игорь улдары менән
       күнекмәләр үткәргәндән һуң журналистар менән осрашырға ла ваҡыт тапты.
       - "Салауат Юлаев" клубы етәкселегенең улдарыма Өфө мәктәбе хоккейсылары менән бергә шөғөлләнергә рөхсәт иткәне өсөн ҙур рәхмәт белдерәм, - тип башланы һүҙен йондоҙло хоккейсы. - Бөгөн минең улдарым үҙҙәренең оләсәләрендә,
       тәүге ҡатыным Светаның әсәһендә ял итә, боҙҙа практика үте ү улар өсөн бик файҙалы буласаҡ.
       - Һеҙҙең балаларығыҙ ҡайҙа йәшәй һәм хоккей менән шөғөлләнә
       - Света Крис һәм Илья менән Лос - Анджелеста йәшәй. Беҙ уның менән айырылыштыҡ. Мин хәҙер Канадала, икенсе ҡатыным Г аля менән йәшәйем. Ҡыҙыбыҙ үҫә. Ике малай ҙа етди рәүештә хо ккей менән шөғөлләнә. Кесеһе әлегә балалар кимәлендә, өлкәне - Миннесота штатында спорт колледжында уҡый, беҙҙең
       спорт интернаты кеүегерәк инде.
       - Малайҙарығыҙҙан "файҙа сығыр" тип уйлайһығыҙмы
       - Әйтеүе ҡыйын. Уларҙы бер кем дә көсләп хоккейға тартмай .
       Теләктәре булғанда уйнаясаҡтар. Әлегә улар спорттың был төр ө менән "яна", әлбиттә, әммә уларҙың артабанғы яҙмышы тураһында һөйләргә иртәрәк.
       - Үҙегеҙҙең шәхси пландарығыҙ ниндәй
       - Мин уйынсы карьераһын тамамланым, әммә хоккейҙан китергә уйым юҡ. Артабан тренерлыҡ эше менән шөғөлләнәсәкмен. Әлегә Канада командаларының береһендә консультант эшен башҡарам. Дөрөҫөн әйткәндә, әлеге ваҡытта һәр бер ҡыҙыҡлы тәҡдимде, уның ҡайҙан булыуына ҡарамаҫтан, тыңларға әҙермен.
       - Ә һеҙгә тренерлыҡ тураһында уйларға иртә түгелме Бәлки НХЛ йәки Рәсәйҙә берәр сезон уйнарғалыр Һеҙгә ни бары 38
       йәш, был бит хоккейсы өсөн сик түгел. Үткән сезон башында һ еҙ "Северсталь" командаһы менән күнекмәләр үттегеҙ...
       - Үткән сезон башында мин ысынлап та "Северсталь" менән күнекмәләр үттем. Әммә был клуб өсөн уйнауҙан контрактҡа ҡул
       ҡуйғанға тиклем үк баш тарттым. Мин профессионал һәм хатта контроль матчтарҙа ла яҙма килешеүһеҙ сығыш яһамайым. Ниңә б ыл клуб минең менән килешеү төҙөмәне, белмәйем. Эш хаҡын
       да артыҡ күп һораманым, сумма 150 - 450 мең АҠШ доллары
       сиктәрендә булырға тейеш. Хәҙер миңә формаға инеү өсөн ике ай дауамында икешәр күнекмә үтергә кәрәк - был ауыр. 40 йәш
       тулып килгәндә ҙур майҙанда сығыш яһауы ла ҡыйыныраҡ. Бынан тыш тамашасылар хәтерендә яҡшы хоккейсы булып ҡалыр өс өн ваҡытында китә лә белергә кәрәк. Мин әле үк элекке кимәлдә сығыш яһай алмаясағымды тоям.
       - Һеҙ бик күп командалар өсөн уйнанығыҙ. Ҡайһыһы күңелег еҙгә айырыуса яҡын
       - Сығыш яһаған барлыҡ клубтар ҙа минең өсөн үҙемдеке, яҡы н. Шул уҡ "Салауат Юлаевта" мин дүрт сезон уйнаным.
       - Ә төнъяҡ Америка командаларының ҡайһыһы һеҙгә иң оҡшағаны
       - Миңә Эдмонтонда оҡшай торғайны, был ҡала ҙур түгел, әмм ә унда хоккейҙы бик ныҡ яраталар. Юҡҡа ғына Канадала һөйләше ү өсөн ике генә тема бар, хоккей һәм һауа торошо тимәйҙәр би т.
       - Олимпия уйындарынан һеҙ бер ваҡытта ла миҙалһыҙ ҡайтманығыҙ. Иҫегеҙҙә ҡалғаны ҡайһыһы
       - Һәр йыйылма команда үҙенә бер төрлө. 1988 йылда беҙҙә легендар хоккейсылар - Быков, Хомутов уйнай ине. 1991 йылда, Союз тарҡалғас, беҙ БДБ өсөн сығыш яһаныҡ, түштә яҙыу ҙа юҡ ине хатта. Әммә күп кенә белгестәр - уҡытыусыларыбыҙ беҙҙең тирәләй йыйылды, беҙ берҙәм булдыҡ, шуға күрә еңдек.
       - Йәш "юлаевсылар" менән төп байлығығыҙ - тәжрибәгеҙҙе уртаҡлашыр инегеҙме
       - Эйе. Әгәр миңә мастер - класс үткәрергә тәҡдим итһәләр,
       мин ризалашыр инем. Ғөмүмән, "Салауат Юлаевҡа" милли хоккей лигаһы тәжрибәһен алыу ҡамасауламаҫ ине. Унда күнекмәләр асыҡ: көйәрмәндәр, журналистар үҙҙәре теләгән ваҡытта килеп кемдең нисек эшләүен ҡарай ала. Был хоккейсыларҙы тәртипкә күнектерә.
       Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мин бөгөн "Салауат Юлаев" өсөн кемдәр сығыш яһағанын да белмәйем. Канадаға ҡайтып китеүем сәбәпле,
       Башҡортостан Республикаһы Президенты Кубогына ярыштарҙа бул а алмауым сикһеҙ йәл.

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал