6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Торлаҡ - коммуналь хужалыҡ белгестәре кәңәшләшә
01.08.05


       Башҡортостандың торлаҡ - коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре өсөн йомғаҡтар яһау ваҡыты килеп етте. 2005 йылдың тәүге
       яртыһында эш йомғаҡтары һәм ҡышҡылыҡҡа әҙерлек барышы тураһында һөйләшеү өсөн белгестәр торлаҡ - коммуналь хужалыҡтың төп ведомствоһында йыйылды. Торлаҡ - коммуналь
       хужалыҡ министры Гемань Әсәҙуллин менән бергә бында БР Хөкүмәте Премьер - министры урынбаҫары, Башҡортостандың иҡтисади үҫеш һәм сәнәғәт министры Николай Пучнин, Башҡортостан Республикаһының төп дәүләт торлаҡ инспекторы
       Геннадий Салов, ҡала һәм райондарҙың торлаҡ - коммуналь хужалыҡ предприятиелары вәкилдәре ҡатнашты.
       Тармаҡтың күпселек ойошмалары тәүгә дотацияһыҙ режимда эшләй башланы - был 2005 йылдың үҙенсәлеге булып тора. Торлаҡ - коммуналь хужалыҡтың үҙгәрештәр йүнәлешендәге
       һиҙелерлек аҙымы - уны финанслау ситемаһындағы үҙгәрештәр, йәғни, предприятиеларҙы финанслауҙан торлаҡ - коммуналь хеҙмәтләндереү өсөн түләүҙәргә субсидияны граждандарҙың үҙенә тапшырыуға күсеү. Был йәһәттән күп кенә бәхәстәрҙе хәл итеүҙә быйылғы йылдың 1 мартынан эшләй башлаусы РФ Торлаҡ ко дексының роле ҙур булыуын билдәләп үтергә кәрәк.
       Тәүге ярты йылда төбәктең предприятие һәм ойошмалары ярайһы уҡ яҡшы эш башҡарған: 7,2 миллиард һумлыҡ тауар
       етештерелгән һәм хеҙмәтләндереү күрһәтелгән, был 2004 йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда 105 процент тәшкил
       итә. Йыл башынан "торлаҡсылар" 53 объектта 94 миллион һум капиталь һалым үҙләштергән. Һүҙ Баймаҡ, Салауат, Өфөлә, Бөрйән һәм Күгәрсен райондарында һыу менән тәьмин итеү системаһы һәм канализация, Кумертау, Октябрьский, Сибай, Учалы, Баймаҡ, Дәүләкән һәм Ғафури райондарында - йылылыҡ менән тәьмин итеү объекттары тураһында бара.
       Гемань Әсәҙуллиндың һүҙҙәре буйынса, яңы Торлаҡ кодексы
       торлаҡ фондын хосусилаштырыу процесы өсөн этәргес көс ролен уйнай. Мәҫәлән, ғинуар айынан июнгә тиклем граждандар милкенә 22,8 мең фатир тапшырылған - был үткән йыл менән
       сағыштырғанда ике тапҡыр күберәк. Идаралыҡтың яңы формаһы -
       торлаҡ хужалары берләшмәһе нығына. Ғинуар айында уларҙың һа ны 99 булһа, бөгөн - 105. Шәхси предприятиеларҙың торлаҡ фондын хеҙмәтләндереүе 30 процентҡа артҡан. Ә Дәүләкән, Бөрө, Ишембай, Нефтекамала, Борай, Краснокама, Салауат райондарында барлыҡ торлаҡ, 11 миллион квадраттан артыҡ майҙан, шәхси предприятиелар хеҙмәтләндереүенә тапшырылған. Беренсе ярты йылға энергия ресурс һаҡлауы 83 миллион һум талап иткән, шул уҡ ваҡытта 21 миллион ресурс экономияланған .
       Торлаҡ - коммуналь хеҙмәтләндереүгә түләүҙә халыҡты социа ль яҡлау системаһы ла үҙ көсөнә инеүе һиҙелә. Билдәле булыуы нса, яңы кодексҡа ярашлы, субсидияларҙы хакимиәттең халыҡты
       социаль яҡлау бүлектәре ( Өфө һәм Күмертауҙа - субсидия үҙәктәре) бүлергә тейеш. Бөгөн 61 меңдән ашыу ғаилә аҡсалата
       ярҙам ала, субсидияның уртаса размеры айына бер ғаиләгә 493
       һумдан иҫәпләнә ( әйткәндәй, 2004 йыл менән сағыштырғанда, 41 процентҡа күберәк).
       Ҡала һәм райондарҙың тариф сәйәсәте генә элеккесә звеноның бушаҡ өлөшө булып ҡала. Унда ике яҡлап субсидиялау күләме һаҡлана һәм килемһеҙ эшләүсе предприятиелар һаны арта. Бының һөҙөмтәһе - эш хаҡын түләүҙә артта ҡалыу,
       "смежниктар" менән үҙ - ара бурыстарҙың артыуы.
       Дөйөм алғанда, Башҡортостанда ике яҡлы субсидиялау күләме
       бер квадрат метрға 1,9 һум ( үткән йылдағы кеүек үк) һаҡлан а. Әммә, коллегия ултырышында билдәләнеүенсә, беҙҙең был айырманы бер һум 30 тингә ҡыҫҡартырға мөмкинселегебеҙ бар ине. Уйланырға урын бар, сөнки ике яҡлы субсидиялауҙан ҡотолған ваҡытта тармаҡҡа шәхси эшҡыуарлыҡ та киләсәк.
       Торлаҡ - коммуналь хеҙмәтләндереүгә хаҡтар йыл дауамында 26 процентҡа артты: торлаҡҡа түләү буйынса - 41 процент, йылылыҡ менән тәьмин итеүҙә - 18, һыу менән тәьмин итеүҙә - 27, газ - 34, электр - 14 процентҡа ҡыйбатланды. Иң ҡыҙығы ш унда, хаҡтарҙың үҫеүе фонында производство һөҙөмтәлелеге күҙ гә күренеп түбәнәйҙе. Ултырышта яңғырауынса, дүрт ҡала һәм 25
       районда торлаҡ - коммуналь хужалыҡ килемһеҙ ҡалды. Ишембай ҡалаһы һәм районы хакимиәте үҙҙәренең юлсыларына 41
       миллион һум тейеш ҡалыуы ғына түгел, бурыстарҙы түләмәҫ өсөн төп средстволарын тартып алып, килемле эшләүсе предприятиены банкротлыҡҡа төшөрөргә була. Һәм ошондай миҫалдарҙы күп килтерергә була.
       Түләүҙәрҙе йыйыу ярты йылға 92 процент тәшкил иткән, йыл башында был һан 98 процент ине. Халыҡтың дебиторлыҡ бурысы ө стән бер өлөшкә артҡан, барлыҡҡа килгән "недоимка" - 830 миллион һум. Әлшәй, Бөрйән, Ҡырмыҫҡалы, Ҡыйғы, Миәкә,
       Салауат райондарында тейеш булғандың 60 проценты, Белорет, Благовещен, Учалы, Балаҡатайҙа - 75, Баймаҡ районында - 43 проценты йыйыла.
       Торлаҡты хеҙмәтләндереүгә шәхси предприятиеларҙы йәлеп итеү ҙур мәғәнәгә эйә. Улар, билдәле булыуынса, һалым һалыуҙың ябайлаштырылған системаһы буйынса эшләй. Бында Күмертау үҙенең отошло эшләүе менән айырылып тора, ғинуар айынан башлап бында 5,6 миллион һум экономияланған.
       Бөгөнгө көнгә, торлаҡ - коммуналь хужалыҡ министры әйтеүенсә, торлаҡ фондының 64 проценты, ҡаҙанлыҡтарҙың 53
       проценты, йылылыҡ селтәрҙәренең - 65, һыу үткәреү һәм канализацияның - 70 проценты көҙгө - ҡышҡы сезонға әҙер. Республикала 1210 тонна күләмендә күмер, 150 тонна шыйыҡ яғыулыҡ ( планға ҡарата 71 һәм 79 процент) запасы әҙерләнгән .
       Ғәҙәттәгесә, эш алып барыуҙа хәүефһеҙлекте тәьмин итеүгә ҙур иғтибар бирелә. Быға аңлатма ябай ғына: ғинуарҙан июнь айына тиклем ахыры ҡыҙғаныс тамамланған 10 осраҡ теркәлгән ( бер йыл элек улар өсәүгә кәмерәк ине). Оҙаҡ уйларға ваҡыт ~: - 1 октябргә БР Торлаҡ - коммуналь хужалыҡ министрлығы эл ектр - йылылыҡ менән тәьмин итеү ойошмаларының ҡышҡы шарттар ҙа эшләүгә әҙерлек паспорттарын алырға, ә 15 сентябрҙә торла ҡ фондын 2005 - 2006 йылдарҙың көҙ - ҡыш миҙгелдәрендә файҙаланыуға әҙерлек паспорттары министрҙың өҫтәлендә ятырға тейеш.

Екатерина Вахмянина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал