6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

Индонезия утрауҙарының боронғо сәнғәте Анна Бикбулатова башҡарыуында
01.08.05


       Батик - ул туҡымаға, ғәҙәттә, ебәккә, махсус буяуҙар менән һ үрәт төшөрөү сәнғәте. Был шөғөл туҡыманың үҙен әҙерләү кеүе к үк
       боронғо һәм нескә һөнәр. Бер тапҡыр буялғанды үҙгәртеп та, һөртөп таҙартып та булмай. Төшөрөү ваҡытында аҡрыныраҡ
       ҡыймылдаһаң, тоны үҙгәрә, тигеҙлек юғала. Ебәккә һүрәт төшөрөү - медитация ла, ҙур түҙемлек талап иткән ҡатмарлы һөнәр ҙә ул.
       Анна Бикбулатова - Шишмә балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы - инде бер нисә йыл дауамында батикка картиналар төшөрә, уның үҙенә генә хас алымдары ла барлыҡҡа килгән. Йәш
       рәссамдың шәхси күргәҙмәһе ошо көндәрҙә Республика халыҡ ижады үҙәгенең "Урал" галереяһы залдарының береһендә уның
       уҡытыусыһы, рәссам Илгиз Ғизетдиновтың экспозицияһы менән б ергә асылды.
       Анна үҙенең Илгизға сикһеҙ рәхмәтле булыуын белдерҙе, - у л ҡыҙға "тормошҡа үҙ юлын" табырға ярҙам иткән. Хәйер, ул бер үҙе генә түгел, Ғизетдиновтың бик күп уҡыусылары республика һәм Рәсәй конкурстарында күп тапҡыр лауреат һәм дипломант
       исемдәрен яҡланы.
       Педагог һәм уның элекке уҡыусыһы бер - береһен күргәҙмәләре асылыу менән ҡотланы, ә Илгиз Ғизетдинов Анна менән сикһеҙ ғорурланыуын һәм уны "ысын рәссам, үҙ эшенең оҫтаһы" тип атарға мөмкин булыуын белдерҙе.
       Ысынлап та, Анна Бикбулатованың эштәрен бер нимә менән дә
       бутап булмай. Төҫ - сағылыштары буйынса иҫ киткес матур башҡорт милли биҙәктәре кемгәлер Башҡортостан картаһын хәтерләтә, кемдер унда үлән һәм сәскәләр бейеүен күрә, ә ҡайһы берәүҙәр авторҙың үҙенсәлекле алым һайлауына һоҡлана -
       бал ҡорттарының нәфис кәрәҙен милли биҙәк элементтары менән төшөрһөн әле!
       Рәссам үҙе хаҡында бер нисә һүҙ менән генә һөйләне. Башҡортостан Республикаһының Шишмә ҡасабаһында тыуған. Ошонда уҡ дөйөм белем биреү мәктәбен һәм Балалар сәнғәт
       мәктәбенең художество бүлеген тамамлай, артабан Өфө педагогия училищеһының художество - графика бүлеге, Өфө сервис технология институтының кейем технологияһы һәм дизайны факультетына уҡырға инә. Уҡытыусы булып эшләүенә ете йыл.
       Анна үҙенең эшен бик ярата һәм камиллашыуҙың сиктәре юҡ,
       тип һанай: батик сәнғәтен өҙлөкһөҙ өйрәнергә, яңы алымдар һәм буяуҙар сағылышын асырға мөмкин, ти ул.
       Туҡымаға ҡул менән һүрәттәр төшөрөү сәнғәте һәр ваҡыт юғары баһаланған. Был ысулды боронғо Шумер, Перу, Япония, Шри - Ланка, Африка илдәрендә файҙаланғандар. Батиктың тыуған иле булып Индонезияның Ява утрауы һанала, унда ҡулдан
       буялған кейем кейеү әле лә бик популяр.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал