6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Депутаттар үҙ хатаһында өйрәнә
01.08.05


       - Беҙҙең партия инде киләһе йылда уҡ федераль хөкүмәтте контролдә тотор, тип ышанабыҙ, - тине "Башинформ" мәғлүмәт агентлығында үткән матбуғат конференцияһы геройҙары, "Берҙәм Рәсәй" төбәк сәйәси советы секретаре Мансур Әйүпов һәм уның фракция буйынса коллегалары Камилә Дәүләтова, Анатолий Старков һәм Эдуард Хәмитов.
       Матбуғатты даими рәүештә һатылғанлыҡта ғәйепләүсе һәм уға һирәк мөрәжәғәт итеүсе "народниктар", "яблочниктар" һәм башҡаларҙан айырмалы рәүештә, "Берҙәм Рәсәйлеләр" баҫма һәм электрон һүҙҙең көсөн белә - шуға күрә журналистар менән
       аралашыуҙан баш тартмай. Был юлы Мансур Әйүпов киң
       мәғлүмәт сараларын депутаттарҙан "яуыздар" яһамаҫҡа һәм
       илдең президенты һәм парламенты араһында булмаған ҡапма - ҡаршылыҡты эҙләмәҫкә саҡырҙы.
       - Власть органдарының ике тармағы ла бер тәртәгә егелгән. Һәм ул саҡта, әгәр Дума насар икән, тимәк президент та - нас ар, - тип ышаныслы рәүештә белдерҙе Дәүләт Думаһының Башҡортостан депутаттары лидеры. Киң мәғлүмәт сараларына бер аҙ үпкә һаҡлауҙың сәбәптәре аңлашыла. Тик, бәлки, башта ватандаштарҙы парламенттың файҙалы булыуына ышандырырға кәрәктер. Һуңғы мәғлүмәттәргә ярашлы, рәсәйлеләрҙең төп федераль башҡарма һәм закондар сығарыу буйынса власть органдарына ҡарашы дөйөм алғанда кире булып ҡала бирә . Июнь - июль айҙарында президент эшен ыңғай баһалау 69 процент кимәлендә ҡала, ул федераль властың ыңғай баһалары киреһенә ҡарағанда күберәк булған берҙән - бер органы. Июль айында хөкүмәт эшмәкәрлеген хуплау кимәле 28 процентҡа тиклем түбәнәйгән. Дәүләт Думаһы эшен ыңғай тип табыусылар
       май - июнь айҙарында 22 процент, ҡаршы яҡтар - 61 процент тәшкил итә. Нисек кенә булмаһын, халыҡ тауышы көслө. Һәм киң
       мәғлүмәт саралары тарафынан депутаттарға бирелгән баһа рәсәйлеләрҙең депутаттар эшмәкәрлегенә мөнәсәбәтенә йоғонто яһай тип ниндәйҙер дәрәжәлә генә раҫларға мөмкин. Тик ниндәй
       дәрәжәлә
       Журналистар менән осрашыу ваҡытында РФ Дәүләт Думаһы депутаттары Мансур Әйүпов, Камилә Дәүләтова һәм Эдуард Хәмитов "сәйәси закондар сығарыу кухняһының" серҙәре менән у ртаҡлашты. Баҡһаң, "Берҙәм Рәсәйлеләр" парламентта күпселек булараҡ, төрлө шоу - акция һәм ултырыштар залында һүҙ көрәштереүҙәр менән шөғөлләнеүҙе кәрәк тип тапмай икән. Төп дискуссия һәм депутаттарҙың көсөргәнешле эшмәкәрлеге профиль комитеттары һәм фракция ултырыштарында бара.
       - Унда беҙ ҡарлыҡҡансы бәхәсләшәбеҙ, ҡараштарҙың төптө та п килмәгән мәлдәре була. Уның ҡарауы һуңынан депутаттар арты ҡ "хис - тойғоһоҙ" тауыш бирә, - тип һөйләй Мансур Әйүпов.
       - Эйе, - тип ҡушыла уға халыҡ - ара эштәр буйынса комите т вәкиле Камилә Дәүләтова, - һеҙҙә иһә депутаттар бер ниндәй ҙ ә эш алып бармай тигән, дөрөҫлөккә тап килмәгән фекер
       барлыҡҡа килә.
       Ғәмәлдә иһә берҙәм рәсәйле Дәүләтова ингән депутаттар төркөмө һуңғы ваҡытта Рәсәй ҡатын - ҡыҙҙарын яҡлау буйынса закон проектын индереүгә өлгәште: бала тыуғандан һуң алынған
       отпуск стаж иҫәбенә индереләсәк, балаға бирелгән пособиены ң да артыуы көтөлә.
       Депутат Старков, үҙе билдәләүенсә, закондар сығарыу яланында яңы кеше, әммә партия ҡушҡанын аныҡ үтәй. Был ваҡыт эсендә ул Палестинала, Балканда һәм Төнъяҡ Кореяла булып Рәсәй мәнфәғәттәрен яҡлап сығыш яһарға өлгөргән.
       Рәсәйҙең төп парламентында закондар сығарыу эшмәкәрлеге
       буйынса иң аҙ стаж берҙәм рәсәйле Эдуард Хәмитовта, ул депутат мандатына быйыл ҡыш ҡына эйә булды. Дөрөҫ, фракция у ны йүнәлткән мәғариф һәм фән комитеты уның элекке - БДПУ ректоры эшмәкәрлегенә яҡын.
       Иң ҡыҙыу эштәр бөгөн Мансур Әйүпов ингән милләт эштәре буйынса комитетында башҡарыла. Унда Рәсәй Федерацияһында дәү ләт милли сәйәсәте нигеҙҙәрен булдырыусы закон проекты өҫтөндә эш алып барыла. Бынан тыш Мансур Әнүәр улы, төбәк сәйәсәте ҡаҙанышы булараҡ, Башҡортостан Республикаһының 2007 йылға тиклем үҫешенә ҡарата федераль маҡсатлы программаны оҙайтыуҙы билдәләп үтте. Был Башҡортостандың үҙ теләге менән Рәсәй составына инеүенә 450 йыл тулыуы фонында айырыуса әһәмиәткә эйә.
       Бөгөнгө федераль хөкүмәттең эшмәкәрлеге беҙҙең "Берҙәм Рәсәй" сәйәси партия вәкилдәре - Дәүләт Думаһы депутаттарының ризаһыҙлығын тыуҙыра. Күрәһең, был депутат
       корпусының министр портфелдәрен йөрөтөүселәргә ҡарата дөйөм ҡарашын сағылдыралыр.
       - Хөкүмәт аҡсаның ҡайҙа киткәнен һәм уны ниңә йыйырға кәрәклеген аңлата алмай, - тип ғәжәпләнә Мансур Әйүпов.
       - Хөкүмәттә беҙгә төптө ят кешеләр ултыра, - тип уға ҡушы ла Анатолий Старков.
       Рәсәйҙә идея һәм инвестиция көрсөгөн йырып сығыу сараларының береһе тип депутаттар бюджет өлкәһендә килемдәрҙе арттырыуҙы иҫәпләй. 2008 йылға врач һәм уҡытыусыларҙың уртаса эш хаҡын 10 меңгә, ә пенсияны һигеҙ
       меңгә еткереү мотлаҡ, тип һанай депутаттар. Һәм әгәр хөкүмә т ошоно ла эшләй алмай икән, унан ни файҙа, тигән фекер
       яңғыраны. Был ғына түгел, Дәүләт Думаһынан айырмалы рәүештә, министрлыҡ, ведомство һәм хеҙмәттәр планлаштырылған закон проекттарының өстән бер өлөшөн генә депутаттар ҡарамағына тапшырып, закондар сығарыу процесын күрәләтә тотҡарлай. Шулай булғас реформаларҙы тулыһынса тормошҡа ашырыу ҙа шик тыуҙыра. Бына урындағы үҙидара
       реформаһы йәһәтенән дә ашыҡмаҫҡа ҡарар ителде. Мансур Әйүповтың һүҙҙәре буйынса, "Рәсәй Федерацияһында урындағы үҙ идара ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында" федераль закондың тулыһынса үҙ көсөнә инеүе өс йылға - 2009 йылға тиклем кисектерелер, моғайын. Депутаттар үҙҙәренең һәм
       хөкүмәттең хаталарында бик тиҙ өйрәнә.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал