6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ

Милли китапхананың түбәһе емерелде. Артабан нимә булыр
01.08.05


       Төп башҡорт китапханаһы аҡрынлап емерелә бара. 46 йыл элек
       төҙөлгән был бина капиталь ремонтлауға мохтаж. Бюджеттан бүленгән средство етмәй. Әхмәт - Зәки Вәлиди исемендәге
       Милли китапхана етәкселеге бағымсыларҙың ярҙамына өмөтләнә,
       әммә эшҡыуарҙар китапхана үҫешенә аҡса сығарып һалырға ашыҡмай.
       Китапхана хеҙмәткәрҙәре өсөн үткән дүшәмбе ысынлап та ауырҙарҙан булды. Иртә менән эшкә килгәс, улар төп ишектән һул яҡта түбәнең кәрнизе һәленеп төшөүен күрә. Өс бетон плит а һәр минут һайын килеп төшөү ҡурҡынысы менән янай.
       - Аҫта штукатурка өйөмө ята ине. Уның киҫәктәре кабинетта рҙың береһенең тәҙрәһен ватҡан, - тип һөйләй китапхана хеҙмә ткәре Вячеслав Фешкин.
       Оҙаҡ уйлап тормайынса, китап һаҡсылары хәүефле зонаны уратып ала һәм ҡотҡарыусыларҙы саҡыра. Улары түбәнең артабан емерелеү хәүефен булдырмаҫ өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләй. Әммә, күренеүенсә, хәүефте тулыһынса бөтөрөргә түбәне тулыһынса яңынан алмаштырыу ғына ярҙам итә аласаҡ.
       - Китапхана 1959 йылда төҙөлгән һәм шул ваҡыттан алып бын да бер тапҡыр ҙа капиталь ремонт үткәрелгәне юҡ, - тип ҡайғы һы
       менән уртаҡлаша Милли китапхана директоры Роза Буканова. - Үткән быуаттың 80 - се йылдарында федераль бюджет иҫәбенә бинаны реконструкциялау планы төҙөлгәйне лә. Әммә 90 - сы йылдарҙағы билдәле ваҡиғалар проектты тормошҡа ашырырға мөмкинселек бирмәне.
       Роза Буканова республиканың төп китапханаһына 2002 йылдың
       август айынан алып етәкселек итә. Ул үҙен аҡыллы етәксе ген ә түгел, шәп ойоштороусы итеп тә күрһәткән. Был ваҡыт эсендә китапханала йылытыу, һыу менән тәьмин итеү системаһы, канализация тулыһынса алмаштырылған, подвал биналарында ремонт үткәрелгән, буфет, ижади зыялылар залы асылған. Әйткәндәй, барлыҡ был эштәр ваҡытында китапхана бер көнгә лә
       туҡтап тормай, ғәҙәти режимда эшләүен дауам итә.
       - Әлегә тиклем нисек тә средство табыу сараһын күрә инек, башлыса Мәҙәниәт министрлығы ярҙамы менән, әлбиттә. Ә бына т үбәгә көс етмәҫ тип ҡурҡам, - тип таный Роза Буканова. - Сөн ки беҙгә бүленгән аҡса китапхананың Фрунзе урамында "БЭТО" заводының элекке бинаһында урынлашҡан тағы бер корпусын ремонтлауға китә.
       Төп корпустың түбәһен алмаштырыу - беренсе сираттағы буры с, ти китапхана хеҙмәткәрҙәре. Яҙ көнө ул һыу үткәреүе етмәг ән, хәҙер килеп емерелә лә башланы. Һыу баҫыуҙан тыш китаптарға mғын да янай.
       - Беҙ яңы ҡорамалдар, компьютерҙар урынлаштырҙыҡ, шуға күрә йылылыҡ менән тәьмин ителеш системаһын да мотлаҡ рәүештә алмаштырырға кәрәк, - ти Роза Ғафар ҡыҙы.
       - Ике йыл элек мин Америкала булып ундағы китапхана селтә ре эше менән танышып ҡайттым, - тип дауам итә ул. - Унда китапхана алдындағы плиталарҙа бағымсыларҙың исеме яҙылған -
       ирекле рәүештә ярҙам күрһәтеү унда инде күптән нормаға ингә н. Беҙ иһә үҙ меценаттарыбыҙға түбәбеҙҙе рекламаға бирергә
       әҙербеҙ. Әммә әлегә тиклем эшҡыуарҙарҙың беҙгә бер тапҡыр ҙа ярҙам иткәне юҡ. Грант отҡас, "Башинформсвязь" башлығының беҙгә 50 мең түләгәнен иҫәпкә алмағанда инде. Бының өсөн уға ҙур рәхмәт.
       Әхмәт - Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана - уникаль хазиналар тупланмаһы: уның фонды өс миллиондан ашыу китап тәшкил итә. Уҡыусылар менән эш ойоштороу, кадрҙар составы буйынса ул Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә билдәле. Китапхана ишеге халыҡтың барлыҡ ҡатламдароы өсөн дә асыҡ, ул йәмғиәтте мәғлүмәт ярҙамында берләштереү өсөн әҙер структура ролен үтәй. Бында килеүе ... ғүмер өсөн хәүеф менә н янамаһа, тағы ла яҡшыраҡ булыр ине.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал