6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Пландағы бурыстар менән генә сикләнмәй
01.08.05


       Быйылғы йыл башынан иҫәпләгәндә республиканың Милек мөнәсәбәттәре министрлығының иң талапсан ҡарашҡа ла яуап бирерлек хәле бар. Беренсе яҡтан, ҡаҙаныштар күҙгә ташланып
       тора, икенсе яҡтан - бында "тар" урындарҙы йәшермәйҙәр, әмм ә уларҙы төҙәтергә әҙерҙәр. Ведомствоның киңәйтелгән коллеги я ултырышында министр Раил Сарбаев дәүләт мөлкәтен файҙаланыуҙан республика бюджеты 1,25 миллиард һумдан артыҡ табыш алды, тип билдәләне.
       Министрлыҡ бөгөн пландағы бурыстар менән генә сикләнмәй. Башҡортостан Президентының халыҡҡа һәм парламентҡа Хатының дәүләт милкенә идара итеүҙең һөҙөмтәһе менән ҡәнәғәтһеҙлек тойғоһо белдереү тураһында әйтелгән положение үҙенсәлекле ориентир ролен үтәй. "... Бында бер нисә хата ебәрелгән. Стратегия йәһәтенән мөһим предприятиеларҙың эшмәкәрлеген контролдә тотоу һорау аҫтында ҡалды. Артабан
       хужалыҡ йәмғиәттәре, дәүләт унитар предприятиеларының һаны һәм структураһында республиканың ҡатнашлыҡ дәрәжәһен билдәләүгә яуаплыраҡ ҡарашта булырға кәрәк", - тип билдәләй Мортаза Рәхимов үҙенең Хатында. Бөгөн дәүләт мөлкәтен һатыуҙы баһалағанда, ышаныс идаралыҡтары индереү практикаһында һәм мөлкәтте арендаға тапшырыуҙа баҙар һәм ярыш мөнәсәбәттәре файҙаланыла. Раил Сарбаев билдәләүенсә, б еренсе сиратта был дәүләттең акция пакеттарына ҡағыла, уларҙы бары тик конкурс нигеҙендә һәм өҫтөнә социаль яуаплылыҡ алырға әҙер һәм предприятиеларҙы үҫтереү үҙ мәнфәғәтендә булған инвесторҙарға ғына тапшырыу мотлаҡ. Киләсәктә дәүләт милке менән файҙаланған өсөн йыллыҡ
       аренда түләүен билдәләү методикаһына үҙгәрештәр индереү планлаштырыла - был инде 2006 йылда уҡ дәүләттең торлаҡ булмаған фондын арендаға объектив хаҡтар буйынса, баҙар
       конъюнктураһын иҫәпкә алып, тапшырырға мөмкинселек бирәсәк.
       Дәүләт милкенә идара итеүселәр банкротлыҡты иҫкәртеү һәм предприятиеларҙы финанс йәһәттән һауыҡтырыуға айырым иғтибар бирергә ниәтләй. Ыңғай мәлдәр булыуына ҡарамаҫтан, Раил Сарбаев мөлкәт өлкәһендә күҙаллауҙар, тимәк был өлкәләг е процесты аңлауға түбән баһа ҡуйҙы. Мәҫәлән, 2005 йылдың беренсе яртыһында предприятиела ҡатнашҡан дәүләт өлөшөнә тура килгән дивидендтар буйынса план 53 тапҡыр арттырып үтәлгән. Шул уҡ ваҡытта дәүләт мөлкәтен һәм Башҡортостан Республикаһының акциялар ппакетын һатыуҙан алынған табыш ҡуйылған күләмдән ни бары 50 процентҡа артығыраҡ. Сәбәптәр аңлашыла һымаҡ: ҡайҙалыр ваҡыт етмәй, ҡайҙалыр ер майҙандарына мөлкәтте билдәләү һорауы хәл ителмәгән,
       ҡайҙалыр хосусилаштырыуға документтарҙы әҙерләү өсөн аҡса ю ҡ һ. б.
       "Рәсәй Федерацияһында урындағы үҙидараны ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында" закондың үҙ көсөнә инеүенә биш ай ваҡыт ҡалды. Раил Сәлих улы әйтеүенсә, бөгөн урындағы
       әһәмиәтле һорауҙарҙы хәл итер өсөн министрлыҡ алдында
       яңынан булдырылған муниципаль берәмектәрҙе дәүләт милке
       менән тәьмин итеү бурысы тора. Әлеге ваҡытта муниципаль
       мөлкәткә 76 унитар предприятие һәм 85 учреждение тапшырылған да инде. 270 хужалыҡ йәмғиәтенең өлөш һәм акцияларын муниципаль мөлкәттән республикаға тапшырыу процесы кире йүнәлештә хәрәкәт итә. Шул уҡ ваҡытта республикала ергә дәүләт һәм муниципаль мөлкәтте, шул иҫәптән ауыл хужалығы ерҙәрен сикләү буйынса эш дауам итә
       һәм ул бер йылда ғына тамамланмаясаҡ. Коллегияла ҡатнашыусылар фекере буйынса, хәл ителеүсе бурыс күләме
       мөлкәткә идара итеү буйынса яңы территориаль органдар булдырыуҙы талап итә.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал