6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Ағиҙел матростары анттарына тоғро ҡалды
01.08.05


       Үткән йәкшәмбе, 31 июлдә, илебеҙ Һауа - Диңгеҙ флоты көн өн билдәләне. Ошо уңай менән был көндө ҙур байрам итеп ҡабур итеүсе яҡташтарыбыҙ тураһында һөйләп китеү зарурҙыр.
       Аҡ диңгеҙ ярында, Соловки утрауында, юнгалар мәктәбендә тәрбиәләнеүселәргә һәйкәл ҡуйылған. 1943 йылдың октябрь айында был мәктәпте Башҡортостандан килгән 160 малай ҙа тамамлай. Тимәк был һәйкәл - улар хөрмәтенә лә.
       Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, командование һуғыштың иң хәүефле урындарына "ҡара шайтандар" - матростарҙы йүнәлтә. Күп кенә моряктар ҡоро ерҙә үткәрелгән һуғыштарҙан караптарына кире әйләнеп ҡайта алмай. Шул арҡала һуғыштың икенсе йылында флотҡа яҡшы әҙерлек үткән белгестәр етешмәүе һиҙелә башлай. Һәләк булғандарҙы йәштәр - юнгалар алмаштыра.
       1942 йылдың 25 майында Хәрби - Диңгеҙ Флотының хәрби комиссары адмирал Н. Г. Кузнецов юнгалар мәктәбе төҙөү тураһындағы приказға ҡул ҡуя. "Мәктәпте 15 - 16 йәшлек егет тәр менән тәьмин итергә", - тип әйтелә приказда.
       Мәктәптә уҡытыу өсөн бөтә Советтар Союзынан 1307 кеше һайлап алына ( Башҡортостандан 161 егет саҡырыу ала). Мәктәптең һәр һигеҙенсе тәрбиәләнеүсеһе Ағиҙел ярҙарынан була һәм артабан уларҙың һәр береһе диңгеҙ туғанлығының ҡаты
       мәктәбен үтә.
       Юнгалар мәктәбен Аҡ диңгеҙҙәге Соловки утрауында урынлаштырырға хәл ителә.
       1942 йылдың авгусында Архангельск малайҙары Соловецк утрауҙарына юл тота. Һәм белем өсөн "көрәш" башлана. Юнгалар
       10 - 12 - шәр сәғәт шөғөлләнә. Диңгеҙ эшен, буласаҡ һөнәрҙә рен өйрәнәләр. Шлюпкаларҙа диңгеҙгә сығалар. 1943 йылдың сентябрь айында план буйынса күнекмәләр тамамлана. Дәүләт имтихандары һәм зачет күнекмәләре башлана. Беҙҙең республиканан килгән юнгаларҙың күбеһе бары "яҡшы" һәм "бик яҡшы" билдәләренә генә өлгәшә. 1943 йылдың октябрь айында, үҙ частәренә йүнәлер алдынан, улар Ватандарына һәм Флотҡа тоғро булып ҡалырға ант итә.
       Матрос кейеме кейгән 15 - 16 йәшлек Ватан һаҡсылары иңгә - иң теҙелеп баҫа. Башҡортостан юнгалары Г. Таращук, М. Йәһүҙи н, А. Ежов, Н. Кәримов, У. Иҙрисов, Г. Рыбников, И. Ящук, Г. Комиссаров, В. Кочетов, Г. Костылев, Л. Сычев, В. Богдано в, В. Никитин, Г. Бриллиантов, Г. Матюшин, Г. Коновалов, И. Малышев, Г. Клюкин, Ю. Смирнов һәм башҡалар ҙа ант бирә.
       Төнъяҡ, Ҡара диңгеҙ, Тымыҡ океан флоттарында батырҙарса көрәшеп улар биргән анттарына тоғро ҡала. Күптәре хәрби орде н һәм миҙалдар менән наградлана. Күптәре наградаларын алырға  өлгөрмәй баштарын һала.
       Бөгөн Башҡортостандағы 160 юнганың етәүһе генә иҫән.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал