6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

"Салауат" "Приморье" командаһын артта ҡалдырҙы
29.07.05


       Спидвей өлкәһе белгестәре "Салауат" менән "Приморье" командаларының осрашыуы Владивосток командаһының еңеүе менән тамамланыуын күҙҙалай ине. Әммә башҡорт
       коллективының мотоуҙышсылары ярайһы уҡ ышаныслы еңеүгә
       өлгәшеп күптәрҙе ғәжәпкә һалды.
       Спидвей ярыштары Салауатта үтеүенә ҡарамаҫтан, хужа булып
       "Приморье" һаналды. Бының төп сәбәбе - Владивостокта һауа
       шарттары боҙолоу сәбәпле осрашыуҙың Башҡортостанға күсерелеүе.
       Ике команда ла үҙ составын ярайһы уҡ нығытҡан. "Салауат" командаһының етәкселеге һуңғы минуттарға тиклем коллектив составында Николай Корнев менән Роман Кантюков булыуын йәшергән. "Приморье" составында иһә поляк Томаш Баерски пәйҙә булды.
       Салауатта үткән ярыш көсөргәнешле булыуы менән айырылып торҙо. Уҙыштың тәүге өлөшөндә үк "Приморье" вәкилдәре 4 мәрәй яуланы ( 4 : 2 ). Әммә киләһе стартта Ради к һәм Альберт Тибеевтар "приморец" Григорий Харченкоға ҡарағанда йылдамыраҡ булып сыҡты һәм "Салауат" алға йүнәлде - 7 : 5. Томаш Баерски бар уҙыштарҙа ла алдан килде, бары ти к береһендә генә, мотоциклы боҙолоу сәбәпле, артта ҡалды. Владивостоктың тағы бер вәкиле Алексей Харченко ла яҡшы сығыш яһаны - ул бер тапҡыр өсөнсө, ҡалған уҙыштарҙа беренсе
       булыуға өлгәште. Әммә ике лидерҙың уңышлы сығышы команданы ауыр хәлдән сығара алманы. Һөҙөмтәлә "Салауат" 52 , 36 иҫәбе менән еңеү яуланы. Башҡорт командаһында иң яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеүселәр иҫәбенә Роман Каширин менән Ко нстантин Корневты индерергә була, улар ун икешәр мәрәй йыйҙы). Радик һәм Альберт Тибеевтар иҫәбендә берәр еңеү. Хәҙер "Салауат" Рәсәй асыҡ команда чемпионатында өсөнсө урын биләй. Әммә иң мөһим көрәштәр алда әле.

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал