6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
БАШвестЪ - йәш

Китап уҡыу моданан сыҡтымы
29.07.05


       - Беҙҙең мәктәптә үҙ ғүмерҙәрендә бер китап та уҡып сыҡмаған уҡыусылар бар, - тип хәбәр итте бер көндө 13 йәшлек күрше ҡыҙы.
       - Кит инде, - тип ышанмаҫҡа иттем мин, - ул саҡта нисек и теп имтихан тапшыра һуң улар!
       - Ә ҡыҫҡаса изложениелар нимә өсөн - тип йылмайҙы Лена. - Интерентта реферат һәм иншалар етерлек. Уҡытыусылар был турала белә, шуға күрә күп осраҡта "өслө" билдәһе ҡуялар. Ә уларға башҡаһы кәрәкмәй ҙә... Тик мин "отличница", шуға күрә уҡырға тура килә, - тип ауыр һуланы ҡыҙыҡай һәм тыпылдап баҫҡыстан аҫҡа атланы. Әгәр ҙә Юрий Левада етәкләгән аналитика үҙәгенең социологик тикшеренеүҙәренә арналған "Уҡыу һәләкәте" тип аталған мәҡәлә күҙемә салынмаһа, мин был
       һөйләшеү тураһында онотҡан да булыр инем инде. Был тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, ярты ил китап һатып алмай һәм
       журналдар уҡымай, ә рәсәйлеләрҙең 80 процент тирәһе китапхана хеҙмәтләндереүе менән файҙаланмай. Рәсәй халҡының 52 проценты китап һатып алмай, 37 проценты - китап уҡымай, 5 9 процент журналдар һатып алмай, 39 - журнал уҡымай. Мәктәп уҡыусылары тураһында нимә әйтергә ҡала инде - улар өсөн оят: 32 ил араһында "уҡыу сифаты" буйынса улар 28 - се урынды биләй.
       Һәм бында эш төрлө нәшриәттәр тарафынан сығарылған китаптарҙың 40 проценты уҡыусыларға килеп етмәүендә лә түгел . Уҡытыусылар һәм ата - әсәләр үҙҙәре лә таный: үҫмерҙәрҙең уҡыуға мохтажлығы юҡҡа сыҡты, уларҙы компьютер һәм видео алмаштыра. Балалар сәңгелдәктән үк тип әйтерлек хакер булып үҫә, "Выбирай Россию для русских" лозунгыһында 20 йәшлек скинхедтар аҙ тигәндә лә бер хата эшләй, ә ябай мәктәп уҡыусыһы ҡайһы ваҡыт "Герой нашего времени" әҫәренең авторын атарға ҡыйынһына.
       Үҙ сиратыбыҙҙа беҙ Өфө китапханаларында йәштәрҙең китап уҡырға яратыу - яратмауын асыҡларға булдыҡ, асылған дөрөҫлөк
       беҙҙе артыҡ ғәжәпләндермәне лә...
       Әҙәби китаптарҙы бөтөнләй уҡымайҙар тип әйтергә була. Йәштәр ҙә, өлкәндәр ҙә ғәҙәттә тарихи китаптарға иғтибар бир ә. Урта йәштәгеләрҙе китап уҡыу шөғөлө бөтөнләй ҡыҙыҡһындырмай. Китапханасы Гүзәл әйтеүенсә, хәҙер, имтихандар артта ҡалғас, Әхмәт - Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана юлын тапаусылар һирәгәйҙе. Ә китапханала күптән түгел генә асылған яңы бүлектә төрлө тематикаға һуңғы
       йылдарҙа ғына сыҡҡан китаптарҙы ла табырға мөмкин!
       - Беҙҙең халыҡ уҡымай, - ти Гүзәл. - Быны аңлар өсөн арты ҡ күҙәтеү ҙә кәрәкмәй. Вуздарға уҡырға инеү имтихандары барған
       осорҙа абитуриентар университеттарҙы штурм менән алды, китапханаға иһә көнөнә 15 - 20 кеше генә инеп сыҡты. Миллионлаған кеше йәшәгән ҡала өсөн был күрһәткес тип әйтеп буламы Уҡығандары ла мәжбүри әҙәбиәт, башлыса, иҡтисад, хоҡуҡ, тарих өлкәһе, ә күңел ҡушҡан өсөн уҡыусылар юҡ.
       Шулай итеп, нимә асыҡлана: уҡыусы халыҡ проценты күҙгә күренеп ҡыҫҡара. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, китап баҙарының негатив тенденциялары бының менән генә тамамланмай. Әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһыныусылар интеллектуаль проза һәм "әҙәбиәттең ал тын фондына ҡарағанда" "түбәнге пробалы попсаны" өҫтөнөрәк күрә. Миҫал артынан алыҫҡа йөрөргә лә тура килмәне : эскәмйәлә ултырыусы мәктәп сығарылыусылары кемуҙарҙан күп уҡыуҙарын белдерҙе. Башлыса ҡатын - ҡыҙ журналдары һәм Марининаның детективтарын хуп күрәләр. Бер ҡыҙ үткән йыл
       "Троя" фильмын ҡарағандан һуң Гомерҙың "Илиадаһын" уҡып сыҡҡан. "Одиссеяға" түҙемлегем етмәне", - тип таный ул.
       - Мин үҙемде күп уҡыйым тип әйтмәҫ инем. Әммә уҡырға яратмағандан түгел, ваҡыт етмәгәнлектән һәм күңел өсөн уҡырлыҡ китап табыуы ҡыйын, - ти 26 йәшлек Максим, Башҡорт
       дәүләт университетының биология факультеты сығарылыусыһы. -
       Ҡайһы ваҡыт ауыр эш көнөнән һуң ял итеү өсөн детектив һатып
       алғылайым. Шуға күрә етди әҙәбиәт уҡымайымдыр ҙа инде, эштә
       хәлдән таяһың, тағы килеп китап ауыр уйҙарға батыра. Дуҫтар ым тураһында бер нимә лә әйтә алмайым, китап тотоп
       ултырғандарын күргәнем юҡ...
       Студент булырға йыйыныусы Юра китап уҡырға яратмауын асыҡтан - асыҡ белдерҙе. Үҙ ғүмерендә ул биш кенә китап уҡып сыҡҡан, уның ҡарауы улар "етди": "Война и мир", "Преступлени е и наказание" һәм бик "ҡатмарлы" өс детектив.
       Милли китапхананың сәнғәт буйынса әҙәбиәт залының баш китапханасыһы Галина шулай уҡ йәштәр араһында "эш буйынса" у ҡыусылар күплеге тураһында белдерҙе. Башҡа осраҡта инде сәйнәп йотор өсөн ҡатын - ҡыҙҙар романы һәм фәнтәзи алыуҙы
       хуп күрәләр. Китапханала халыҡ аҙ, көнөнә күп тигәндә лә 20
       - 40 кеше инеп сыға.
       Уның ҡарауы китап магазины һатыусылары беҙҙе ҡыуандырҙы. Улар билдәләүенсә, йәштәр араһында "кинәйәле" әҙәбиәт популярлыҡ менән файҙалана, уның вәкилдәре - Пауло Коэльо, Анхель де Куатье, Ричард Бах һәм башҡалар, уларҙы "бер көнлө к" яҙыусылар иҫәбенә индереүе ҡыйын.
       Ниндәй йомғаҡлауға киләбеҙ Мин, мәҫәлән, "күп уҡыған" һә м "белемле" һүҙҙәрен синонимға яҡын тип һанайым. Бер генә
       һорауым бар, ул да булһа уҡыуҙы яҡлау буйынса милли
       программаларға ҡағыла: ниңә донъяның барлыҡ илдәрендә лә тип әйтерлек улар бар, ә беҙҙә - юҡ

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал