6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Осто осҡа бәйләргә йөкләмәләр ярҙам итәсәк
29.07.05


       Хөкүмәттең 2006 йылға бюджет проектын үҙ ваҡытында һәм сифатлы итеп төҙөүҙе тәьмин итеү һәм һалымға ҡағылышлы закондарҙы камиллаштырыу буйынса ике ведомство - ара комиссияһы Республика йортонда төп финанс документтың параметрҙарын тикшерҙе.
       Дөйөм алғанда, Башҡортостан Хөкүмәте башлыса республиканың Финанстар министрлығы йөҙөндә киләһе йылға
       бюджеттың төп проекттарын әҙерләне лә инде. Әлеге ваҡытта
       уның параметрҙары йәһәтенән Хөкүмәт Президиумы ағзалары
       менән килешеү алып барыла. БР Хөкүмәте Премьер - министры
       урынбаҫары, финанстар министры Айрат Ғәскәровтың һүҙҙәренә ҡарағанда, республиканың буласаҡ бюджетының төп үҙенсәлеге б улып уның урындағы үҙидара реформаһы, бюджет - ара мөнәсәбәттәр системаһы булдырылыуы һәм илдең дәүләт власть о ргандары системаһында төплө структура үҙгәрештәре шарттарынд а формалашыуы торҙо. Республика парламентының үткән яҙғы сес сияһында бюджет процесын ойоштороуҙы көйләүсе норматив актта р ҡабул ителде. Төрлө кимәлдәге бюджеттарҙың үҙ - ара
       мөнәсәбәтен билдәләүсе "Башҡортостан Республикаһында бюджет - ара мөнәсәбәттәр тураһында" яңы закон айырыуса үҙен
       һиҙҙерҙе.
       Республика бюджеты параметрҙары буйынса уның профицит булырын аныҡ ҡына күҙаллау мөмкин түгел. Башҡортостан территорияһына индерелеүсе килем 90,2 миллиард һум күләмендә күҙаллана, был 2005 йыл кимәле менән сағыштырғанда 16,4 миллиард һумға күберәк. Федераль бюджетҡа 44,5 миллиард һум иҫәпләнәсәк. Хөкүмәт күҙаллауынса , республика бюджетының һалым һәм йыйым өлөшөнә ингән
       килем күләме 53 935 миллион һум тәшкил итәсәк, был быйылғы йылдың раҫланған бюджетынан 6,6 процентҡа күберәк. Бюджеттың сығымдар структураһында социаль йөкләмәләр ҙур
       урын биләүе аңлашыла. Бюджет өлкәһендә көтөлгән минималь эш хаҡын арттырыуҙар - быйылғы көҙ 800 һумға тиклем һәм киләһе Беренсе майҙан 1100 һумға тиклем - шулай уҡ ҡаҙнаның
       сығымдар бүлегендә үҙен һиҙҙерәсәк. Тик пенсиялар ғына ла е те процентҡа артырға тейеш. Бының менән бергә бюджет
       учреждениеларына тотонолған сығымдар ҙа артасаҡ, өҫтәүенә уларҙы инфляция индексын күҙ уңында тотоп планлаштарыу
       зарур. Республика хөкүмәте нигеҙ итеп алған макроэкономик күрһәткестәр түбәндәгесә: 2006 йылға иҫәпләгәндә милли валют а курсы - бер долларға 27, 9 һум, нефть хаҡы - баррель өсөн 40 доллар - дөйөм Рәсәй күҙаллауҙарынан айырылмай.
       Башҡортостан территорияһында барлыҡ кимәлдәге бюджет килемдәрен иҫәпләгәндә һалым һалыу өлкәһендә үҙ көсөнә ингән
       үҙгәрештәр ҙә, көтөлгәндәре лә иҫәпкә алынды. Башлыса был мираҫҡа һәм бүләк итеп биреүгә һалымдың бөтөрөлөүе, нефть
       продукттары һәм алкоголь продукцияһына акциздарҙы иҫәпләү
       һәм түләү тәртибенең, килемгә, өҫтәлмә хаҡҡа һалымдың үҙгәреүе, Һалым кодексының "Ергә һалым" бүлегенең эшләй башлауы һәм башҡалар. Бюджет проектын әҙерләүселәр шулай
       уҡ урындағы үҙидара органдарына урындағы бюджетты раҫлағанға тиклем үҙ территорияһында урындағы һалымдар
       индереү хоҡуғы бирелеүен билдәләне. Барлыҡ түләүҙәр ҙә тулы
       күләмдә урындағы бюджетҡа индерелә. Һис һүҙһеҙ, киләсәк
       бюджеттың параметрҙарын тәүге тикшереү килемдәр йәһәтенән д ә, сығымдарға ҡағылышлы үҙгәрештәр процесы өсөн дә старт ролен үтәй. Республиканың "Транспортҡа һалым тураһында",
       "Уйын автоматтары бизнесына һалым тураһында" закондарға үҙгәрештәр индереү планлаштырылыуын билдәләргә кәрәк.
       Яҡын арала хужалыҡтың ҡайһы бер тармаҡтарын финанслау
       хөкүмәт булдырған адреслы инвестиция программалары аша башҡарыласаҡ. Алда дискуссияларға бай булған сығым
       күләмдәре һәм статьяларын раҫлау этабы тора, һәм
       министрлыҡтар бюджет проекты өҫтөндә эшләүҙе көҙгә генә тамамлай аласаҡ. 27 сентябрҙә ул өҫтәлмәләр менән БР Президентына тәҡдим ителәсәк, ә 1 октябрҙә Башҡортостандың төп финанс документы парламент депутаттары ҡарамағына тапшырыласаҡ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал