6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Геройҙың данлы исеме яҡлауға мохтаж
28.07.05


       Николай Иванович Кузнецовтың ( 1911 йылдың 27 июлендә тыуған) Гитлер армияһы офицеры ҡиәфәтендә дошман тылында тиңе булмаған батырлыҡтар эшләүе билдәле.
       Өфөлә Советтар Союзы Геройы, совет разведчигының бер туғаны Лидия Ивановна Брюханова йәшәгән. Ул үҙенең ағаһы тураһында түбәндәгеләрҙе һөйләп ҡалдырған: "Беҙ Свердлов
       өлкәһенең ҙур булмаған Зырянка ауылында тыуып үҫтек. Бала саҡтан уҡ Коля крәҫтиән хужалығы буйынса атайҙың беренсе ярҙамсыһы булды. Һары сәсле, ҡыйыҡ яғалы күлдәк кейгән 15 йәшлек Коляның һабан артынан атлағаны әле лә күҙ алдымда. Шул йылды беҙ атайһыҙ ҡалдыҡ, ул оҙаҡ ауырыуҙан һуң беҙҙе
       ҡалдырып китеп барҙы.
       Немец телен Коля Талица ете йыллыҡ мәктәбендә өйрәнә башланы. Уҡытыусы немец һәм француз телдәрен һыу кеүек эсә и не. Нәҡ ул Коляла сит телгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы ла инде. Һуңынан, техникумда уҡығанда, эшләгәндә ул немец теле
       буйынса үҙаллы шөғөлләнде.
       Бала саҡтан саңғыла, конькиҙа йөрөргә яратты, яҡшы атырғ а өйрәнде. Коляның курсташтары Талица урман техникумында Осоавиахим линияһы буйынса оборона эшен Кузнецов
       етәкләгәнен хәтерләй. Шул ваҡытта уҡ ул иптәштәре менән тайгала аҙашмаҫҡа, браконьерҙарҙы эҙәрлекләргә өйрәнә.
       1934 йылда Николай Кузнецов Свердловск ҡалаһына күсеп килде, мин дә, ағайым Виктор ҙа был ваҡытта шунда йәшәй инек . Коля ситтән тороп Урал индустриаль институтында уҡыны,
       машиналар төҙөү заводының конструкторлыҡ бюроһына эшкә инде. 1935 - 36 йылдарҙа "Уралмашта" Германия фирмаларынан ҡ айтарылған ҡорамалдарҙы урынлаштырыу һәм эшләтеү өсөн саҡырылған немец инженерҙары күп ине. Николай беҙҙең тәнҡитләүҙәргә ҡолаҡ һалмайынса, немец белгестәре менән
       дуҫлашты, уларҙың манераһын, психологияһын, ғәҙәттәрен үҙләштерҙе.
       1938 йыл башында уны Мәскәүгә саҡырҙылар, Николай дәүләт хәүефһеҙлеге органдары системаһында эшләй башланы. Шунда уҡ чекислыҡ сынығыуын үтте, был уға дошман тылында эшләгән
       ваҡытта ныҡ ярҙам итә.
       1942 йылдың йәйендә Николайҙы Д. Н. Медведев
       етәкселегендәге айырым тәғәйенләнеш отрядына саҡыралар. Ике айҙан һуң, кәрәкле әҙерлектәр үтеп, парашютта дошман тылына төшөрөлә.
       Ҡырҡ икенсе йылдың октябрь айында офицер Зиберт документтары буйынса эшләүсе Кузнецов тәүгә Ровно ҡалаһы
       урамдарында пәйҙә була. Совет разведчигы гитлерсы
       офицерҙар менән бәйләнеш булдыра, уларҙың хәрби серҙәрен асыу буйынса эш алып бара. Ул тапҡан ҡиммәтле мәғлүмәт
       Мәскәүгә оҙатыла. Ровнола ул финанстар буйынса советник
       генерал Гель, Украинаның дөйөм һорауҙар буйынса рейхкомиссары генерал Кнут, Украина рейхкомиссариаты
       эргәһендәге бүлек начальнигы Гитель, баш судья СС оберфюреры Функ, Украинаның сәйәси эштәр буйынса
       наместнигы урынбаҫары Даргелде юҡ итә. Көпә - көндөҙ каратель ғәскәрҙәре командующийы генерал фон Ильген ҡаланан урлап алып сығыла.
       Немец - фашист илбаҫарҙарының тылында махсус хәрби заданиеларҙы өлгөлө рәүештә башҡарыуы һәм күрһәткән
       ҡыйыулыҡтары өсөн Николай Ленин ордены менән наградлана.
       1943 йылда уға тағы бер эш - Львов ҡалаһында разведка эш ен йәйелдереү йөкмәтелә.
       1944 йылдың ғинуар айында Кузнецов подполковник Петерсты атып үлтерә, һуңынан Галицияның вице - губернаторы Бауэрҙың да һуңғы көнө етә.
       Беренсе тапҡыр ағайымдың батырлығы тураһында мин партизандар отряды командиры Д. Н. Медведевтың "Был Ровно янында булды", "Рухы менән көслөләр" китаптарынан уҡып белдем.
       Хәҙер уның һәләк булыуы тураһында. Львовты азат иткәндән һуң гестапо архивтарында Берлинға адресланған телеграмма табыла. Унда украин милләтселәре тарафынан өс совет агенты тотолоуы, уларҙың береһенең обер - лейтенант Зиберт исеменә документтары булыуы һәм уларҙың ҡаршылыҡ күрһәткән ваҡытта ү лтерелеүе тураһында хәбәр ителә. Николай Иванович Кузнецовтың хәрби дуҫтары уның тере килеш дошман ҡулына эләгеүенә ышанмай һәм уның нисек һәләк булыуын ентекләберәк тикшерергә ҡарар итә. Һөҙөмтәлә түбәндәгеләр асыҡлана.
       1944 йылдың 8 мартынан 9 мартына ҡараған төнөндә Николай Иванович хәрби дуҫтары Ян Калинский һәм Иван Белов менән бергә урманда оҙаҡ ваҡыт аҙашып йөрөгәндән һуң ауыл ситенә
       барып сыға һәм элемтә пункты урынлашырға тейеш булған иң
       ситтәге йорттоң ишегенә шаҡыйҙар. Хатала герман фашистарына хеҙмәт итеүсе бандерасылар булып сыға. Ҡыҫҡа ваҡытлы көрәштән һуң, хәлдән сығыу юлы булмауын күреп, Николай Иванович үҙен граната менән шартлата".
       ... Өфөнөң 105 - се мәктәбе музейында Советтар Союзы Геройы Н. И. Кузнецов тураһында ҡыҙыҡлы материал тупланған.
       Өфө ҡала советының башҡарма комитеты ҡарары менән 1965
       йылдың 28 майында Өфөнөң Орджоникидзе районындағы
       урамдарҙың береһенә Николай Кузнецовтың исеме бирелә.
       Бөгөн геройҙың данлы исеме яҡлауға мохтаж. Разведчик
       гитлеровсыларға ҡаршы үҙен аямай көрәшкән Львов ҡалаһында у ның һәйкәле һүтеп алына. Свердловтан килеп, уның һәйкәлен тыуған яғына, Уралға алып ҡайтып ҡуялар.
       1998 йылдың көҙөндә Н. И. Кузнецовтың Львовтағы Дан
       ҡалҡыулығындағы ҡәберендәге барельеф емерелә һәм кислота
       һибелә...

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал