6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ

"Мерседес" ҡорбандары
28.07.05


       Тиҙҙән республикалағы иң ҙур банкыларҙың береһенең ида ра рәйесе суд алдына баҫасаҡ. БР Прокуратураһының Даими эшләүсе тикшереү төркөмөнөң был эш менән шөғөлләнеүсе өлкән тәфтишсеһе Рәсим Ғарифуллин хәбәр итеүенсә, Кушнарен р айон судына юл һәм транспорт менән файҙаланыу ҡағиҙәләрен бо ҙоуҙың өс кешенең үлеменә килтереү факты буйынса енәйәт
       эше ебәрелгән.
       - Үҙ автомобиленең руле артындағы банкир алдағы машинаны
       ҡыуып үтергә була һәм Мәскәү - Өфө трассаһының ҡаршы линияһына сыға, - тип һөйләй тәфтишсе Ғарифуллин. - Фажиғә һанаулы секундтар эсендә булып уҙа: "Мерседес" өс кеше - ҡатыны, ире һәм ирҙең атаһы ултырған "Жигули" машинаһы өҫтөнә менеп китә. Зыян күргән машиналағы ирҙәр шунда уҡ һәләк була, ҡатын дауаханала йән бирә.
       Мәктәп йәшендәге балалар, уларҙың береһе - инвалид - етем ҡалды. "Мерседеста" улы эргәһендә ултырған әсә лә һәләк бул а. Судта зыян күреүселәр яғында һәләк булғандарҙың туғандары сығыш яһаясаҡ, әммә суд тикшереүҙәренә тиклем үк банкирҙың адвокаттарына ҡарата фажиғәгә шаһит булыусыларға баҫым яһау факты тикшерелә.

Евгения Тулина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал