6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Йәштәр һынатмай
28.07.05


       Башҡортостандың йәш спортсылары Рәсәй уҡыусыларының и кенсе йәйге Спартакиадаһында уңышлы сығыш яһай. Беҙҙең республиканың йыйылма командаһы Рәсәй Федерацияһының 77 субъ екты араһында команда беренселегендә һигеҙенсе урынға күсте!
       Йәйге Спартакиада старттарында ете федераль округтан килгән командалар ҡатнаша, Мәскәү һәм Санкт - Петербург айырым коллектив булып сығыш яһай. Был бөтә Рәсәй ярыштарының масштабы иҫ китерлек - 12 мең йәш спортсы, 53 спорт төрө!
       Финал ярыштары 21 июндә башланды, уларҙы Силәбе өлкәһе ҡабул итә. Күпселек төрҙәр буйынса турнирҙар тамамланды. Башҡортостандан килгән спортсылар дүрт алтын, 21 көмөш һәм 23 бронза миҙал яуланы. Алда көткән спорт төрҙәрендә беҙҙең уҡыусыларға тағы ла күберәк "алтын" теләге килә. Ярыштар 31 июлдә тамамланасаҡ, әле бадминтон, баскетбол, велотрек, пляж
       волейболы, гандбол, йөҙөү, софтбол, футбол, үлән өҫтөндә хоккей, акробатика, грек - рим көрәше буйынса миҙалдарҙың
       эйәһе билдәләнмәгән әле.
       Уҡыусыларыбыҙҙың һуңғы уңыштары хаҡында бер нисә һүҙ. 500 метрға байдаркала йөҙөү буйынса Дмитрий Гудимов икенсе б улып килде. Команда ярыштарында каноистар Эдуард Будников һә м Алексей Мөхәрәмов бронза миҙал яуланы. Каноэла шәхси уҙыштарҙа Александр Журавко һәм Альфред Бикмәтов шулай уҡ ик енсе урынға лайыҡ булды.

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал