6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Вуз сығарылыусыларына ауылға юл тоторға ваҡыт
28.07.05


       Ни өсөн ауылдарҙа юғары белемле кадрҙар етешмәй Бы л күренеш ябай ғына аңлатыла - баш ҡала һауаһын һулаған студ ент тыуған төйәгенә ҡайтып төпләнергә теләмәй. Ә ниңә Әгәр уны торлаҡ менән тәьмин итмәйҙәр икән, әгәр, әгәр, әгәр... Ә сту дент вузға льгота нигеҙендә инеүселәр иҫәбенән булһа Дәүләт сығымдарын мотлаҡ эшләп ҡапларғамы Әлегә мотлаҡ түгел, әммә киләсәктә шулай булыр, моғайын. Был һорауға республика Хөкүмәте лә иғтибарын йүнәлтте. Ошо көндәрҙә Өфө дәүләт нефть техник университетында үткән Башҡортостан вуз ректорҙары советында ла был турала һүҙ ҡуҙғатылды.
       БР ректорҙар советы рәйесе, профессор Айрат Шаммазовтың о тчетында төп проблемалар иҫәбендә маҡсатлы йүнәлтмә буйынса уҡыған вуз сығарылыусыһының районға әйләнеп ҡайтмауы билдәләнде. Совет эшендә ҡатнашыусы БР Президент Ха кимиәте Етәксеһе Радий Хәбиров был һорауҙың яҡын арала хәл ителәсәге тураһында асыҡ белдерҙе.
       - Башҡортостан - ауыл территорияһы ҙур булған республика. Һәм йыл да беҙ вуздарҙа төрлө һөнәрҙәр буйынса бик күп белгестәр сығарыуыбыҙға ҡарамаҫтан, ауылда юғары белемле кадрҙар һорауы ярайһы уҡ көнүҙәк булып ҡала. Әлеге ваҡытта республика Президенты Хакимиәте был хәлгә йоғонто яһарға тейеш булған тәҡдим әҙерләй. Йүнәлтмә буйынса юғары уҡыу йортона ингән кисәге сығарылыусыны үҙен ебәргән районға әйләнеп ҡайтырға саҡырыусы ябай ғына иҡтисади механизмдар бар.
       Йүнәлтмә буйынса килеүселәр менән барыһы ла аңлашылһа, мәктәпте миҙалға тамамлаусылар менән ни эшләргә һуң Баҡһаң,
       улар уҡырға ингән ваҡытта барыһы ла алынған "алтын" йәки "көмөштө" аҡлай алмауҙары асыҡлана. Күп осраҡта улар өсөн
       берҙәм дәүләт имтиханы кәртә булап тора. Ректорҙар уҡыусыға
       һынауҙы вузда үтеүгә ҡарағанда, мәктәптә үтеүе еңелерәк тиг ән фекер менән килеште. Ә быға егет һәм ҡыҙҙар әҙер булырға тейеш, әммә вузға имтихан тапшырған ваҡытта, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был күҙәтелмәй әле.
       Бынан тыш һүҙ юғары белемдең сифатын арттырыу тураһында л а барҙы. Бында йәмғиәт һәм башҡарма власть органдары араһын тоташтырыусы ролен үтәгән ректорҙар советына ҙур
       роль йөкмәтелә.
       Әйткәндәй, Айрат Шаммазов алдағы биш йылға БР ректорҙар советы рәйесе итеп һайланды. Уның урынбаҫарҙары булып БДУ
       һәм ӨДСИ ректорҙары Мөхәмәт Харрасов һәм Александр
       Дегтярев ҡалды.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал