6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

Камиллашыуҙың юҡтыр сиктәре...
28.07.05


       Кеше ҡаҙаныштарының сиктәре бармы Беҙҙең ваҡытта ағас ултыртҡан, йорт һалған һәм ул үҫтергәндәрҙе үҙ бурысын үтәне тип әйтеп буламы икән
       Рөстәм Шәйхетдиновтың биографияһын уҡығандан һуң май айында был кешегә саҡ 29 йәш тулыуына ҡыйынлыҡ менән генә ышанаһың. Уның тормошонан алынған ҡайһы бер факттар: 1993 йылда бөгөнгө сәнғәт академияһы эргәһендәге музыка мәктәбен,
       1998 йылда - Гнесиндар исемендәге музыка академияһын, 2001
       йылда Магнитогорск дәүләт консерваторияһында аспирантураны тик "бик яҡшы" билдәләренә генә тамамлай. Франция, Швейцария, Италия, Болгарияла үткән халыҡ - ара пианистар конкурсында лауреат исеменә лайыҡ була. Сәнғәт фәндәре кандидаты, фортепиано әҫәрҙәрен башҡарыу һәм педагогика проблемалары буйынса 18 хеҙмәт авторы. 2003 йылдың декабрь а йынан - Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының махсус фортепиано кафедраһы мөдире. "Өфө - фортепиано" Халыҡ - ара фестивален ойоштороусы һәм артистик директоры. Өфөләге "Элта" фортепиано педагогтары берләшмәһе бүлеге рәйесе. Уҡыусылары араһында - 16 бөтә Рәсәй һәм халыҡ - ара конкурс лауреаттары. Халыҡ - ара, бөтә Рәәй, зональ һәм республика конкурстарының жюри ағзаһы. Фортепиано әҫәрҙәрен башҡарыуҙы үҫтереүгә һәм башҡорт композиторҙарының әҫәрҙәрен популярлаштырыуға индергән
       өлөшө, сәнғәт фәне һәм педагогика өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн уға әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Шәйхзада
       Бабич исемендәге дәүләт премияһы лауреаты исеме бирелде.
       Бындай ҡаҙаныштарға өлгәшкән кеше менән аралашыуы ни тиклем ҡатмарлы буласағын күҙ алдыма килтереп, уның менән осрашыуға китеп барам һәм ҡиәфәте менән кино актерҙарын
       хәтерләткән, "аҡылһыҙ генийға" бер ҙә оҡшамаған шат күңелле
       йәш кешегә тап булам.
       - Музыканттар ғәҙәттә үҙ уйҙарына сумған кеше булып күҙ алдына килә. Һеҙҙең имидж бер ҙә ундай түгел...
       - Миңә ҡалһа, хәҙер үҙ - үҙеңә йомолоп ҡына музыка эшмәкәрләгендә уңыштарға өлгәшеп булмай. Музыканттар барыһын да: уҡытырға ла, уйнарға ла, халыҡ менән аралаша ла белергә тейеш. Шунһыҙ булмай. Мин уҡыусыларымдың да үҙҙәрен төрлө сифатта асыуын теләйем. Диссертация менән шөғөлләнгәндә яҙыусы музыканттарҙың бик аҙ булыуына иғтибар иттем. Ә мин бының менән теләп шөғөлләнәм. Бәлки беҙ
       ниндәйҙер фәлсәфәүи һыҙаттарҙы юғалтабыҙҙыр, әммә 25 йәштә кеше иҫ китерлек тәрәнлектә уйға батырға тейеш түгелде р, тип уйлайым.
       - Һеҙ кафедра мөдирҙәре араһында иң йәшелер, моғайын
       - Эйе. Мин 22 йәштә уҡыта башланым. Студенттарым йыш ҡына
       үҙемдән өлкән булыу сәбәпле ҡыҙыҡ хәлдәр ҙә була торғайны. Хәҙер ҙә күп кенә студенттар минән олпатыраҡ күренә. Ниндәйҙер конкурсҡа барһаҡ, мәҫәлән, беҙҙе йыш ҡына бутайҙар . Кафедра мөдире вазифаһы тәғәйенләнмәй, ә һайлана, быны ла оноторға ярамай. Сал сәсле профессорҙарыбыҙҙың күбеһе
       минең кандидатураны яҡлап сығыуы минең өсөн ҙур ҡыуаныс.
       Быйылғы йыл эсендә фән өлкәһендә, башҡарыу оҫталығында, ш ул уҡ конкурстарҙа күп кенә уңыштарға өлгәшелде. Кафедраның ете уҡыусыһы халыҡ - ара конкурста еңеп сыҡты. Был етди күрһәткес.
       - Июнь айында Италияла Пианелло ҡалаһында үткән Халыҡ - ара пианистар конкурсында һеҙҙең уҡыусығыҙ Руслан Воротников беренсе премия алды.
       - Бында Руслан тураһында ентеклерәк һөйләп үтергә кәрәкте р, сөнки уның яҙмышы үҙенсәлекле. Ул Өфө сәнғәт училищеһында уҡыған сағында башҡаларҙан бер нимә менән дә айырылманы. Академияға уҡырға ингәс, беҙ эшкә етди тотондоҡ һәм Руслан бер йыл эсендә генә өс ҙур конкурста еңеүгә өлгәште: Болгарияла үткән "Өмөттәр. Таланттар. Оҫталар", Санкт - Петербургта - М. В. Юдина исемендәге Халыҡ - ара конкурс һәм
       бына Италияла ойошторолған конкурс - унда Руслан бик яҡшы сығыш яһаны һәм беренсе премияға лайыҡ булды.
       - Ә һеҙ үҙегеҙ конкурстарҙа ярышыусы сифатында ҡатнашаһығыҙмы
       - Юҡ тип әйтерлек, сөнки күп конкурстарҙа жюри ағзаһы бул ып торам. Үткән йылда БР йәш музыканттар конкурсында, В. Тиманова исемендәге конкурста жюри рәйесе булдым, быға өҫтәп К. Н. Игумнов, Ростроповичтар һ. б. исемендәге бөтә Рәсәй конкурстары... Дөрөҫ, сентябрь айында Болгарияла үткән һуңғы конкурста аҙыраҡ "һелкенеп" алдым. Унда "Уҡытыусы һәм уҡыусы" номинацияһы ҡуйылған ине. Уҡыусым Искәндәр Ғафаров м енән беренсе премия алып ҡайттыҡ.
       - Ә "Мәҙәниәт паркы" тапшырыуына нисек барып эләктегеҙ
       - Ел ыңғай булғандыр. Мин телевидениела йыш ҡына булам (төрлө интервью һ. б. ). Һәм был тапшырыуҙы алып барыусы тураһында һорау ҡуйылғас, нисектер мине иҫтәренә төшөргәндәр . Дөрөҫөн әйткәндә, тапшырыуҙы алып барыу роялдә уйнау йәки студенттарҙы уҡытыуға ҡарағанда еңелерәк. Ул минең өсөн ниндәйҙер кимәлдә ял, эш урынын алмаштырыу. Музыкант ул сапер кеүек, сәхнәлә бер генә сығыш яһарға мөмкин, ә телевидениела барыһын да яңынан төшөрөргә, дубль эшләргә була. Әлегә беҙ тамашасылар менән сентябргә тиклем хушлаштыҡ, ял итәбеҙ. Әйтергә кәрәк, тамашасылар программа тураһында ыңғай фекерҙә. Күптән түгел Учалыла булғайным, унд а миңә "Башҡортостан мәҙәниәте" дәресен алып барыусы педагогтар мөрәжәғәт итте: " Мәҙәниәттең заманса йүнәлештәре
       тураһында бөтөнләй мәғлүмәт юҡ. Һәм беҙ һеҙҙең тапшырыуҙы яҙып алып уҡыусыларға күрһәтәбеҙ", - тиҙәр. Тимәк был проекттан практик файҙа ла бар.
       - Һеҙҙең буш ваҡытығыҙ бөтөнләй юҡ ахыры. Шулай ҙа буш минуттарығыҙ килеп сыҡһа нимә менән шөғөлләнәһегеҙ
       - Һәр семестр һайын үҙемә вәғәҙә бирәм:" Булды, икенсе яр ты йылда аҙыраҡ эшләйбеҙ!" Сөнки, дөрөҫөн әйтәм, физик яҡтан   ауыр. Һәм хатта күп кенә тәҡдимдәрҙән баш тартырға мәжбүрмен . Бына, алда шул тиклем яҡшы йәй тора ине. ... Дәүләт
       имтихандары үтте. Италияға барып ҡайттыҡ. Русландың беренсе
       премия алыуы ҡыуаныслы, әлбиттә, әммә был көндәрҙә миңә 32 камера ансамблен һәм 96 пианисты тыңларға тура килде, ә был,
       ризалашығыҙ, еңел түгел. Шунан һуң академияла ҡабул итеү имтихандары, артабан Бабич премияһын тапшырыу үҙе үк бик тулҡынландырғыс сара, бынан тыш һабантуйҙарға барыу, интервью... Хәҙер Руслан менән К. Н. Игумнов исемендәге
       конкурсҡа әҙерләнәбеҙ. Беренсе сентябрҙә уҡыусылар менән Болгарияға конкурсҡа осабыҙ, әле яңы программа өҫтөндә эшләйбеҙ. Бынан тыш көтмәгәндә Кореяла үтәсәк концерттарға саҡырыу алдым һәм 14 августа унда осорға тейешмен. Халыҡ - ара фестиваль үтәсәк. Мин уйнаясаҡ залдар беҙҙең Спорт һарайы кеүек, өс мең урынлыҡ, океан ярында урынлашҡан. Бик матур, әммә бик яуаплы ла.

Элла Молочковецкая.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал