6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ

Ғәйепләргә, аҡларға...
28.07.05


       Халыҡ араһында Япончик исеме аҫтында билдәлерәк булған
       Вячеслав Иваньковтың эше йәмәғәтселекте ҡуҙғытмай ҡалманы. Хәйер, енәйәт эшенән бигерәк, был кешегә присяжныйҙар ҡарары ярҙамында сығарылған хөкөм хайран ҡалдырҙы. Яңылыҡ бу лмауына ҡарамаҫтан беҙҙең өсөн бик аҙ таныш присяжныйҙар суд ы тураһында бөгөн "БАШвестЪ" гәзите хәбәрсеһе Башҡортостан Республикаһының Юғары суды судьяһы, БР Юғары су дының енәйәт эштәре буйынса коллегия рәйесе Илдар Ҡанбәков менән әңгәмәләшә.
       - Илдар Зөфәр улы, присяжныйҙар суды беҙҙә ҡайһы ваҡыттан
       алып файҙалана башланы
       - Беҙҙең граждандарға присяжныйҙар суды менән файҙаланыу хоҡуғын 1993 йылғы Конституция бирҙе. Әммә Рәсәй төбәктәрендә суд реформаһы концепцияһына ярашлы, присяжныйҙар суды үткәреү мөмкинселеге этап буйынса индерелде. Башҡортостанға был яңылыҡ 2003 йылдың ғинуар айында килде. Шул уҡ йылдың йәйендә республикала присяжный з аседателдәр коллегияһы ҡатнашлығында тәүге процесс үтте.
       Ул саҡта Ҡырмыҫҡалы районында йәшәүсе ике иргә суд булды.
       Улар предприятие территорияһында төҫлө металл урлай һәм ҡарауылсының күҙенә салына. Ағалы - энеле бурҙар ҡарауылсының башына етә. Был эш буйынса тикшереү тамамланғас, ғәйепләнеүселәр үҙҙәрен присяжный заседателдәр ҡатнашлығында хөкөм итеүҙәрен һораны. Ирҙәрҙең береһе ғәйепте тулыһынса үҙ өҫтөнә алырға тырыша һәм судта ла ошо турала белдерә. Әммә присяжныйҙар ике туғанды ла берҙәй
       ғәйепле тип таба...
       - Присяжныйҙар суды кемдең ҡушыуы буйынса үткәрелә
       - Тик ғәйепләнеүсенең теләге буйынса ғына. Кеше ғәйепләнеүселәр эскәмйәһенә эләккәнгә тиклем үк уға хөкөм
       итеүҙең был төрөнә лә хоҡуғы булыуы белдерелергә тейеш. Әйткәндәй, практика күрһәтеүенсә, беҙҙең ғәйепләнеүселәр уны
       йыш һайламай: присяжныйҙар суды индерелгәндән алып ул республикала бер нисә тапҡыр ғына файҙаланылды. Күпселек "халыҡ судьялары" ҡатнашлығында айырыуса ауыр енәйәттәр ҡарала. Һәм ғәҙәттә үҙҙәрен енәйәткә бөтөнләй ҡатнашлығы юҡ
       тип раҫлаусы ғәйепләнеүселәр генә судта присяжный заседателдәрҙе күрергә теләй.
       - "Халыҡ судьялары" коллегияһы нисек төҙөлә
       - Судта присяжныйлыҡҡа дәғүә итеүселәрҙең исемлеге бар - ул урындағы хакимиәттәр тарафынан һайлаусылар иҫәбенән төҙөл ә. Исемлеккә индерелеүселәрҙең барыһына ла был турала мәғлү м. Присяжныйҙар ҡатнашлығында суд билдәләнә икән, судья ғәҙәттә 20 - 30 кандидат һайлай. Артабан был исемлектән ниндәйҙер сәбәптәр буйынса суд ултырышында ҡатнаша алмаусылар һыҙып ташлана. Исемлектә ҡалған кандидаттарҙан тәүге 14 кеше һайлана: уларҙың ун икеһе - коллегия, ҡалған и ке кеше судта запас сифатында ҡатнаша. Күрәһегеҙ, присяжныйҙар өсөн айырым талаптар юҡ. Һәм, әйткәндәй, юридик белеме булмауы присяжный өсөн яҡшыраҡ та, ҡарарҙы, законға таянып, судья ҡабул итә. Присяжныйҙар иһә күберәк тойғоларына,
       интуицияға таянырға тейеш. Улар өсөн иң мөһиме - процеста ҡатнашыусыларҙы иғтибар менән тыңларға, килтерелгән
       дәлилдәрҙе күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа һәм үҙҙәре ғәҙел тип
       тапҡан ҡарарҙы ҡабул итергә.
       - Судта присяжный сифатында ҡатнашыуға ниндәйҙер
       сикләүҙәр бармы
       - Эйе, бар. Закон буйынса, 25 йәштән йәшерәктәр, хөкөм ителеүселәр, енәйәт ҡылыуҙа шикле йәки ғәйепләнеүселәр, психик ауырыуҙар, алкоголизм, наркомания менән ауырыусылар, юридик һәләтһеҙ кешеләр присяжный була алмай. Шулай уҡ тикшереү алып барылған телде белмәүселәр ҙә төшөп ҡала. Һәм тағы ла: бер үк кеше йылына бер тапҡыр ғына присяжный булып сығыш яһарға хоҡуҡлы.
       - Кешеләр присяжныйлыҡҡа теләп барамы һәм бының өсөн уға ниндәйҙер матди дәртләндереү билдәләнәме
       - Алда әйтеп үтеүемсә, присяжный булырға теләк белдереүҙә н файҙа юҡ. Кандидаттарҙы һайлау лотолағы кеүек, осраҡлы
       рәүештә башҡарыла. Ә инде судҡа килеү йәһәтенән проблемалар бар. Кемделер эшенән ебәрмәйҙәр, айырыуса был шә хси фирмаларға ҡағыла. Әммә дөйөм алғанда ла присяжный булыу теләге менән яныусылар юҡ кимәлендә, киреһенсә, ҡасып ҡалырға тырышалар. Совет ваҡыттарында ғына ул халыҡ заседателе булыу почетлы һанала ине. Дәртләндереүгә килгәндә . Судта ҡатнашҡан өсөн присяжныйҙарға үҙ эш урынында ошо уҡ ваҡыт өсөн түләнгән хаҡтан һәм судья окладының яртыһынан кәм
       түләмәйҙәр. Средство федераль бюджеттан бүленә. Һәм, әйтергә кәрәк, присяжныйҙар үҙ эш хаҡын ваҡытында һәм тулыһынса ала. Шулай уҡ уларҙың командировка, юл сығымдары ҡ аплана. Был турала беҙгә Америкалаға коллегаларыбыҙ һеҙҙең иҡтисад менән присяжныйҙар суды тураһында уйларғамы ни, тиҙәр. Йәнәһе, беҙ ҙә был эште көс - хәл менән башҡарабыҙ.
       Әммә, әйтергә кәрәк, уларҙа присяжныйҙар суды - ғәҙәти эш. Беҙҙә иһә улар һирәк. Присяжныйҙы эшенән бушата алмайҙар һ. б. Судта үткән ваҡыт эш стажына индерелә.
       - Беҙҙә присяжныйҙар суды институты нисек эшләй
       - Дөрөҫөн әйткәндә, уның һөҙөмтәлелеге нулгә яҡын. Әммә б ыл Рәсәйҙең демократик үҫешенә бәйле. Сөнки присяжныйҙар - асылда халыҡ тауышы, йәмәғәтселектең хөкөм эшен контролдә тотоуы. Көнбайыш илдәрендә был институттың булыу - булмауы хатта тикшерелмәй ҙә, унда был практика көслө үҫешкән.
       - Суд эшенең был төрөнөң ниндәй ыңғай яҡтарын билдәләй алаһығыҙ
       - Судья өсөн, мәҫәлән, ул хөкөм өсөн яуаплылыҡтың бер өлөшөн үҙенә алыуы менән уңайлы. Уларҙың ҡарары йыш ҡына судьяны артыҡ ҡағыҙ эшенән бушата.
       - Судья присяжныйҙарҙың ҡарарын юҡҡа сығара аламы
       - Суд эшендә вердикттың мотлаҡ булыуы тигән төшөнсә бар.
       Йәғни судья үҙенең ҡарарында уны иҫәпкә алмаҫҡа мөмкин түгел. Асылда аҡлау вердикты, ғәҙәти булараҡ, аҡлау хөкөмөнә алып килә. Ә ғәйепләү вердиктына килгәндә, эштең төрлө нескәлектәрен иҫәпкә алып, судья аҡлау хөкөмө сығара ала, йә
       иһә присяжный заседателдәр коллегияһы төркөмөн тарҡатып, эште яңынан тикшереүгә йүнәлтә.
       Белешмә өсөн. Беренсе - эксперимент сифатында - присяжныйҙар суды Рәсәй Федерацияһында 1993 йылдың беренсе ноябрендә биш төбәктә - Һарытау, Рязань, Иваново, Мәскәү өлкәләрендә һәм Ставрополь крайында, ә 1994 йылдың беренсе ғинуарында тағы дүрт - Ростов, Ульяновск өлкәләрендә , Алтай һәм Краснодар крайҙарында барлыҡҡа килде. Һәм туғыҙ йыл үткәндән һуң, 2003 йылдың ғинуарында, присяжныйҙар суды бер юлы илдең 61 төбәгендә, шул иҫәптән Башҡортостанда ла эшләй башлай. Бөгөн улар Чечнянан башҡа бар урында ла эшләй,
       унда присяжныйҙар суды 2007 йылға планлаштырыла.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал