6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Күсемһеҙ милек

Үҙ мөйөшөңдө булдырыуҙың өс алымы
22.10.03


       Их, хәҙер үҙ йортоңда йомшаҡ креслола, сытырлап янған кам инға ҡарап кинәнеп ултырһаң ине ул. Йә иһә яңы планировкалы өс бүлмәле фатирыңда улың менән геү килеп футбол уйнағанда л а ҡамасауламаҫ ине. Бик булмаһа инде йортом -- ҡәлғәм тигәнд е иҫеңдән сығармайынса үҙ фатирымда бикләнеп ятыуҙан да баш тартмаҫ инем мин. Ҡыҫҡаһы, миңә мотлаҡ үҙ мөйөшөмдө, йәғни к үсемһеҙ милек булдырырға кәрәк. Ошо уй мине... юҡ, аҡса түге л, ә минең янсығым өсөн бик үк ауыр булмаған шарттарҙа фати рлы булыу алымдарын эҙләргә ҡыуҙы ла инде. Һорашыуҙар һәм дуҫ ҡыҙҙарым менән кәңәшләшеү һөҙөмтәләре арт ыҡ бай булмағандарға торлаҡ алыу өс программаны белдем. Мин үҙемә кәрәклеген һайланым, ә хәҙер был программаларҙы һеҙгә тәҡдим итәм.
       Беренсе программа. Ипотекалы.
       Федераль ипотекалы программаның Башҡортостанда эшләй башл ауына күп ваҡыт үтмәне, әммә һис һүҙһеҙ, ул "торлаҡһыҙ" кате гория өсөн иң ышаныслыларынан һанала. Башэкономбанк ипотека
       кредиттарын торлаҡ иҫәбенә бирә. Кредиттың ҙурлығы -- торла ҡ хаҡының 70 проценты, етмәгән аҡсаны алыу өсөн ҡалған 30 п роцентты һеҙ банкка индерергә тейеш. Кредит срогы йыына 15 п роцент ставка менән 12 айҙан 242 айға тиклем. Бындай килешеү ҙең ыңғай яҡтары: фатир шунда уҡ һеҙҙең милеккә күсә, йыллыҡ
       проценттарҙы инфляция "ашау" ихтималы бар. Кире яҡтары: баш та ҙур ғына сумма сығарып һалырға һәм бер нисә йылға "билде нығыраҡ ҡыҫып быуырға"тура киләсәк.
       Йыйыу программаһы Мин уны икенсе төрлө инвестиция программаһы тип атар инем, с өнки бында һин аҡсаңды яңы торлаҡ төҙөүгә һалаһың. Уның буйы нса Өфөнөң инвестиция - төҙөлөш комитеты һәм "УралСиб"банкы һы эшләй. Әгәр һин ошо програма буйынса торлаҡ һатып алырға ҡарар итһәң, башта үҙ килемдәреңде һанап ҡарар кәрәк: төҙөлө шкә үҙ өлөшөгөҙҙө индерергә аҡсағыҙ етәме Быны банк тикшерә сәк. Килем суммаһынан сығып банк кредит күләмен билдәләйәсәк . Әммә ул торлаҡ хаҡының 50 процентынан артмаясаҡ. Бынан тыш
       күптән көтөлгән аҡсағыҙҙы һеҙ бары тик торлаҡ төҙөлөшөнә кә рәк булған сумманың 30 процентын, һуңынан бер йыл дауамында тағы 20 процентын индергәндән һуң ғына ала алаһығыҙ. Шунан һ уң ғына һеҙҙең фатир өсөн түләү мөмкинселегеҙ булғанлығына ышанасаҡтар. Банкынан алған аҡсаны килешеү буйынса түләгәндә н һуң инде һеҙгә өс йыл дауамында кредит һәм проценттар түлә ргә һәм йорттоң төҙөлөп бөткәнен көтөргә ҡаласаҡ. Ыңғай яғы:
       фатир проектына үҙ ҡарамағығыҙға үҙгәрештәр индерә алаһығыҙ . Кире яҡтары: торлаҡ хаҡының 50 процентын бер йыл эсендә, к редитты ла ярайһы уҡ ҡыҫҡа ваҡыт эсендә түләп бөтөргә тура к иләсәк.
       Йәштәр программаһы
       Йәштәргә беҙҙә ҡайҙа ла юл асыҡ. Льготалар ҙа етерлек. Xsға күрә улар өсөн торлаҡ мәсьәләһен хәл итеүҙең бер нисә в арианты тәҡдим ителә. Был сетерекле мәсьәләне БР Президент ы эргәһендәге Торлаҡ төҙөү фонды аша ла хәл итеп була. Киле шеү төҙөп, тәүҙә фатир хаҡының 30 процентын индерергә кәрәк , ҡалған өлөшөн 10 йыл эсендә түләп бөтөргә кәрәк буласаҡ. Был ваҡыт эсендә фатир хаҡы үҙгәрешһеҙ ҡала.
       Шулай уҡ торлаҡты юғарыла әйтелгән ипотека аша алып бул а. Йәштәр өсөн кредит 15 йылға бирелә. Өсөнөс вариант - Урал лСиб бакыһы аша инвестиция алыу. Был алымдарҙың бер генә ете шһеҙлеге бар: 30 йәштән үткәндәргә юғарыла әйтелгән льготала р ҡаралмаған.

Ольга Зацепина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал