6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

Альпхорн ҡатын - ҡыҙға буйһонамы
27.07.05


       Альпхорн ҡатын - ҡыҙға буйһона аламы Нисек кенә буйһона әле . Бик борондан был инструмент бары тик Альп тауҙары битләүен дә ир кеше ҡулында ғына яңғырай ала тип һаналған. Элиана Бюр ки был фекерҙе үҙгәртеүгә өлгәште, уның ошо көндәрҙә Башҡортостандың иң гүзәл мөйөштәренең береһендә
       урынлашҡан "Дружный" йәйге хеҙмәт һәм ял лагерендәге сығышы быға дәлил. Бында ул Швейцарияның Даниель Штиггер
       етәкселегендәге "Musica helvetica iuvenilis" ансамбленең ба шҡа музыканттары менән бергә килде.
       Был сара 2003 йылда беҙҙең талантлы йәштәрҙең Швейцарияға
       сәфәренә яуап тип әйтергә була.
       Унда үткән фестивалдә төп приздарҙың береһе Рәсәйгә сәйәхәт була. Бәхет халыҡ инструменттарында уйнаусы ете музыкантҡа йылмая. Уларҙың араһында Элиана Бюрки ла бар. Ҡаҡса ғына ҡыҙҙың өс метрлыҡ альп торбаһында уйнауы, өҫтәүенә йырларға ла өлгөрөүе иҫ киткес. Альпхорн менән Элиана алты йәшендә дуҫлаша һәм шул саҡтан алып бар донъя буйлап гастролдәрҙә йөрөй. Күптән түгел уның сығыштары ҙур уңыш менән Лас - Вегаста, Амстердамда үткән.
       Ансамблдең башҡа музыканттары ла саф талант эйәләре. Даниель бына тигән итеп электр скрипкаһында уйнай. Филипп скрипкала "Ламбаданы" уйнағанда урында ултырып сыҙауы ҡыйын! Николастың хакбреты 125 ҡылдан тора!..
       Беҙҙең тәбиғәткә килгәндә, музыканттар әйтеүенсә, Башҡортостан ысынлап та Швейцарияны хәтерләтә. Тик уларҙың т ыуған яғынан айырмалы рәүештә Рәсәй күпкә ҙурыраҡ. Беҙҙең республика ҡунаҡтарҙы үҙенең киңлектәре һәм ... шат күңелле халҡы менән таң ҡалдырған. Быға тиклем, Элиана әйтеүенсә, ул бында йомоҡ, һөйләшмәҫ кешеләр йәшәй тип уйлаған. Һәм тамашасыларҙың уларҙы алҡышлап ҡаршылауы Швейцариянан килгән ҡунаҡтар өсөн асышҡа тиң.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал