6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

"Был "тәҙрә" аша мин Алланы күрәм"
27.07.05


       Икона нисек барлыҡҡа килә Уны яҙыр алдынан христиан дине буйынса ураҙа тоталар, ә йома, шәмбе һәм йәкшәмбе көндәре эшләргә ярамай. Икона яҙыу оҫталары эшкә тотонор алдынан өс көн буйы тәҙрәһеҙ хөжрәгә (келья) бикләнеп ғибәҙәт ҡыла.
       - Илия - минең суҡындырылғандан һуң бирелгән православиелағы исемем. Атай - әсәйем Илгиз тип ҡушҡан.
       Күптәр миңә үҙең татар булғас ниңә динеңде алмаштырҙың тип һорау бирә. Был һорауға күнегеп тә бөткәнмен инде, яуабым бе р: христиан дине миңә яҡыныраҡ, был "тәҙрә" аша мин Алланы күрәм. Бынан тыш, христиан динендә ислам динендәге кеүек Алланы һүрәтләү тыйылмай. Ә минең өсөн был бик тә кәрәк...
       Шишмә рәссамы Илгиз Ғизетдинов иконалар яҙыуға өс йыл элек тотона. Ҡапыл ғына ҡарар итмәй: үҙенең әйтеүе буйынса, "ул юғарынан килде". Һәм был көтөлмәгән бүләк уны тормошҡа ҡайтара, ауыр тетрәнеүҙе үтергә ярҙам итә. Бөгөн иһә иконала р - рәссам донъяһының бер өлөшө генә түгел, улар Республика халыҡ ижады үҙәгенең "Урал" галереяһында ла үҙ урынын тапты.
       Тимәк авторҙы шәхси күргәҙмәһе менән ҡотларға була тигән һү ҙ. - Иконаның бер ни тиклем сәйерлеге һәм үҙенсәлеклеге - Евангелиеның сәйерлеге һәм үҙенсәлеклеге ул, - ти Илгиз. - Иконалар донъяһында ниндәйҙер категория йәки кешелек моралдәре юҡ, бары тик Хоҙай мәрхәмәте. Иконаның ябайлығы, м өһабәтлелеге, ябайлығы, буяуҙарҙың сағыулығы ла ошонан килә.
       Ул ҡыйыулыҡты ла, еңеү ҡыуанысын да сағылдыра.
       Рәссам үҙ эштәрен монастырь, сиркәү һәм храмдарға, ябай
       кешеләргә бүләк итә.
       - Икона яҙғанда мин боронғо икона төшөрөү ҡанундарына таянам. Шул уҡ ваҡытта үҙ эштәремдә боронғо заманды бөгөнгө техника, информатика, компьютерлаштырыу осоро менән бәйләргә тырышам. Һеҙ һүрәттәрҙең ғәҙәти булмағанына иғтибар
       иткәнһегеҙҙер, моғайын... Тағы ла күңелемә иң яҡындары Андрей Рублев төшөргән иконалар тип әйтә алам, - тип һөйләй Илгиз.
       Ысынлап та иконалар ғәҙәти түгел. Галереяға килеүселәр таныуынса, күргәҙмә улар өсөн ысын асыш булып тора, ә картиналарҙағы изгеләр һүрәте шул тиклем "тере", хатта шунда
       уҡ ғибәҙәт ҡыла башлау теләге тыуа. Автор ни өсөн күп һүрәттәрҙә изге образдың фрагменты ғына - Иисус Христостың
       йөҙө, һөйөү һәм ғазап тулы күҙҙәре сағылыуын ҙур теләк менә н аңлата.
       - Хоҙай образының сиге юҡ. Алла һәр ерҙә лә. Был турала онотмаһындар ине. Минең күрһәтергә теләгәнем бына ошо, - ти Илгиз.
       Рәссам һөйләүенсә, уның тәүге иконалары ҙур булмай, әммә Өфө эргәһендәге ирҙәр монастыренән килгән отец Серафим был э штәрҙе юғары баһалай һәм авторға "иконалар ижад итеүгә" фатиха бирә.
       Иконаларының береһен Илгиз Мәскәү монастыре игуменына ла бүләк итә.
       Оҫта изгеләрҙең йөҙҙәрен туҙға ла төшөрөп ҡарай - үҙе әйтеүенсә, икона яҙыуҙың сығанаҡтарына әйләнеп ҡайтыу ҡыҙыҡһындыра уны, тәүге сиркәү образдары нәҡ шулай яҙылған.
       - Бындай иконаны яҙыу өсөн хатта грунт та кәрәкмәй, - ти Илгиз. - Буяу ҡупмай, киреһенсә, ул нисектер "аҫҡа" төшә, тә рәнлек тойғоһо тыуҙыра.
       Хәйер, динилек, тәрәнлек, изгелек кеүек ҡиммәтле сифаттар Илгиздең барлыҡ эштәренә лә хас. Уның өсөн иң мөһиме оҫталыҡ күрһәтеү түгел, ә диндәге мөһим категориялар тураһында фекерләү. Картиналарҙың исеме үк ошо турала һөйләй: "Георгий Победоносец", "Архангел Рафаил", "Бог исцеляет", "Иисус Христос", "Спас", "Богородица Дева, радуйс я", "Архангел Гаврил", "Иоанн Креститель", "Богородица Табынская".
       Илгиздең эштәре донъя буйлап тарала, улар бөгөн Германияла, Прибалтикала, Төмән өлкәһендә лә һаҡлана һ. б. Автор үҙе әйтеүенсә, оҫтаның төп тәғәйенләнеше - кешеләргә яҡтылыҡ өләшеү. Бынан тыш рәссам үҙе белгәнен башҡаларға ла өйрәтергә тейеш. Һәм бына инде егерме йылдан ашыу Илгиз Ғизетдинов сәнғәт мәктәбендә балалар уҡыта һәм үҙ тәрбиәләнеүселәре менән ысын күңелдән ғорурлана ала.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал