6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Өфө клубы "йондоҙҙарҙың" ышанысын яулай
27.07.05


       Өфө волейбол клубында байрам: шампань шарабы асып,
       сегәндәргә шылтыратырға ла мөмкин. Башҡорт командаһына кәрәкле һуңғы уйынсы икенсе сезонда "Нефтяник Башҡортостана"
       өсөн сығыш яһаясаҡ. Кандидаттың исеме, Тарас Хтей, быға тиклем дә яңғырағайны, әммә хәҙер был волейболсының Өфө
       клубы рәйесе Файыҡ Сәлиховҡа тулыһынса ризалыҡ биреүе
       асыҡланды.
       Республиканың иң көслө клубының эштәре әлегә яҡшы бара. Йондоҙло волейболсылар менән килешеүгә ҡул ҡуйылды. Команданың төп өлөшө һаҡланды, составтағы үҙгәрештәр уны көсәйтәсәк кенә. Хәҙер бөтөнләй аңлашылмай - шул уҡ "Энергетиктан" кемде алырға: перспективалы Мочаловҡа
       "Нефтяниктың" Гуанторена һәм Хтей кеүек йондоҙҙары менән ярышыуы ҡыйынға тура киләсәк, ә Шендриковҡа йәш булыуҙарына ҡарамаҫтан оҫта уйынсылар Кузнецов һәм Рубцовты, шулай уҡ тәжрибәле Рыжовты составтан ҡыҫырыҡлап
       сығарыуы ауыр буласаҡ. Моғайын, киреһенсә булыр: "өлкән аға й" "кесеһенә" волейболсылар менән ярҙам итер.
       "Нефтяник Башҡортостана" үҙ тәрбиәләнеүселәре менән уйнау
       идеяһын артҡа ташланы. Команданың төп составында буйҙары
       ике метрҙан ашыу булған, иң көслө егеттәр Кузнецов, Рубцов һәм Бакулин ҡалды. Ә командала "йондоҙҙар" йәки уға
       яҡынлашҡандар күпме "Нефтяник Башҡортостана" командаһын ки ләһе сезонда "исемдәр" һаны буйынса башҡорт "Аҡ Барсы" йәки "Реалы" тип атауҙары ла ихтимал. Тик "йондоҙҙарға" сит ил миллиондары түгелмәйәсәк! Ниңәме Артабан уҡығыҙ!
       1. Команда капитаны Николай Иванов. Донъяла иң оҫта пас
       биреүселәрҙең береһе булып иҫәпләнә. Башҡа командалар был болгаринға күберәк аҡса ла вәғәҙә итеп ҡараны. Әммә Николай Өфөлә ул эш хаҡын етерлек ала тип иҫәпләй, Ивановтың
       ғаиләһенә Өфөлә йәшәүе оҡшай, бынан тыш капитан баш тренер менән йылы, дуҫтарса мөғәмәләлә.
       2. Османи Гуанторена. Куба йыйылма командаһы уйынсыһы.
       Һөжүмдәрҙе тормошҡа ашырыу проценты буйынса донъя лигаһында иң оҫталарҙан иҫәпләнә. Бигерәк йәш һәм тулыһынса
       Куба волейбол федерацияһына буйһона, ә һуңғыһы менән
       беҙҙең Файыҡ Сәлихов дуҫтарса һәм үҙ - ара отошло
       бәйләнеш булдырҙы.
       3. Тарас Хтей. 1982 йылдың 22 майында донъяға килгән. Сығышы менән Көнбайыш Украинанан. 16 йәшендә үҙ ғүмерендә ик е тапҡыр ғына күргән ҡыҙға өйләнеп, Рәсәй гражданлығын алған. Ҡыҙҙар, борсолмағыҙ, һуңынан ул ҡатыны менән айырылышҡан. Спортҡа килгәндә, илебеҙҙең милли командалары с оставында төрлө турнирҙарҙа сығыш яһаған. Юниорҙар араһында донъя һәм Европа чемпионы. Йәштәр араһында донъя че мпионатының көмөш призеры. 2002 йылдан алып төп команда өсөн  уйнай, үткән сезонда ул донъя лигаһында еңде һәм донъя чемпионатының көмөш миҙалын яуланы. Күптән түгел Хтей Рәсәй йыйылма командаһы составында Евролига еңеүсеһе булып танылды. Тарасҡа ни бары 23 йәш, ул, Өфө командаһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, "Нефтяник Башҡортостана"
       тарихында тәүге атҡаҙанған спорт мастеры буласаҡ.
       4. Константин Сиденко - команданың яңы либероһы. Ул бик
       оҫта ҡабул итеүсе. Үткән сезонда "Искра" (Одинцово)
       командаһына китеп ҡараны, әммә һуңынан кире әйләнеп ҡайтыуҙы хуп күрҙе. "Нефтяник Башҡортостана" клубына тартылыуының сәбәбе - Сиденкоға баш тренер Юрий Маричев менән эшләүе оҡшай.
       5. Максим Терешин - диагональ һөжүм итеүсе. Шулай уҡ Рәсә й йыйылма командаһы өсөн уйнарға өлгөрҙө. Әммә Мәскәүҙең "Динамо" командаһында уға мегайондоҙ Динейкиндың запас
       уйынсыһы булырға тура килә ине. Ә егет майҙанға сығыу һәм көрәшеү теләге менән яна, шуға күрә тренерҙар Маричев һәм
       Овчинников менән эшләргә теләк белдерҙе.
       Уйынсылар "Нефтяник Башҡортостана" командаһына етәкселәргә булған хөрмәт йөҙөнән генә ынтылмай. Клубҡа
       булған ышаныстың тағы бер мөһим сәбәбе - Өфө коллективы
       етәкселегенең контракт буйынса бурыстарын үтәмәйенсә ҡалғаны юҡ.

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал