6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Кемгә нимә тейеш
27.07.05


       Республикабыҙ баш ҡалаһында кемгә нимә тейешлеген асыҡлайҙар. Муниципаль милек объекттары исемлеге әҙер, дәүләт мөлкәте яланын ғәҙел итеп федераль, төбәк һәм муниципаль "өлөшкә" бүлергә ҡалды. Был, ҡайһы берәүҙәр уйлауынса, Өфөлә күсемһеҙ милекте түбән хаҡтар буйынса хосусилаштырыу көтөлә тигәнде аңлатмай. Киреһенсә, дәүләт һәр тинен иҫәптә тота һәм һәр квадрат метрҙы мөмкин тиклем отошлораҡ файҙаланырға теләй.
       Быйылғы йыл - Рәсәйҙә хосусилаштырыу башланғандан алып иҫәпләгәндә ун дүртенсе. Был ваҡыт эсендә дәүләткә үҙ ҡарамағандағы һәр нимә менән мөмкин тиклем һөҙөмтәлерәк
       идара итергә өйрәнергә тура килде. Һәм дәүләт милкенә ҡарағ ан өлөш аҡрынлап кәмеүгә ҡарамаҫтан, власть ҡарамағында етерлек ҡала әле, хатта журналистар менән осрашыу ваҡытында муниципаль милеккә идара итеү буйынса ҡала комитеты рәйесе урынбаҫары Михаил Лазаренко аныҡ һандар килтереүҙе кәрәк тип тапманы. 1991 йылдан алып дәүләт мөлкәтен хосусилаштырыу ҡағиҙәләрен һәм тәртибен көйләүсе өс закон
       алмашынды. Бөгөн төп көйләүсе - "Дәүләт һәм муниципаль мөлкәтте хосусилаштырыу тураһында" 178 - се Федераль закон. Уның тарафынан Башҡортостан Республикаһының Өфөгә тапшырылған дәүләт мөлкәтен хосусилаштырыу алымдарының ябыҡ исемлеге билдәләнде. Ҡала мөлкәтен һатыуҙы тормошҡа ашырыуҙың төп юлы итеп аукцион һәм конкурс формаһы һайланды.
       Һәм был йәһәттән уңыштар үҙен оҙаҡ көттөрмәй. 2004 йылда
       торлаҡ булмаған фондтың ике объекты сауҙалашыу аша 1,7 миллион һумға һәм биш объекты аукционда 19,2 миллион һумға һатылған. Өфөлә үткән йылда хосусилаштырыуҙан алынған дөйөм килем 77 миллион һум тәшкил иткән. Был планлаштырылғандан ике тапҡыр күберәк. Быйылғы йылға ҡуйылған пландар буйынса торлаҡ булмаған фондтың 23 объектын һәм туғыҙ унитар предприятиены хосусилаштырыу көтөлә. Тәү башлап дәүләт торлаҡ фондын хеҙмәтләндереү буйынса биш муниципаль предприятиены шәхси ҡулдарға тапшырырға ниәтләй. Шулай итеп, власть ысынбарлыҡта торлаҡ - коммуналь хужалыҡ хеҙмәтләндереү баҙарын либералләштереүгә күсергә планлаштыра. Эксперимент барып сығыр тип өмөтләнергә ҡала. Ө фөлә бер нисә йортта йәшәүселәр бындай хеҙмәтләндереүҙән ҡәт ғи рәүештә баш тартып, кире дәүләт "ҡосағына" ҡайтырға теләк белдереүҙәрен иҫәпкә алғанда, һорау ябайҙарҙан түгел,
       әлбиттә. Михаил Лазаренконың һүҙәренә ҡарағанда, был шулай уҡ ҡала хакимиәтенең иғтибарынан ситтә ҡалмай һәм торлаҡ контораларын һатып алыусыларға ҡуйылған беренсе талап бындай идаралыҡта эшләү тәжрибәһе буласаҡ.
       Үткән ярты йылда муниципаль милеккә идара итеү буйынса ҡала комитеты аукциондарҙа дәүләт мөлкәтенең алты объектын 53 миллион һумға һатҡан. Закондар йһәтенән ҡайһы бер аңлашылмаусанлыҡтар килеп сыҡмаһа, был һан күберәк тә була алыр ине. Алда әйтеп үтелгән федераль закон торлаҡ булмаған фондтың айырым торған объекттарын ер участкалары менән бергә хосусилаштырыуҙы күҙ уңында тота. Әммә республикабыҙ б аш ҡалаһында ер майҙанын һатып алыу хаҡы үҙгәрмәй - майҙан б ерәмегенә ер һалымының 17 ставкаһы размерында ҡала. Әлбиттә, үҙ ваҡытында республика парламенты бындай перспективала килемле булған эштә дәүләт мәнфәғәтен нисек булһа ла яҡлау өсөн юғары сик билдәләгәйне. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, төрлө сәбәптәр буйынса, Өфө еренең квадрат
       метрына хаҡ бер һум 78 тиндән 48 һум 40 тингә тиклем тирбәлеүе мөмкин. Дөйөм алғанда, был хаҡҡа уны үҙ милкеңә һатып алып була. Икенсе яҡтан, муниципаль милеккә идара итеү
       буйынса ҡала комитеты күсемһеҙ милек төҙөүгә майҙандарҙы арендалауға хоҡуҡты әүҙем рәүештә аукциондарға сығара. Был процесты хоҡуҡи йәһәттән үтә күренмәле итәсәк тип ҡабатлауҙан арымаған баш ҡала хакимиәте башлығы Павел
       Качкаев та ошо яҡлы. Һуңғы йылдарҙа Өфөлә ер майҙанын һатыу
       - һатып алыу тураһында 75 миллион һумлыҡ 14 килешеү төҙөлөүен билдәләп үтергә кәрәктер. Һәм, әлбиттә, Михаил Лазаренко ҙур теләк менән бөгөн муниципаль милеккә идара итеү буйынса ҡала комитеты ҡала бюджеты килеменең биштән бер өлөшөн тәьмин итеүен әйтеп үтте.
       Урындағы үҙидара реформаһының тулыһынса үҙ көсөнә инеү алдынан "муниципаль философия" буйынса төп һорауҙың хәл ителмәй ҡалыуы борсой. Дөйөм алғанда, 2006 йылдың 1 ғинуарына барлыҡ дәүләт мөлкәте федераль, төбәк һәм муниципаль өлөштәргә бүленергә тейеш. Юҡһа "Өфө ҡалаһы" муниципаль берәмеге бюджеты килемде ҡайҙан аласаҡ Хатта яңы ҡала советының депутат корпусы ла һайланған бит инде. Күҙалланыуынса, муниципалитеттың ере һәм мөлкәте ҡала бюджетына килемдең күпселек өлөшөн индерәсәк (федераль
       министр Герман Греф әйтеүенсә, уның размеры 70 процент тирәһенә етәсәк). Әлегә ҡала хакимиәте алдында буласаҡ муниципалитет мәфәғәттәрен яҡлап, власть хоҡуҡтарын һәм финанс бурыстарҙы үтәү өсөн кәрәкле мөлкәт исемлеген яҡлап
       алып ҡалыу бурысы тора. Ә "бәрелеш" ҡыҙыу буласаҡ, сөнки
       килемһеҙ эшләүсе предприятиеларҙы, йәки банкрот ойошмаларҙы кемгә " бирергә" тигән һорау мотлаҡ тыуасаҡ, юғары кимәлдәге власть чиновниктары уларҙы федераль йәки хатта төбәк мөлкәтендә ҡалдырырға ризалашыуын күҙ алдына килтереүе ауыр. Социаль бурыстарҙан "бушатылған" мөлкәтте
       файҙаланыуы еңел, әммә халыҡ алдындағы яуаплылыҡты ҡайҙа
       итергә Бер һүҙ менән әйткәндә, күп кенә һорауҙар яуапһыҙ ҡала.
       2006 йылдан, Рәсәй закондарындағы үҙгәрештәрҙе иҫәпкә
       алып, ергә һалым ставкаһы ер майҙанының кадастр ( баҙар тип
       уҡы) хаҡынан иҫәпләнәсәк. Михаил Лазаренко билдәләүенсә, октябрь айында йәмәғәтселек судына ергә күпме түләргә тигән һорау сығарыласаҡ. Шунан һуң ғына Өфөнөң ҡасан тулыһынса муниципаль берәмек булыуын хәл итергә мөмкин буласаҡ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал