6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Яҡташыбыҙ уҡыусылар өсөн Пушкинды яңынан асты
26.07.05


       "Ябай уҡыусы өсөн Пушкин әҫәрҙәрендә өс "аңлашылмаусанлыҡ" э лементы бар. Беренсенән, Пушкинды тулыһынса аңлар өсөн уның йәшәгән дәүерен, тарихи факттарҙы, авторҙың биографияһын һ. б. белергә кәрәк. Икенсенән, Пушкиндың телен
       яҡшы аңлау мотлаҡ. Өсөнсөнән, хаталанмаҫ өсөн был донъяға Пушкинса күҙ һала белергә кәрәк. Был һүҙҙәр ишара ғына, әлбиттә, әммә ябай уҡыусы Пушкинды ныҡлап өйрәнмәһә, биш осраҡтың дүртеһендә бөйөк шағирҙың шиғырҙарында бирелгән мәғәнәнең асылына төшөнмәй".
       Валерий Брюсовтың был аҡыллы һүҙҙәрен күптән түгел Мәскәүҙә биш мең дана менән сыҡҡан "Уҡыу һүҙлеге - комментарий" китабының бай йөкмәткеһенә үҙенсәлекле асҡыс тип әйтергә мөмкин. Әйткәндәй, был уникаль баҫманың авторы -
       беҙҙең яҡташыбыҙ, йәш ғалимә - лингвист Лира Сәлимова үҙене ң хеҙмәтен А. С. Пушкиндың "Евгений Онегин" шиғырҙар
       романындағы дүрт йөҙҙән ашыу иҫкесә яңғыраған һүҙ һәм әйтем , сит телдәрҙән индерелгән һүҙҙәр, айырым юлдарын аңлатыуға арнаған. Был романды В. Г. Белинский ҙа, әҙәбиәттең башҡа атаҡлы вәкилдәре лә лайыҡлы рәүештә "рус тормошоноң энциклопедияһы" тип атаны һәм атай.
       Яңы һүҙлек - комментарий заман тел ғилеменең лингвокультурологик йүнәлеше сиктәрендә төҙөлгән, республикабыҙҙа уға башланғыс һалыусы - педагогия фәндәре докторы, профессор, БР атҡаҙанған фән эшмәкәре, күп кенә рус
       теле дәреслектәре һәм һүҙлектәр авторы Лена Ғәли ҡыҙы Сәйәхова. Пушкиндың "Евгений Онегинына" һүҙлек - комментарийҙың үҙ ваҡытында профессор Лена Сәйәхова етәкселеге аҫтында диплом һәм кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлаған авторының ҡаҙанышы асыҡ комментарийҙар бирелгән күпселек һүҙ һәм әйтемдәрҙең аңлайышлы иллюстрациялар менән тәьмин ителеүендә лә. Тышында рус шиғриәте генийының п ортреты бирелгән һәм "Классиканы һүҙлек менән уҡыйбыҙ" тип я ҙылған был китап, һис һүҙһеҙ, бөгөнгө мәктәп уҡыусылары, студенттар һәм уларҙың уҡытыусыларына ла, ғөмүмән, бөйөк шағирҙың исеме ҡәҙерле булған һәр кем өсөн сикһеҙ кәрәкле баҫма.
       А. С. Пушкиндың бай ижадын тикшереүселәр тиҫтәләп кенә түгел йөҙләп иҫәпләнә. Улар беҙҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә бар. Һәм рус әҙәбиәтенең бөтә донъяға билдәле вәкиленең шиғриәт ынйыларына, прозаһына ҡағылған һәр кем уның шәхесе һ әм таланты серҙәрен, йомаҡтарын асыуға ниндәйҙер яңылыҡ
       индерә. Һәм был йәһәттән Н. Л. Бродский, В. В. Набоков, Ю. М. Лотман, Н. М. Шанский кеүек абруйлы тикшереүселәрҙең хеҙмәттәренән торған хазинаға үҙ өлөшөн индерергә ҡурҡмаған
       Лира Сәлимованың фәнни ҡыйыулығын билдәләп үтергә кәрәк.
       Уҡыусылар был китапта элегерәк Пушкин ижадына мөрәжәғәт
       иткән, шағирҙың йәшәгән дәүерен, уны уратып алған мөхитте, уның дуҫ һәм дошмандарын, үҙенсәлекле телен һ. б. өйрәнгән, теге йәки был әҫәренә комментарийҙар яҙған авторҙарҙың исемлеге менән танышасаҡ. Улар барыһы ла Лира Сәлимованың "Р усские словари" нәшриәте" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте
       иғлан иткән конкурста лауреат исемен яулаған һәм шул арҡал а Пушкиндың романына лингвокультурологик комментарий баҫырға
       лайыҡ булған ( республикала тәүге тапҡыр!) һүҙлеге өсөн ниндәйҙер дәрәжәлә сығанаҡ ролен үтәй.
       Һүҙлектең үҙенсәлеге түбәндә: унда романдың идеографик структураһы күрһәтелә, бөгөнгө уҡыусыға аңлашылмаған һүҙ һәм
       әйтемдәргә лингвокультурологик һәм лингвистик аңлатма бирел ә. Әйткәндәй, был һүҙҙәр исемлеге Өфө мәктәптәре уҡыусылары һәм БДУ - ның филология факультеты студенттары араһында үткәрелгән эксперимент һөҙөмтәләре буйынса төҙөлгән һәм Брюсовтың һүҙҙәрен тулыһынса раҫлай.

Фирҙәүес Йыһаншин.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал