6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Пешехонов Дуйсбургтағы уйындарҙа "алтынға" лайыҡ булды
26.07.05


       Ҡаяға үрмәләү буйынса халыҡ - ара класлы спорт масте ры, Мәләүез егете Александр Пешехонов Дуйсбургта (Германия) үткән Бөтә донъя уйындарында ҙур еңеүгә өлгәште. Күптән түге л үткән донъя чемпионатында еңеүсе өфөлө Евгений Вайцеховски й был юлы "бронза" миҙалға лайыҡ булды.
       Финалда Александр Пешехонов тағы бер рәсәйле Сергей Синицынды (Екатеринбург) артта ҡалдырҙы. Мәләүез егете 12 метрлыҡ стенаға үрмәләү өсөн ни бары 17, 21 секунд сарыф итт е. Евгений Вайцеховский ярымфиналда бер аҙ биреште һәм уға "бронза" менән ҡәнәғәтләнергә тура килде.
       Беҙ Евгенийҙың тренеры Людмила Степанова менән бәйләнешкә индек һәм ул беҙгә түбәндәгеләрҙе һөйләне:
       - Беҙ Женяның өсөнсө булып килеүенә бер аҙ ҡәнәғәтһеҙлек тойғоһо кисерҙек, әлбиттә. Ул күберәккә лә өмөт итә ала ине. Тиҙлеккә ни бары һигеҙ үрмәләүсе ярышты ( донъя, Европа, Ази я уйындары чемпиондары һ. б. ). Барлыҡ спортсыларҙан Евгений айырыуса еңеүгә дәғүә итерлек ине тип һанайым. Тик уңышһыҙлыҡтың сәбәбе түбәндә - үҙенең SMS - хәбәрендә Женя т расса буйға бейек булмаған спортсылар өсөн уңайлыраҡ тип яҙҙы. Ә Евгений буйға ярайһы уҡ оҙон.
       Әммә ,беҙ тормош иптәшем Сергей Степанов менән Саша өсөн
       барыбер ҡыуандыҡ - ул инде тәжрибәле 26 йәшлек үрмәләүсе һәм еңеүгә лайыҡ. Һуңғы арала Рәсәй ярыштарында уның эштәре шәптән түгел ине. Әммә дөйөм алғанда, һуңғы "алтын" менән
       бергә Александрҙың еңеүҙәре лә етерлек.
       Ҡатын - ҡыҙҙар турнирында ике миҙал рәсәйлеләргә эләкт е: беренсе урында Анна Саулевич, өсөнсөлә - Татьяна Руйга. Дуйсбургтағы Бөтә донъя уйындарында командалар ярышында Рәсәй Германияға ҡаршы тороусы төп команда булһа ла, урындағы тамашасылар Рәсәй үрмәләүселәрен алҡышлап ҡаршыланы, уларҙың икәүһе, иҫегеҙгә төшөрәм, Башҡортостан егеттәре.

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал