6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Юдашкин джинсыһын кейгән Өфө ҡыҙҙары Шәп яңғырай
26.07.05


       Билдәле булыуынса, күптән түгел күренекле модельер Валентин Юдашкин Рәсәй президентының еңел ҡулынан Рәсәйҙең халыҡ
       рәссамдары исемлеген тулыландырҙы. Был исем юҡҡа ғына бирелмәгән, күрәһең, оҫта халыҡҡа тағы ла яҡынайырға ҡарар итә. Бизнес һәм сәйәси элита, шоу - бизнес йондоҙҙары өсөн генә ижад итеү мауыҡтырғыс шөғөл, әлбиттә, әммә беҙҙе, ябай халыҡты ла ҙур модаға йәлеп итеү насар булмаҫ ине. Тик тештәрҙе кәштәгә һалып ҡуя торған булмаһын инде, кейенергә л ә, майлап икмәк ашарға ла етһен.
       Юдашкинға ла ошондай уйҙар тынғылыҡ бирмәйҙер, моғайын. У л үҙенең коллекцияларына күпселек дәғүә итә алһын өсөн барыһын да эшләргә тырыша. Мәҫәлән, быйылғы йылдың яҙында ун ың Мода йорто Рәсәй модаһында тәүге тапҡыр, әйтергә кәрәк, я ңы кейем линияһын юлға һалды. Яңы йәштәр серияһы (әсәй һәм о ләсәйҙәр, ғәфү итегеҙ) оригиналь декор элементтары һәм һинд стиле менән айырыла. Үҙенең иң креатив идеяларын тормошҡа ашырырға тырышып, кутюрье былай ти: " Минең һәр ватандашым үҙе лайыҡ булған кейемде кейеүен теләйем".
       Шулай итеп, беҙ нимәгә лайыҡ Быны асыҡлау маҡсатында, "БАШвестЪ" гәзите хәбәрсеһе Yudashkin Jeans менән телефон
       аша бәйләнешкә инде. Яңы коллекциялағы әйберҙәр хаҡы pret -
       a - porter линияһы менән сағыштырғанда биш тапҡыр арзаныра ҡ. Уртаса алғанда, иң һуңғы мода буйынса тегелгән джинсы Мәс кәү һатып алыусыһына 95 долларға төшкән. Ошо сәбәпле баш ҡал ала яҙ / йәй - 2005 коллекцияһының яртыһы тип әйтерлек июнгә тиклем үк һатып алынып бөткән.
       Шулай итеп яңы линияларҙы төбәк баҙарҙарына сығарыу идеяһы тыуа. Был теләккә Мәскәүҙә ярайһы уҡ етди ҡарайҙар: төбәк программаһы төҙөлә, уға ярашлы 2006 йылдың аҙағына йәштәр линияһы Рәсәйҙең иң ҙур утыҙ ҡалаһының кәштәләрендә у рын аласаҡ. Әйткәндәй, Юдашкин әфәнденең артында хаҡтарҙың арттырылыуын көтмәҫкә була тип ышандыралар: модельер төбәктәге партнерҙар менән булдырылған килешеүҙәрҙең үтәлеүен үҙ күҙәтеүе аҫтына алырға ниәтләй. Рәсәйҙең баш ҡалаһында ла, төбәктәрҙә лә хаҡтар бер үк буласаҡ. "БАШвестЪ" гәзитенә Yudashkin Jeans вәкиле Татьяна
       Дмитриева әйтеүенсә, был линияның көҙгө - ҡышҡы кейем к оллекцияһы өсөн тәҡдим ителгән уртаса хаҡ, мәҫәлән, Тольятти өсөн - 95 "йәшел".
       Тиҙҙән ( сама буйынса август - сентябрь айҙарында) Юдашки н магазины Өфөлә лә барлыҡҡа киләсәк тип ышандырҙылар беҙҙе.
       Сауҙа нөктәләре әлеге ваҡытта Киев, Баку ҡалаларында эшләй башлаған, илебеҙҙең дүрт ҡалаһында парнерҙар менән һөйләшеү алып барыла, Түбәнге Новгородта өс магазин асыу тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылған.
       Өфөләге бутиктар баш ҡаланыҡынан хаҡтар сәйәсәте буйынса ғына түгел, стиле буйынса ла айырылмаясаҡ. Барлыҡ сауҙа нөктәләре лә 85 - 150 квадрат майҙанда төҙөлә, төҫ гаммаһынд а күк һәм көмөш төҫтәр өҫтөнлөк итәсәк, ҡорамалдар һәм мебел дә берләштереүсе сифатында сығыш яһаясаҡ. Төп маҡсат -
       магазиндарҙы һатып алыусы өсөн танылырлыҡ итеү, йәғни быға
       тиклем Мәскәүҙә булып ҡайтҡан Өфө кешеһе магазиндар араһынд а айырма һиҙергә тейеш түгел.

Екатерина Вахмянина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал