6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Ольга Зацепина. 21.10.2003 1 Үҙ мөйөшөңдө булдырыуҙың өс алымы
21.10.03


       Их, хәҙер үҙ йортоңда йомшаҡ креслола, сытырлап янған
       каминға ҡарап кинәнеп ултырһаң ине ул. Йә иһә яңы планировк алы өс бүлмәле фатирыңда улың менән геү килеп футбол уйнаған да ла ҡамасауламаҫ ине. Бик булмаһа инде йортом -- ҡәлғәм ти гәнде иҫеңдән сығармайынса үҙ фатирымда бикләнеп ятыуҙан да баш тартмаҫ инем мин. Ҡыҫҡаһы, миңә мотлаҡ үҙ мөйөшөмдө, йәғ ни күсемһеҙ милек булдырырға кәрәк. Ошо уй мине... юҡ, аҡса түгел, ә минең янсығым өсөн бик үк ауыр булмаған шарттарҙа фатирлы булыу алымдарын эҙләргә ҡыуҙы ла инде. Һорашыуҙар һәм дуҫ ҡыҙҙарым менән кәңәшләшеү һөҙөмтәләре арт ыҡ бай булмағандарға торлаҡ алыу өс программаны белдем. Мин үҙемә кәрәклеген һайланым, ә хәҙер был программаларҙы һеҙгә тәҡдим итәм.
       Беренсе программа. Ипотекалы.
       Федераль ипотекалы программаның Башҡортостанда эшләй башлауына күп ваҡыт үтмәне, әммә һис һүҙһеҙ, ул "торлаҡһыҙ" категория өсөн иң ышаныслыларынан һанала. Башэкономбанк ипо тека кредиттарын торлаҡ иҫәбенә бирә. Кредиттың ҙурлығы -- т орлаҡ хаҡының 70 проценты, етмәгән аҡсаны алыу өсөн ҡалған 30процентты һеҙ банкка индерергә тейеш. Кредит срогы йыына 1 5процент ставка менән 12 айҙан 242 айға тиклем. Бындай килеш еүҙең ыңғай яҡтары: фатир шунда уҡ һеҙҙең милеккә күсә, йылл ыҡ проценттарҙы инфляция "ашау" ихтималы бар. Кире яҡтары: б ашта ҙур ғына сумма сығарып һалырға һәм бер нисә йылға "билд е нығыраҡ ҡыҫып быуырға"тура киләсәк.
       Йыйыу программаһы
       Мин уны икенсе төрлө инвестиция программаһы тип атар ин ем, сөнки бында һин аҡсаңды яңы торлаҡ төҙөүгә һалаһың. Уның
       буйынса Өфөнөң инвестиция - төҙөлөш комитеты һәм "УралСиб" банкыһы эшләй. Әгәр һин ошо програма буйынса торлаҡ һатып ал ырға ҡарар итһәң, башта үҙ килемдәреңде һанап ҡарар кәрәк: т өҙөлөшкә үҙ өлөшөгөҙҙө индерергә аҡсағыҙ етәме Быны банк ти кшерәсәк. Килем суммаһынан сығып банк кредит күләмен билдәлә йәсәк. Әммә ул торлаҡ хаҡының 50 процентынан артмаясаҡ. Бына н тыш күптән көтөлгән аҡсағыҙҙы һеҙ бары тик торлаҡ төҙөлөшө нә кәрәк булған сумманың 30 процентын, һуңынан бер йыл дауам ында тағы 20 процентын индергәндән һуң ғына ала алаһығыҙ. Шу нан һуң ғына һеҙҙең фатир өсөн түләү мөмкинселегеҙ булғанлығ ына ышанасаҡтар. Банкынан алған аҡсаны килешеү буйынса түлә гәндән һуң инде һеҙгә өс йыл дауамында кредит һәм проценттар
       түләргә һәм йорттоң төҙөлөп бөткәнен көтөргә ҡаласаҡ. Ыңғай
       яғы: фатир проектына үҙ ҡарамағығыҙға үҙгәрештәр индерә ала һығыҙ. Кире яҡтары: торлаҡ хаҡының 50 процентын бер йыл эсен дә, кредитты ла ярайһы уҡ ҡыҫҡа ваҡыт эсендә түләп бөтөргә т ура киләсәк.
       Йәштәр программаһы
       Йәштәргә беҙҙә ҡайҙа ла юл асыҡ. Льготалар ҙа етерлек.
       Шуға күрә улар өсөн торлаҡ мәсьәләһен хәл итеүҙең бер нисә варианты тәҡдим ителә. Был сетерекле мәсьәләне БР Президен ты эргәһендәге Торлаҡ төҙөү фонды аша ла хәл итеп була. Кил ешеү төҙөп, тәүҙә фатир хаҡының 30 процентын индерергә кәрә к, ҡалған өлөшөн 10 йыл эсендә түләп бөтөргә кәрәк буласаҡ.
       Был ваҡыт эсендә фатир хаҡы үҙгәрешһеҙ ҡала.
       Шулай уҡ торлаҡты юғарыла әйтелгән ипотека аша алып б ула. Йәштәр өсөн кредит 15 йылға бирелә. Өсөнөс вариант - Ур аллСиб бакыһы аша инвестиция алыу. Был алымдарҙың бер генә е тешһеҙлеге бар: 30 йәштән үткәндәргә юғарыла әйтелгән льгота ларҡаралмаған.

Mилек
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал