6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Шәхес

Высоцкий феномены тураһында бәхәстәр дауам итә
24.06.03


       2003 йыл Владимир Высоцкийҙың юбилей йылы -- 25 ғинуа рҙа бөйөк бардҡа 65 йәш тулған булыр ине. Бөтә Рәсәй Иҡ тисад дәүләт университетының художество һәм социаль педаг огик белем, социаль - мәҙәни эш кафедраһы, Әхмәт - Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың музыкаль бүлеге был ваҡиғаны ситләтеп үтә алманы, әлбиттә. Улар инициативаһы буйынса, Өфөлә Халыҡ - ара ғәмәли конференция булып үтт е. Уның төп темаһы булып кешенең рухи донъяһында Высоцкий ҙың гуманистик эҙләнеүҙәре торҙо.
       Милли китапханала үткән сараға беҙҙең ил һәм сит ил ғал имдары, зыялылар вәкилдәре саҡырылды. Киев, Түбәнге Кама һәм башҡа ҡалаларҙан да ҡунаҡтар бар ине. Башҡала уҡыу йо рттары студенттары концерт номерҙары әҙерләгән: сығыштар араһында уларгитарала уйнап, Владимир Семенович яратҡан й ырҙарҙы йырланы,авторҙың шиғырҙарын һөйләне.
       Әгәр ҙә Высоцкий иҫән булһа, үҙе тураһында кеше һәм шәх ес булараҡ ҡына түгел, ә заман символы булараҡ та һөйләгә ндәрен ишетеп бик ғәжәпләнер ине, моғайын. Ул ғына түгел,
       һәр кем Высоцкийҙы үҙенсә күрә, ижадына үҙенсә ҡарашта т ора. Шуға күрә, был конференцияның бәхәстәргә бай булыуы бер кемде лә ғәжәпләндермәгәндер.
       БР Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры урынбаҫары, доце нт, конференцияны ойоштороусылар комитеты ағзаһы Тамара П ушкарева Рәсәйҙә 70 - се йылдарҙа социаль - мәҙәни тормош
       һәм Высоцкийҙың был тормошто үҙ ижадында нисек сағылдыры уы тураһында һөйләп үтте.
       Педагогия фәндәре докторы, профессор, педагогия кафедра һы етәксеһе, Башҡорт дәүләт педагогия университеты Педаг огия институты директоры Әлфис Ғаязов үҙ докладында интел лигенция һәм "алдаҡ" интеллигенцияның (люмпендар) үҙ а ра мөнәсәбәте проблемаһын күтәреп сыҡты. Һуңғыларына, док ладсы һүҙҙәре буйынса, көнләшеү хас, улар талантлы кешене
       дошман күреп, уға үсләшергә генә һәләтле. Тап ошо кешелә р заманында Высоцкийҙың лирикаһын һәм йырҙарын яманлап, уларҙа йәш быуынды тәрбиәләрлек бер һүҙ ҙә юҡ тип хәбәр тараттылар.
       Башҡорт дәүләт педагогия университетының социология һәм
       политология кафедраһы етәксеһе Валерий Хәзиев фекеренсә,
       Владимир Семеновичты ул хәҙер тере булмаған өсөн генә да нлайҙар һәм иҫкә алалар. "Рәсәйҙә тик үлгәс кенә дан ҡаҙа нып була"-- тине ул.
       Высоцкийҙың бик ныҡ популяр саҡтары тураһында миҫалдар килтереп, психология фәндәре докторы, профессор Анна Соро кина Валерий Хәзиевҡа ҡаршы төштө. "...мин был турала ыш аныс менән әйтә алам, сөнки үҙем дә уның менән бер һауа һ улар өсөн генә булһа ла сәғәттәр буйы Таганкала билетҡа һ ыу буйы сиратта торғаным булды..."
       "Мине Высоцкий, уның лирик геройы нимәһе менән йәлеп ит ә Мин генә түгел, уға бит бөтә ил ғашиҡ. Был нимәнән кил ә --тип һорау ҡуйҙы педагогия фәндәре кандидаты Лидия Ст ратонова. --Төп сәбәптәрҙең береһе -- Высоцкий әҫәрҙәренд Ь ир кешенең йөҙ процент ир, ә ҡатын - ҡыҙ иһә ысын ҡатын
       - ҡыҙ булып ҡалыуылыр, моғайын. Тағы ла: ҡатын - ҡыҙға В ысоцкий бөтәһен дә кисерә, ә ир кешегә киреһенсә. Бөгөнгө
       заманда, донъя баштан - аяҡ үҙгәрештәр кисергәндә, был а йырыуса әһәмиәтле һәм иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Әйҙәгеҙ үҙ ебеҙ булып ҡалырға тырышайыҡ, был йәһәттән Владимир Семен овичтан бик күп нәмәгә өйрәнергә була."

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал