6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Пландан тыш тикшереү тамамланды
25.07.05


       Башҡортостанда электр энергетикаһы объекттарын пландан тыш т икшереү тамамланды. Ул энергия ҡоролмаларының эшен туҡтатыу тураһында талаптар булмауын асыҡланы. Был энергия менән тәьмин ителеш йәһәтенән ҡурҡырға сәбәп юҡ тигәнде аңлатамы
       Беҙ БР Прокуратураһының иҡтисад, һалым һалыу һәм эшҡыуарлыҡ өлкәһендәге закондарҙы күҙәтеү буйынса идаралыҡ б үлеге прокуроры Гүзәл Мәсәғүтованан тикшереү һөҙөмтәләрен йо мғаҡлауҙы һораныҡ.
       - Республикала электр станциялары һәм селтәрҙәренең техни к торошо дөйөм алғанда талаптарға яуап бирә. Әммә шелтәләр ҙ ә булманы түгел. Мәҫәлән, Өфөнөң иң ҙур райондарының береһен
       электр менән тәьмин итеүсе Калинин подстанцияһының ҡаҙанлыҡтары һәм үҙәк йылытыу пункттары тейешле техник талаптарға яуап килмәй. Орджоникидзе районының кабель линиялары - был 60 мең метр самаһы - инде сирек быуат дауамында файҙаланыла. Ҡорамалдарҙың 80 проценты
       иҫкереүҙең һуңғы сигенә еткән. Сибай электр селтәрҙәрендә л ә шул уҡ хәл, Салауатта төп ҡорамалдар йөҙ процент иҫкергән. Ҡайһы бер урындарҙа серек ағас терәүҙәр файҙаланылыуы
       асыҡланды. Мәҫәлән, Малаяҙҙа уларҙың һәр минутта ҡолауы ихтимал. Тимер бетон терәүҙәрҙең дә хәле шәптән түгел.
       Энергетика объекттарын һаҡлауҙы ойоштороуҙың дөйөм етешһеҙлеге - техник средстволар - хәүеф сигналы биреүсе һаҡ сигнализацияһы, видеокүҙәтеү системаһы һәм башҡалар булмауы.
       Һаҡ хеҙмәткәрҙәре күп осраҡта ҡоралланмаған, йыш ҡына уларҙың вазифаһын диспетчерҙар үтәй. Бөгөн республика территорияһында урынлашҡан 84 электр энергетикаһы объектының яртыһынан күберәге республика Эске эштәр министрлығының ведомствонан тыш һаҡ бүлексәләренең күҙәтеүе аҫтында тора, әммә 36 объект ҡына тиҙ арала саҡырыу кнопкаһы менән тәьмин ителгән.
       Үткән йылда ла, быйыл да "Башкирэнерго" асыҡ акционерҙар йәмғиәтен техник йәһәттән ҡоралландырыуға федераль һәм республика бюджеттарынан да, бюджеттан тыш фондттарҙан да средство бүленмәне. Дөрөҫ, үткән йыл БР Эске эштәр
       министрлығы һәм "Башкирэнерго" электр энергетикаһы объекттарын һаҡлауҙы тәьмин итеү өсөн уртаҡ саралар планы булдырғайны, әммә бында ла матди ярҙамһыҙ эш башҡарып сығыуы мөмкин түгел.
       Тикшереү барышында башҡа ҡағиҙә боҙоуҙар ҙа асыҡланған. Мәҫәлән, республиканың көнбайыш райондарында - эшҡыуарҙарҙың тауар киоскыларын үҙ белдектәре менән юғары
       вольтлы электр линияларына тоташтырған. Кушнарен районының Подстанция һәм Тарабирҙе биҫтәләрендә электр селтәрҙәре норматив - техник документацияны тупаҫ боҙоп төҙөлгән. Көйәҙебаш, Юламан, Ташлыҡул ( Ауырғазы районы) ауылдарында һ әм Өфөнөң Дим районында юғары вольтлы линиялар мәктәп һәм балалар баҡсаһы биләмәләре аша үтә. Баҡалы ҡасабаһының " Энергетик" предприятиеһы һәм Ҡырмыҫҡалының "Сельхозэнерго" муниципаль унитар предприятиеһында оператив - диспетчер хеҙмәттәре юҡ.
       Үткән йыл дәүләт инспекторҙары "Башкирэнерго" асыҡ акционерҙар йәмғиәте филиалдарын комплекслы тикшергәндән һуң, 14 етәксе һәм белгесте 30 мең һумлыҡ штраф формаһында а дминистратив яуаплылыҡҡа тарттырғайны, быйылғы йылдың яртыһында 33 етәксе һәм белгескә 65 мең һумдан ашыу штраф
       һалынған.
       Әммә талаптарға ҡолаҡ һалмаусыларға ҡарата саралар һәр ваҡытта күрелә тип әйтеп булмай. Мәҫәлән, БР буйынса "Ростехнадзор" идаралығының Саалуат бүлексәһе дәүләт инспекторы махсус белеме булмаған, хатта белеме тикшерелмәгән кешенең эшкә йәлеп ителеүен, әммә етәкселектең яуаплылығы тураһында һорау ҡуйылмағанлығын асыҡлаған. 2004 йылда Өфө ҡала селтәрҙәрендә генә лә етмешкә
       яҡын, май айы аҙағына - 20 технологик ҡағиҙә боҙоу күҙәтелг ән.
       Административ яза биреү тураһында протоколдар тейешенсә тултырылмай: ҡағиҙә боҙоу урыны һәм ваҡыты теркәлмәй, ғәйепле кешенең аңлатмаһы булмай, шаһиттарҙың ғына түгел,
       ғәйепләнеүсе кешенең дә протокол менән танышып сығыуы тураһында ҡултамғаһы юҡ...
       Быйыл да, үткән йылда ла энергетика өлкәһендә енәйәт эштә ре асылманы. Хоҡуҡ һаҡлау органдарына закондарҙы боҙоуға бәй ле енәйәттәр тураһында хәбәр килмәгән, Арбитраж судта ла, дө йөм юрисдикция судтарында ла был темаға эштәр ҡаралмаған. Республика халҡының БР Прокуратураһына мөрәжәғәте башлыса эн ергия менән сифатһыҙ тәьмин итеү, йорттарҙың электр линияларына тоташтырыуҙан баш тартыуы, ҡулланылған электр
       энергияһына түләүҙең дөрөҫ билдәләнмәүенә ҡағыла.
       Шулай итеп, республиканың энергия системаһы дөйөм алғанда
       ҡәнәғәтләнерлек тип табылһа ла, финанслау етешмәүе һәм кеше
       факторына бәйле проблемалар ҡала килә.

Евгения Тулина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал