6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Рафаил Ишмәтов: Кутейкинды маҡтарға иртәрәк әле
25.07.05


       Егерме беренсе июлдә үткән ярышта "Салауат Юлаев" "Металлург" (Новокузнецк) командаһына 3 : 4 иҫәбе менән
       биреште. Көйәрмәндәр һөйләүенсә, "юлаевсылар" составында өс шайбаны ла һаҡсы Андрей Кутейкин индергән, һәм өс осраҡта
       ла ул ҡапҡаға күк һыҙыҡтан тороп уңышлы һөжүм яһаған.
       "Металлургтан" еңелгәндән һуң Өфө клубы "Паюлахти кубогында" һуңғы урынды биләй. Был ярыштарҙа "юлаевсыларға" "Ладаға" (Тольятти) ҡаршы бер осрашыу үткәрергә ҡалды. Уларҙы еңгән хәлдә лә беҙҙең егеттәрҙең фин турнирының һөҙөмтәләр зачетында бишенсе урындан да юғарыраҡ күтәрелеү мөмкин түгел.
       Рәттән өс осрашыуҙа ла "юлаевсыларҙың" бер шайба айырма м енән генә еңелеүе ғәжәпкә һала. 1 : 2 йәки 3 : 4 иҫәбе беҙҙе ң хоккейсыларҙың осрашыуҙың хәл иткес мәлендә юғалып ҡалыуы ха ҡында һөйләй. Бер генә нимә ҡыуандыра - ул да булһа, Андрейҙың ҡаҙанышы, хоккейҙа һирәк осрай торған хет - трик. Беҙ уның менән бәйләнешкә инергә тырышып ҡараныҡ, тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һөҙөмтәһеҙ. Һәм беҙгә был турала ентеклерәк итеп команданың баш тренеры Рафаил Ишмәтов һөйләне:
       - Беренсе периодта өҫтөнлөк тулыһынса беҙҙең яҡта булды. Бер ҡапҡаға ғына уйнаныҡ тип әйтергә була. Әммә, һәр саҡтағыса, шайбаны ырғыта алманыҡ. Һөжүм итеүселәр дүрт уйында ни бары ике шайба ырғытты, дөйөм алғанда, бик үк яҡшы
       уйнаманылар. Беренсе голды үткәргәндә беҙҙең хоккейсылар һаны аҙыраҡ ине. Артабан ҡаршы яҡ буллитты уңышлы хәл итте. Үткәрелгән шайбаларҙа Мезинды ғәйепләргә ярамай - беҙҙең һаҡсылар әле саҡ һынау үтә. Бынан тыш йәштәргә лә уйнарға
       ваҡыт бирәбеҙ. Заварухин һәм Субботин "Кузня" менән бөтөнләй уйнаманы. Ә Кутейкинды маҡтарға иртәрәк тип һанайым. Ниңә Күҙ теймәһен өсөн.

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал