6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ

Төнгө һунарсы
25.07.05


       Енәйәттең сәбәбе асыҡланмаған, үлтереүсе һәр ваҡыт бер алы м файҙаланған, уның ҡорбандары йәш ҡыҙҙар булған хәлдә, ҡалала маньяк барлыҡҡа килгән тигән хәбәр йөрөй башлай. Шундай уҡ хәл Бәләбәйҙе лә урап үтмәй.
       Ысынлап та, ҡорбандар таланмаған, көсләнмәгән икән, башҡа тағы ниндәй уй килеүе мөмкин Дөрөҫ, бер осраҡта ғына ҡыҙҙың
       эске кейемдәре систерелгән була. Шул ғына.
       Хатта енәйәтсе тотолғас та шик ҡала. Өҫтәүенә ул бик һара н ғына итеп уның үҙенә генә ишетелеүсе "тауыштар" тураһында бәйән итә. Ауырыуға һалышамы Мөмкин. Күрәһең, ныҡлы ышаныс өсөн тәфтишсе суд - психиатрия экспертизалары менән ҡ әнәғәтләнмәйенсә, ғәйепләнеүсенең "рухи сәләмәтлеген" тағы б ер тапҡыр тикшереүгә бирә. Шиктәр бушҡа ғына була. Ике тикшереүҙә лә эксперттар бер үк һөҙөмтәгә килә: ғәйепләнеүсе үҙ аҡылында.
       ... Александр Романчуктың дүрт ағаһы бар. Уларҙың өсәүһе төрмәлә ултыра. Ғәжәп, әммә Романчуктар енәйәткә ҡомһоҙлоҡтан түгел, ә "хис - тойғоларға бай булғанлыҡтан" ба ра. Өлкәне - Николай - мөнәсәбәттәрҙе асыҡлағанда артыҡ бире леп китә һәм кеше үлтергәнен дә һиҙмәй ҡала. Виктор һәм Алексей көсләү өсөн ултыра. Һәр ҡайһыһы айырым үҙенә тейеш язаһын ала. Александр үҙе ҡыҙҙарҙы көсләмәй, ә быуып үлтерә. Төндәрен, кеше йөрөмәгән урындарҙа. Былай ғына, бер ниндәй сәбәпһеҙ. Хис - тойғоға бирелеп. Үҙе әйтеүенсә, ҡыҙҙар уға т упаҫ мөғәмәләлә була.
       Александрҙы ҡыҙыу, тотанаҡһыҙ тип әйтеүе ҡыйын. Киреһенсә , тыныс холоҡло, үҙ - үҙенән сығып бармай. Ҡатыны уны хатта артыҡ тыныс тип битәрләгән саҡтары була. Психикаһына һуғыштың да тәьҫир итеүе ихтимал: 2000 йылда ул ярты йыл дауамында контракт буйынса Чечняла хеҙмәт итә. Ҡайтҡас уның үҙен тотошонда, психологияһында һиҙелерлек үҙгәрештәр булмай. Дөрөҫ, Александр башҡа оҙон аҡса артынан "ҡыҙыу нөктәләргә" ынтылмай. Бәләбәйҙә эшкә урынлаша.
       Ғәҙәти ир кеше. Хәйер, сәйерлектәре лә юҡ түгел. Мәҫәлән,
       Александр сәғәттәр буйы, бер минутҡа ла айырылмайынса,
       телевизорға текләп ултыра ала. Барыһын да ҡарай: ток - шоу, сериалдар, яңылыҡтар, реклама. Йомоҡлоғо менән айырыла. Халыҡ ҡайнашҡан урындарҙы яратмай. Бер үҙе булыуҙы өҫтөн күрә. Урманды ярата. Төнө буйы аҡрынлап һыра һемереп ағаслыҡта бүрәнә өҫтөндә ултыра ала. Тик ошо ағас төптәрендә ул осраҡлы рәүештә үҙенә осраған ҡыҙҙарҙы ла быуа.
       ... Һәләк булғандар тураһында насар һөйләргә ярамай. Тик шулай ҙа уларҙың үлтереүсегә үҙҙәре үк ярҙам итеүен танырға
       кәрәк. Романчук үҙенең ҡорбандарын эҙәрлекләмәй, улар уны үҙҙәре килеп таба. Йәш саҡта кистәрен өйҙә ултырғы килмәй, урамға тарта. Күңел асыуҙар, кафелар, дискотекалар... Төндә күңелһеҙ хәлдәргә осрауы ла еңел. Бер үҙең тыныс урындарҙа йөрөгәндә бигерәк тә. Һәләк булған ҡыҙҙар тап шулай иткән дә . Бәлки был һуҡмаҡтарҙан улар тәүге тапҡыр ғына ҡайтмағандыр . Был темаға бик оҙаҡ өгөт - нәсихәт уҡырға мөмкин, әммә ең ел холоҡло йәшлек үҙ хаталарында өйрәнеүҙе хуп күрә шул, тик бы л хатаның һуңғыһы булыу ихтималлығы тураһында уйламай.
       ...22 йәшлек Светлана дискотеканан яңғыҙы ҡайта. "Вояжда" бейеүҙәр төнгө сәғәт берҙә тамамлана. Ә өйгә иң ҡыҫҡа юл ағаслыҡ аша үтә. Төнгө урман буйлап Романчук килә. Ҡаршыға киләг аҡ салбарҙағы ҡыҙҙы күрмәй үтеп китеү мөмкин түгел. Артабан нимә булғаны үлтереүсенең һүҙҙәренән генә билдәле. Александр әйтеүенсә, яҡынлашҡас, ул ҡыҙҙың илауын күреп ҡал а. "Мин уны тынысландырырға теләгәйнем. "Нимә булды" - тип һораным. "Һеҙ барығыҙ ҙа ҡәбәхәттәр!" - тип яуап бирҙе. Мин уның ҡулынан тоттом. Ул тартҡылаша башланы, йөҙөмә төкөрҙө, хурланы. Мин сығырымдан сыҡтым. Йоҙроҡ менән бер нисә тапҡыр битенә һуҡтым һәм быуа башланым", - үлтереүсенең һүҙҙәре ошо.
       Романчук, бәлки, алдамайҙыр ҙа. Һәр хәлдә дуҫ ҡыҙҙарының береһе Светлананы былай тип һүрәтләй: "Телен тыя белмәй. Кешене хурлауы мөмкин".
       Иртә менән ҡыҙҙың кәүҙәһен "Нефтяник" баҡсасылар йәмғиәтенән алыҫ түгел ҡайынлыҡтан табалар. Милиционерҙар ул
       көндө дискотекала күңел асҡан йәштәрҙең бөтәһенән дә һорау ала. Тик һөҙөмтә булмай. Бейеүҙәргә күптән йөрөмәгән 32 йәшлек өндәшмәҫ водитель ғәйепле тип кем уйлаһын инде Енәйәт асылмай ҡала.
       Бына тағы бер тарих. 17 йәшлек Ирина кафеларҙа ултырырға ярата. Өйөнә һуңлап, төнгө икеләрҙә генә ҡайта. Бөтөнләй ҡайтмаҫҡа ла мөмкин, бер нисә көн юғалып тороуы ла ғәжәпләндермәй. Төрлө хәлдәр була. Ата - әсәһе ҡыҙҙарының төнгө тормошо менән килешеп тә бөтә, күрәһең. Иринаның буй
       бирмәҫ холҡонда ыңғай һыҙат та табырға маташалар: "Көслө ихтыярлы, дөрөҫ ҡыҙыҡай".
       13 сентябрь көнө ҡыҙ өсөн уңышлы башлана. Ул 1000 һум ота . Һәм киске сәғәт унда дуҫ ҡыҙҙары менән был уңышын бер кафела йыуа башлай, сәғәт төнгө дүртенселә икенсеһендә тамамлай. Ҡыҙҙар араһында талаш сығыуы ла ихтимал. Һәр хәлдә
       Ирина кафенан бер үҙе сығып китә, компания өҫтәл артында ултырып ҡала.
       Паркта, ҡала быуаһынан алыҫ түгел, Ирина Романчукты осрат а. Һәм тағы ла артабанғы хәлдәр ирҙең һүҙҙәре буйынса. Александр раҫлауынса, ҡыҙ үҙе уның эргәһенә килә һәм тартырғ а һорай. Арзан ғына "Оптима" тәмәкеһен алғас:"Әшәке нимә тартаһың", - тип белдерә. Ир уға ҡаты итеп яуаплай. Һүҙ арты нан һүҙ сыға һәм үлтереүсенең ҡулдары ҡорбандың муйынында ҡоршау булып ҡыҫыла.
       Кем белә, Романчук ҡорбандың әйберҙәренә ҡыҙыҡмаһа, моғайын, был енәйәт тә асыҡланмайынса ҡалыр ине. Ҡыҙҙың плащы менән сумкаһын ул яндыра, ә бына кеҫә телефонын үҙендә ҡалдыра. Өйөнә алып ҡайтҡас, сим - картаһын алып
       ташлап, ҡатынына бирә. Наркомандарҙан арзан хаҡҡа алдым, тип аңлата ул. Тик бынан алда, сим - картаны алып ташламаҫ э лек, үлтереүсе Владивостокка шылтырата. Ни өсөн икәнлеген Александр тикшереү ваҡытында ла, судта ла аңлата алмай,
       хәтерләмәйем тип яуап бирә. Һәм тап ошо шылтыратыу эҙләүҙәрҙе дөрөҫ йүнәлешкә төшөрә лә инде.
       Романчук - Бәләбәйҙә сит кеше. Башҡортостанда туҡталыр алдынан ул 10 йыл Приморск крайында, Владивостоктан алыҫ түгел урынлашҡан Спасск - Дальний ҡалаһында йәшәй. Һәм үлтереүсене асыҡлау техника эше генә булып ҡала. Ҙур булмаға н ҡаласыҡта сығыштары Алыҫ Көнсығыштан булғандар аҙ. Бер тәүлектән Александр Романчук үҙ ғәйебен таный.
       Әйткәндәй, уның Алыҫ Көнсығыштағы тормошон да тикшереү органдары иғтибарһыҙ ҡалдырмай. Ике бер типтағы, сәбәпһеҙ үлтереү бәләкәй булһа ла серия булып тора. Романчуктың
       намыҫында ҡорбандар күберәк тә булырға мөмкин булыуын иҫәпкә алып, Спасск - Дальний ҡалаһына 1990 йылдарҙа ҡалала ошондай уҡ үлтереү осраҡтары булыу - булмауын һорап хат
       ебәрелә. Ғәйепләнеүсенең бәхетенә, яуап ыңғай түгел.
       Александр Романчук үҙенең ғәйебен тулыһынса таный. Хәйер,
       үҙ хәлен тағы ла киҫкенләштереүҙән ҡурҡып, ул ҡайһы бер һорауҙарға яуап биреүҙән баш тарта. Башҡортостан
       Республикаһының Юғары суды уны 17 йылға иркенән мәхрүм итте.

Сергей Ильин.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал