6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Киләсәккә ВИЧ - күҙаллау Хәл хәүефле
25.07.05


       90 - сы йылдар башында Башҡортостанда ни бары туғыҙ СПИД - й өрөтөүсе иҫәпләнгән. Ул ваҡыттан алып әллә ни тиклем ваҡыт үтмәһә лә был һан бик күпкә артты. Бөгөн республика Волга буйы федераль округының 15 субъекты араһында ВИЧ -
       инфекциялылар һаны буйынса етенсе урын биләй, - был турала ошо көндәрҙә Башҡортостан Республикаһында ВИЧ - инфекция таралыуын киҫәтеү проблемалары буйынса ведомство - ара комиссияһы ултырышында Республика СПИД һәм инфекция
       ауырыуҙарын иҫкәртеү һәм уларға ҡаршы көрәш үҙәгенең баш табибы вазифаһын башҡарыусы Сергей Зайцев һөйләп үтте. Был б ик хәүефле күрһәткес, өҫтәүенә киләсәккә күҙаллауҙар ҙа ҡыуандырмай. Уның һүҙҙәре буйынса, бөгөн медиктарҙың күҙәтеүе аҫтында 4977 ВИЧ - инфекциялы ауырыу тора, уларҙың 74 проценты - ирҙәр. Зайцев ВИЧ - йөрөтөүселәр һаны наркомания артыуы иҫәбенә тулылана, тип һыҙыҡ аҫтына алды: белгестәр мәғлүмәте буйынса, ауырыуҙарҙың 71 проценты
       парентераль рәүештә зарарланған.
       - Быйыл енси юл менән зарарланыусылар һаны артыуы ҙур хәүеф тыуҙыра, - тип билдәләне Сергей Владимирович. - үткән йыл күрһәткестәре менән сағыштырғанда, наркотик ҡабул итеү аша зарарланыусылар һаны 1,6 процентҡа, енси юл менән зарарланыуҙар һаны - 2,2 процентҡа артҡан. Эҙемтә булараҡ, ВИЧ - инфекциялы ҡатын - ҡыҙҙар һаны ла артҡан. Уларҙың 85 проценты бала табыуға һәләтле йәштә. ВИЧ - ҡа ыңғай диагноз ҡуйылыусы ауырлы ҡатындар 1,7 процентҡа артҡан. 255 ВИЧ - инфекция йөрөтөүсе бала һаулыҡ һаҡлау органдарында иҫәптә тора. Республикала ВИЧ - инфекциялы туғыҙ мәктәп уҡыусыһы теркәлгән, уларҙың бишеһе парентераль рәүештә, дүртәүһе - енси юл менән был ауырыуға дусар булған.
       Бөгөнгө көнгә Башҡортостанда ВИЧ - инфекция менән ауырыусылар буйынса күрһәткес 100 000 кешегә 121,6 тәшкил итә, был Рәсәйҙәге уртаса күрһәткес менән сағыштырғанда 1,7 һәм Волга буйы федераль округы менән сағыштырғанда - 2,1 тапҡыр түбәнерәк. Тик шулай ҙа уйланырға урын етерлек.
       Бөгөн республикала дүртенсе "Анти - ВИЧ/СПИД" маҡсатлы программаһы эшләй, шулай уҡ "БР территорияһында ВИЧ ауырыуының таралыуын иҫкәртеү тураһында" закон ҡабул ителде.
       Башҡортостан райондарында һаулыҡ һаҡлау учреждениеларын тейешле медицина ҡорамалдары менән йыһазландырыу эше алып барыла, Белорет һәм Сибайҙа СПИДҡа ҡаршы көрәш буйынса район - ара үҙәк филиалдары асылды, хәүеф төркөмдәренә инеүселәр иҫәпкә алына.
       Сергей Зайцев республиканың киң мәғлүмәт сараларын был теманы иғтибарһыҙ ҡалдырмаҫҡа һәм ВИЧ - инфекцияны иҫкәртеүгә йүнәлтелгән сараларҙы гәзит биттәрендә әүҙем сағылдырырға саҡырҙы.
       "Башҡортостан" дәүләт телерадиокомпанияһының баш мөхәррире Светлана Мушкина ВИЧ - инфекцияны иҫкәртеүгә йүнәлтелгән социаль роликтар ҙур һөҙөмтә бирәсәк тип һанай,
       уларҙы ҡала урамдарында урынлаштырылған ҙур экрандарҙа йышыраҡ күрһәтергә, реклама щиттарын да файҙаланырға кәрәк, ти ул.
       БР Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Юлай Ильясов йәштәр араһында ирекле бригадалар төҙөргә тәҡдим итә, ошондай бер бригада үҙ йәштәштәре араһында гәзит - журналдар, телевидениеға ҡарағанда ла әүҙемерәк эш алып бара
       аласаҡ, тип өҫтәне ул.
       БР мәғариф министры Зөһрә Рәхмәтуллина ла ултырышта етди проблема билдәләне. Инфекция менән зарарланған балаларға нисек ярҙам итергә мөмкин Улар йәштәштәренән айырым булырға тейешме, әллә уларҙың психикаһын һаҡлап, "табип серен" һаҡларғамы Был һорауға бер кем дә аныҡ ҡына яуап бирә алманы...
       Ултырыш рәйесе, БР Хөкүмәте Премьер - министры урынбаҫары Фидус Ямалетдинов ВИЧ - инфекцияны иҫкәртеүгә республиканың башҡарма власть көстәре, йәмәғәт ойошмалары һәм дини конфессиялар ҙа йәлеп ителеүен хәтергә төшөрөп үтте . Тик был ғына етмәй: Ямалетдиновтың фекренсә, ВИЧ - инфекцияның таралыуын туҡтатыр, хәлде контролгә алыр өсөн был йүнәлештә берләшеберәк эшләргә кәрәк. Бының өсөн ауырыуҙы мөмкин тиклем алданыраҡ асыҡлау, дауалау һәм ауырыуҙы реабилитациялауҙы тәьмин итергә кәрәк, тип һыҙыҡ аҫтына алды БР Хөкүмәте Премьер - министры урынбаҫары.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал