6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Tарихтан бер көн

"Салауат" гәзите Петроградта сыҡҡан
15.07.05


       Граждандар һуғышы ваҡытында Петроградта 1919 йылдың
       сентябренән 1920 йылдың май айына тиклем Башҡорт
       дивизияһының сәйәси бүлеге тарафынан "Салауат" тип
       исемләнгән гәзит сығарылған. Гәзит аҙна һайын башҡорт телендә баҫылған. Башҡортостандан кавалеристар дивизияһы
       Петроградты аҡгвардеецтарҙан һаҡларға Владимир Ильич Лениндың һорауы буйынса ебәрелә.
       Башҡорт егеттәренең батырлығы тураһында яҙыусы Константин
       Алесандрович Федин яҙа. Ул ваҡытта яҙыусы Башҡорт дивизияһының сәйәси бүлегендә хеҙмәт итә. 1919 йылдың 16 декабрендә "Петроградская правда" гәзитендә уның "Ҡыҙыл башҡорттар тураһында" мәҡәләһе баҫылып сыға. "Совет республикаһының баш ҡалаһы өсөн иң хәүефле мәлдә башҡорт ғәскәрҙәре хәлде ҡотҡарыу ғына түгел, хәүефтең еңеүгә
       әйләнеүе өсөн ҙур ҡыйыулыҡ күрһәтте...".
       "Салауат" гәзите биттәрендә хәрби әҙәбиәттән өҙөктәр,
       шиғырҙар, публицистика баҫыла. Гәзит хеҙмәткәрҙәре Константин Фединдың "Ҡыҙыл башҡорттар тураһында" мәҡәләһен иғтибарһыҙ ҡалдырмай. 1960 йылдың 22 ноябрендә
       башҡорт ғалимы - әҙәбиәтсеһе Морат Рәхимҡоловҡа яҙған
       хатында яҙыусы быны раҫлай:
       "Мәҡәлә, һеҙгә билдәле булыуынса, 1919 йылдың аҙағында "Петроградская газета" баҫмаһында сыҡты һәм тиҙҙән Башҡорт к авалерия дивизияһының сәйәси бүлеге сығарған "Салауат" гәзитендә уның башҡорт теленә тәржемәһе баҫылды...".
       Мәҡәләнең башҡорт теленә тәржемәһе 1920 йылдың башында Ба шҡортостанда "Известия Башҡортостана" гәзитендә лә донъя күр ә.
       Шулай итеп, Константин Фединдың ҡулы еңел була - граждандар һуғышының Петроград янындағы алыштарында башҡорт егеттәре - Салауат тоҡомдарының батырлығы бөтә
       Рәсәй Совет Федерацияһына яңғырай.
       Әйткәндәй, Константин Федин "Салауат" гәзите тураһында үҙенең "Ҡалалар һәм йылдар" романында ла телгә алып үтә.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал