6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
БАШвестЪ - йәш

Йәштәр экстрим һайлай
15.07.05


       Күҙ алдыңа ғына килтер: ерҙән өс мең биш йөҙ метр бейекле ктә баҫып тораһың, вертолет тауышы ҡолаҡты тондора, әммә хәҙ ер иң мөһиме был түгел... Ишек асыла, йөҙөңә бәрелгән елгә түҙе п торғоһоҙ, әммә был да ҡурҡыныс түгел әле. Иң ҡот осҡосо алда
       - һине төртөп төшөрәсәктәр һәм һауала әйләнә - тулғана аҫҡа табан осасаҡһың һәм ҙур тиҙлек менән ергә яҡынайғаныңды аңлаясаҡһың...
       Бәлки экстримдың икенсе төрө күңелеңә яҡыныраҡтыр Рәхим ит!.. Көнө буйы, бәлки инде тәүлектәр ҙә үткәндер, һин ер аҫтында, баш осоңда, тирә - яғыңда - ҡалын ер ҡатламдары һә м һәр минутта ул һине тереләй ерләүе ихтимал. Ғөмүмән алғанд а, спелеология - мәмерйәләр, уларҙың барлыҡҡа килеүе, микроклиматы, һыуҙары, үҫемлектәре, заман һәм боронғо мәмерйәләр фаунаһын өйрәнә. Ә спелеологтар - ябай кеше йөрөмәгән урынға үтеп инеүселәр. Парашют менән һикереүгә килгәндә, бик күп ҡыйыуҙар өсөн ул нервыларҙы ҡытыҡлап "Америка тауҙарында" әйләнгән кеүек ғәҙәти хәлгә әүерелде.
       - Ышанма, мин әле бында ғына шулай тип әйтәм, - тип көлә Артем, - ә бына һауа киңлеге өҫтөндә, һикерергә әҙер торғанд а, әлегә әҙер түгеллегең асыҡлана. Һуң булмаҫ борон сигенеү, барыһын да ташлап ҡайтып китеү теләге тыуа. Бер генә нимә туҡтата - ул да булһа, иптәш егеттәрҙең шаяртып көлөүҙәре. Хәйер, ул саҡта үҙең тураһында булған фекер ҙә насар яҡҡа үҙгәрә: "ҡыҙҙарға оҡшап ҡурҡып ҡалдым". Шуға күрә һикерәм. Инде ике йыл. Ниңә Был бит экстрим, үҙен ир - егет тип һана ған һәр кем бының аша үтергә тейеш тип иҫәпләйем. Осоштан һу ң күңелдә барлыҡҡа килгән тойғо бик оҡшай. Быны түбәндәге һүҙҙәр менән аңлатырға булыр ине: мин герой! мин еңдем! мин
       быны эшләнем! тормош рәхәт! Әгәр бер - ике йыл элек миңә берәйһе иртәнге сәғәт биштә тороп парашют менән һикерергә китәсәкһең тиһә, ышанмаҫ инем, ҡолаҡ төбөнә берҙе биреп тә алырға күп һорамаҫ инем, моғайын!
       Артем әйтеүенсә, парашют менән һикерергә теләүселәр һаны артҡандан арта - ысын кешеләр шулай итеп ял итә лә инде. Йәштәр экстримды һайлай. Минең бер танышым әйтмешләй, тормошто яратыр һәм бәхетле булыр өсөн "буйһонмағанды буйһондорорға" кәрәк. Уның фекере буйынса, был физик яҡтан ғына түгел, әхләҡи яҡтан да нығыта. Үҙеңә ышанырға ла ярҙам итә. Шулай итеп, киләһе тарих "Юля - спелеолог" тип атала.
       Был һөнәр иң хәүефлеләрҙән һанала, әммә, нисек кенә сәйер булмаһын, ер аҫты тоннелдәрен һәм мәмерйәләрен
       буйһондороусылар араһында йәштәр күберәк. Һәм улар Юля кеүек үк һынауҙы лайыҡлы үтеү өсөн үҙҙәрендә ҡыйыулыҡ, көс
       һәм һалҡын ҡанлылыҡ таба:
       - Тәрән ер аҫтында, күпме ваҡыт үткәнен дә аңламайынса, о ҙон коридор буйлап барғанда нимә кисерергә тура килгәнен һин
       күҙ алдына килтерә лә алмайһың, нисек тә оҙатып барыусынан тороп ҡалмаҫҡа һәм алда янған утты юғалтмаҫҡа тырышып уҡынаһ ың. Һәм ниһәйәт бысраҡҡа буялып, әммә шул тиклем бәхет кисер еп яҡты донъяға барып сығыуҙы ... бер нимә менә дә сағыштырып
       булмай! Тормоштоң ҡәҙерен аңлай башлайһың! Шуға күрә мине т ағы ла ер аҫтына, еүеш ҡараңғылыҡҡа, ҡолаҡ пәрҙәһен ярырҙай тынлыҡҡа тарта. Эйе, унда бик ҡурҡыныс!
       Ул саҡта ниңә ер аҫтына төшәһең һуң, тип һорауыма Юля минең аңламауыма ғәжәпләнеп, күҙҙәрен ҙур итеп аса.
       - Юҡ, быны һүҙ менән генә аңлатып булмайҙыр ул. Бына берә й ваҡыт үҙең спелеологтар менән бергә уңға ла, һулға ла боролорға ярамаған, бары тик алға, билдәһеҙлеккә юл тоторға тейеш булған хәлдә ҡалһаң, аңларһың. Күҙ алдыңа ғына килтер:
       бына - бына тирә - яҡтан ер ҡатламы өҫтөңә ҡоларға тора, ә һин алда барғандың арҡаһын ғына күрәһең, һәм уйҙа нисек тә ҡапҡандан ҡотолоп, ҡояшты, сәскәләрҙе, үләнде, дуҫтарыңдың,
       ата - әсәйеңдең йылмайыуын күргең килә. Аңлайһыңмы, кешеләрҙең күпселеге булғандың ҡәҙерен белмәй һәм баһаламай.
       Уларға бәхетле булыу өсөн бер нимә лә ҡамасауламағанына ышанмай. Ә спелеологтар бәхеттең нимә икәнлеген белә.
       - Тимәк, бәхетте хәүефле урында, ғүмереңә ҡурҡыныс янаған да ғына аңларға була
       - Мотлаҡ түгел. Әммә миңә шулай ябайыраҡ. Элегерәк мин дә иң мөһиме тураһында онотоп ваҡ - төйәк проблемалар менән баш
       ватыусыларға иғтибар итмәй торғайным. Хәҙер барыһы ла икенсе төрлө. Әлбиттә, һәр кемдең тирә- яҡ мөхит менән
       бәйләнеш булдырыуҙың үҙ юлы бар, әммә спелеология ғүмергә хәүеф янауы менән бәйле булһа ла, әйтәйек, наркотиктар янаға н кимәлдән бик - бик түбән. Мейеләрен юғалтып, дозаны арттырыуҙан үлгән егет һәм ҡыҙҙарҙан айырмалы рәүештә, беҙ иҫән - һау, тормошто яратабыҙ һәм быға тәбиғәттең үҙенән өйрәнәбеҙ. Бынан тыш спелеология - үҙеңде аңларға, йыйылған проблемаларыңды хәл итергә мөмкинселек бирә. Эш түбәндә: тәбиғәт менән күҙгә - күҙ ҡалғанда барыһы ла үҙ урынына баҫа , һәм өйөңә ҡайтҡанда инде күп нимәгә һин икенсе күҙҙәр менән бағаһың. Әлегә мин үҙемде ысын спелеолог тип атай алмайым, әммә минең үҙем менән ғорурланыр өсөн етди сәбәп бар, һәм был бик тә шәп!

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал