6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Бурысҡа йәшәү еңелме
15.07.05


       Минең күршеләремдең фатиры тулыһынса йыһазландырылған - өр - яңы һыуытҡыс, иҫ киткес шәп йорт кинотетары, шым ғына эшләүсе кер йыуыу машинаһы, һәр береһенең, хатта ҡолаҡҡа
       ҡатыраҡ оләсәйҙәренең дә кеҫә телефоны бар. Тик улар бына инде нисәнсе ай картуф һәм сәй менән генә туҡлана, өҫтәүенә даими рәүештә минән бурысҡа аҡса һорайҙар. Ғаилә
       ағзаларының барлыҡ эш хаҡы кредит буйынса проценттарҙы ҡаплауға китә.
       Рәсәйҙә ҡулланыусыларҙың кредитҡа тауар алыу "сире" баш
       күтәрә. Банкылар сауҙа селтәрҙәре менән бер рәттән һатып алыусыларҙы йәлеп итеү өсөн барыһын да эшләй. Көндәрҙән бер көндө быға тиклем кәрәге теймәгән әйберһеҙ йәшәй алмағаныбыҙ асыҡлана, сөнки уны бер тин дә түләмәйенсә алып ҡайтып китергә мөмкин. Беренсе булып банкылар иҫенә килә - кредит алыу эпидемияһы тиҙҙән һатып алыусыларҙың кредиторҙарға бурысы үҙҙәре түләй алғандан артыуы ихтимал. Һыуға инеү ни тиклем ябайыраҡ булған һайын, быны эшләргә теләүселәр һаны ла арта бара. Тарихҡа күҙ һалһаҡ, заманса караптарҙа килгән экспансионерҙар урындағы халыҡҡа туйғансы
       "утлы һыу" эсереп, тиҙҙән алкоголгә иммунитеты булмаған аборигендарҙың эскесегә әйләнеүе һәм уларҙың бар мөлкәте ситтән килеүселәрҙең ҡулына эләгеүе мәғлүм. Төптән уйлап кредит алыу тәжрибәһе булмаған Рәсәйҙә наркотик менән сағыштырырға мөмкин булған бындай ғәҙәт халыҡты һаман да күберәк кредит алырға мәжбүр итә.
       Июнь айында ROMIR Monitoring тикшереү холдингы үткәргән
       һорау алыу барышында респонденттарға ҡулланыусыларҙың кредит алыуына ҡағылышлы бер нисә һорау бирелә. Яуаптар һуңғы йылда һәр дүртенсе рәсәйленең оҙайлы файҙаланыуға көнкүреш тауарҙары, видеотехника, кеҫә телефондары,
       компьютерҙар, мебель һәм автомобиль алыу өсөн кредит менән
       файҙаланыуын асыҡлай. Уларҙың тик биштән бер өлөшө генә тауар һатып алғанда кредит ойошмаларға мөрәжәғәт итмәй. Рәсәйлеләрҙең 56 проценты йыл дауамында бөтөнләй оҙайлы файҙаланыу тауарҙары һатып алмағанына иғтибар бирмәгәндә,
       барыһы ла яҡшы кеүек. Ауыл халҡының өстән ике өлөшө, биш пенсионерҙың дүртәүһе һәм килем кимәле аҙ булған граждандарҙың 64 проценты ошо турала белдерҙе.
       Ватандаштарыбыҙ башлыса кредитҡа көнкүреш техникаһы һатып ала. Бурысҡа күсемһеҙ милек алыусылар һаны ун тапҡыр кәмерәк. Ҙур суммалар әлегә реаль психоогик барьер булып ҡал а, әммә күршеләремдең өлгөһө халыҡтың башҡа өлөшөнә лә йоғоуы мөмкин. Өҫтәүенә, тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, кредит менән әүҙем ҡулланыусылар иҫәбенә башлыса 18 - 24 йәшлектәр
       инә. Улар эш хаҡы ала башлап, ғаилә төҙөгәс, кредитҡа кәрәк ле көнкүреш техникаһы, мебель, ремонт өсөн төҙөлөш материалдары ала. Ҡыйбатлы моделле кеҫә телефондарынан да ба ш тарта алмайҙар, был йәһәттән улар башҡа рәсәйлеләрҙе
       байтаҡҡа артта ҡалдыра.
       Тауарҙы кредитҡа еңел генә алып булыу мөмкинлеге һатып алыусыларҙы "бының етди булыуы тураһында" уйланырға мәжбүр и тмәй. Тыштан ҡарағанда хатта мауыҡтырғыс уйынға ла оҡшап китә ул, йәнәһе, түләй алмаһам ни, үлтермәҫтәр әле, моғайын. Шуға күрә бының эҙемтәләре тураһында бөгөн банкылар үҙәре уйлана башланы. Улар ышанысһыҙ клиенттар тураһында мәғлүмәт менән алмашыуға килешеү төҙөй, кредитҡа алыусы өсөн яңы критерийҙар булдыра, оятһыҙ рәүештә түләмәүселәр менән һаҡ ҡына булһа ла судлаша башлай. Тик шулай ҙа тиҙ арала ҡабарға н кредит портфеленән баш тарта алмай. Ә минең күршеләрем кисә аш - һыу бүлмәһе гарнитуры тураһында яңы реклама күреп ҡайтҡан. Кредитҡа, әлбиттә. Бөгөн "бишенә" тиклем бурысҡа һорап инәсәктәр.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал