6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Реформалар

Третей суды тураһында тағы бер тапҡыр...
21.10.03


       Беҙҙең гәзитебеҙҙә сыҡҡан Третей суды тураһындағы матери алуҡыусыларыбыҙ араһында оло резонас тыуҙырҙы. Редакцияға б айтаҡ виртуаль хаттар килде, әммә уларҙың һәр береһенә яуап биреү мөмкин түгел. Шуға күрә беҙ БР Сауҙа -сәнәғәт палатаһы
       рәйесе Борис Бондаренкоға мөрәжәғәт иттек.
       - Борис Андреевич, һеҙҙең менән әңгәмә эре предприятиелар
       етәкселәренән тыш, эшҡыуарҙарҙа ла ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Б ында аптырарлыҡ бер нәмә лә юҡ. Йыл тамаланып килә, тимәк, а ртабанғы хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәрҙе оҙайтыу талап и телә. Иҡтисади бәхәстәр һәм килеш алмауҙар менән бер кемде л ә аптыратып булмай - улар хужалыҡ итеүсе обьекттың көндәлек
       тормошо тиһәң дә була. Әлбитә, эште судҡа тиклем еткереү хә йерлерәк. Әммә ҡайһы ваҡыт судһыҙ мәсьәләне хәл итеп булма й. Шғакүрә ни өсөн дәүләт арбитраж судына мөрәжәғәт иткәнсе,
       Третейсудына барыу яҡшыраҡ
       - Беренсенән, третей судтары иҡтисади конфликттарҙы кө йләүгә яраҡлаштыралған система. Планлы иҡтисад атмосфераһынд а ул нығынып ҡына китә алманы. Әммә сит илдәрҙә генә түгел, Рәсәйҙә лә ул бәхәстәрҙе бик оператив сисеү органы булып ҡ ала бирә. Ә эшлекле даирә вәкилдәре ваҡыт тигән төшөнсәгә их тирамменән ҡарай.
       - Сауҙа - сәнәғәт палатаһы дәғүә әҙерләүҙә һәм эште ал ып барыуҙа ярҙам күрһәтә аламы
       - Третей суды - бер кемгә лә буйһонмаған орган. Ул тик
       ике яҡтың иҫбатлауын ғына баһалай. Әммә Палатаның Арбитраж
       - хоҡуҡи идаралығында тәжрибәле юристарҙан торған юридик
       бүлекойошторолдо. Килешеү төҙөлгән осраҡта хатта үҙ-ара бә хәсләшеүсе яҡтар ҙа тейешле ярҙам ала ала.Ә бына дәүләт ар битраж судында был бөтөнләй мөмкин түгел.
       - Ә бына бәхәс яҙмышы кем ҡулында һуң Улар тураһында е нтекләберәк һөйләһәгеҙ ине.
       - Беҙҙең Палатаның третей суды корпусы юғары квалифика циялы, эш тәжрибәһе ун йылдан да кәм булмаған 15 - 20 юрист ан тора. Үҙенең артабанғы иҡтисади тормошон билдәле бер бе лгес ҡулына тапшырыр алдынан бәхәсләшеүсе яяҡ уның тураһында
       йөкмәткеле мәғлүмәткә дәғүә итә ала. Һәр яҡ үҙенә оҡшаған судьяны һайлай ала. Ә инде ҡарар тағы ла дөрөҫөрәк булыуын теләгәняҡ суд составына нейтраль судья индерә ала.
       - Ә бына третей судына мөрәжәғәт итеү өсөн Сауҙа - сәнә ғәт палатаһы ағзаһы булыу мотлаҡмы
       - Юҡ, әлбиттә. Әммә ул икенсе сәбәптәр буйынса файҙалы . Беҙҙә иҫәптә торған предприятиеларға беҙ килешеүҙәрҙе дөр өҫ төҙөргә өйрәтәбеҙ, иҡтисади партнерҙар тураһында мәғлүмәт
       менән тәьмин итәбеҙ һәм башҡа күп төрлө файҙалы мәғлүмәт ме нән таныштырабыҙ.

21.10.2003
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал