6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Ҡала советы уйын автоматтарына ҡарата талаптарҙы арттыра
15.07.05


       Өфө ҡалаһының 24 - се саҡырылыш Советы ошо көндәрҙә "үҙ
       хаталарын төҙәтте". Ун бишенсе сессияла депутаттар аҙ тәьми н ителеүсе өфөлөләргә һалымдарҙы бер аҙ "йомшартты" һәм уйын а втоматы эйәләренең теҙгендәрен тарта бирҙе.
       Сессияның оҙаҡ дауам итмәүен депутаттар комиссияларҙа килешеп эшләү менән аңлата - барлыҡ ҡаршы килеүҙәр уларҙың ултырыштарында тикшерелә. Шуға күрә пленар ултырыш ваҡытында тауыш биреү "бер тауыштан" үтә - хатта "тауыш бирмәне" графаһы ла ғәҙәттә етемһерәп буш ҡала. Был юлы депутаттар үҙҙәренең 2005 йылда Өфөлә ергә түләү индереү тәртибен регламентлаған ҡарарын төҙәтте. Һалым түләү ҡағыҙҙарында артҡан һандарға ҡарап ғәжәпкә ҡалған һайлаусыларҙы тыңлап, халыҡ һайланыусылары баҡса майҙандары һаҙлыҡ йәки һыу баҫҡан ерҙәрҙә, шулай уҡ сәнәғәт
       зонаһында урынлашҡан аҙ тәьмин ителгән граждандарҙың ҡайһы бер категорияларына ергә һалым буйынса 50 процент льготаны кире ҡайтарҙы. Шул уҡ ваҡытта кооператив гараждар өсөн биләмәләргә торлаҡ йорттар төҙөү өсөн ер ставкаһы буйынса һалым һалынасағы билдәләнде.
       Өфө депутаттары баш ҡалала уйын автоматтары залдарының урынлашыу тәртибе тураһындағы положениеға төҙәтмә индерҙе. Д епутаттар әйтеүенсә, үткән йыл эсендә положение йәһәтенән уйын бизнесын ойоштороусылар күп тапҡыр дәғүә белдергән. Әммә парламентарийҙар үҙ ҡарарының дөрөҫлөгөнә шикләнмәй һәм
       артабан да ошо юлдан барырға ниәтләй. Яңы төҙәтмәләр федераль һәм республика закондары менән килешелә, уйын залдарын теркәү һәм зал эсендәге бүленеш схемаһы тәртибен
       асыҡлай төшә. Әгәр быға тиклем талаптарҙың береһе уйын автоматтары залы өсөн майҙан биш йөҙ квадрат метрҙан да кәм булырға тейеш түгел тип белдерһә, хәҙер быға айырым уйын автоматы биләгән урын 4,5 квадрат метрҙан, айырым осраҡтарҙа
       - 6,5 "квадраттан" да кәм булырға тейеш түгел тигән талап ө ҫтәлә.
       "Дим районы" муниципаль берәмегенең хакимиәт башлығы Зөфәр Хәкимов ҡыҙыҡлы тәҡдим менән сығыш яһаны, ул һатып
       алғандан һуң торлаҡ булмаған фондҡа күсерелгән элекке торла ҡ йорт фатирында уйын автоматтары залының урынлаша алыу - алмауын билдәләргә тәҡдим итте. Район башлығы үҙе быны
       мөмкин түгел, тип һанай. Депуттар был һорау өҫтөндә уйлап ҡарарға вәғәҙә бирҙе. Әйткәндәй, 2004 йылда ҡала советы тарафынан бөгөнгө "уйын автоматтары" Положениеһы ҡабул
       ителеү менән нәҡ Дим районында ике айҙан уҡ депутаттар ҡарары тулы күләмендә үтәлде.
       Депутаттар ҡаланың "2002 - 2010 йылдарға йәш өфөлөләргә торлаҡ" маҡсатлы программаһының тормошҡа ашырылыу барышын тикшерҙе һәм йәш ғаиләләрҙең кредитҡа торлаҡ алыуын ҡала бюджетынан финанслауҙы йылына 100 миллион
       һумға тиклем арттырыуға тауыш бирҙе. Баш ҡала
       парламентарийҙары программаның кәрәкле һәм сифатлы булыуын таный - Өфөлә бөгөн был ипотека проектында ҡатнашырға теләүсе йәш ғаиләләр сираты өс меңдән ашыу
       кешенән тора һәм аҙна һайын 40 - 50 кешегә арта, ә кредит алыуға дәүләт аҡсаһы етмәүе билдәле.
       Ҡала советы депутаттары транспорт проблемаһына ла әйләнеп
       ҡайтты. Башлыса алғанда, улар был сессияла баш ҡалала пассажирҙар ташыу хоҡуғына конкурста ҡатнашыуға
       "частниктарҙы" үткәрмәҫкә ҡарар итте, әлеге ваҡытҡа уларҙың әйтелгән эшмәкәрлеккә төп лицензияһы ғәмәлгә тап килмәй тип һанала.
       Өфө ҡала Советы сессияһының асыҡланмаған үҙенсәлеге
       булып республика баш ҡалаһының ике вәкиллек органының параллель йәшәүе торҙо. 26 июндә үткән һайлауҙарҙа өфөлөләр "Өфө ҡалаһы" муниципаль берәмеге Советы өсөн тауыш биргәйне - 35 депутат 2006 йылдың 1 ғинуарынан үҙҙәренең
       законлы хоҡуғына эйә булырға тейеш. Әммә ҡала советының
       бөгөнгө составынан яңыһына 14 депутат һайланды, тик "хоҡуҡтарҙы икеләтә башҡарыу" коллизияһы нисек итеп хәл ителеүен хатта Өфө ҡала Советы рәйесе Мәхмүт Ҡасимов та аңлата алманы: "Беҙҙең ҡала советы хоҡуҡтары 1 ғинуарға
       тиклем ғәмәлгә ярашлы, әммә Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттары 131 - се закондың үҙ көсөнә инеүен кисектерергә тәҡдим итә, тимәк бөгөнгө ҡала советының һәм, ярашлы рәүештә , муниципаль берәмектең яңы Советы һәм уның депутаттарының я ҙмышы билдәһеҙ". Ҡаланың һайлау комиссияһы ағзаһы Александр Сидякин хәбәр итеүенсә, әлегә яңы депутаттарҙың ҡасан ойоштороу сессияһына йыйылыры билдәһеҙ, ул ғына ла түгел - Өфөлә һәм республикала урындағы үҙидара тураһындағы федераль закон положениеларының нисек хәл ителәсәге хаҡында ҡарарҙы республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары көҙгө сессияла ҡабул итәсәк. Тимәк, Өфөнөң яңы парламентарийҙарын беҙгә, мәҡәлдәге себештәр кеүек, көҙөн һанарға тура киләсәк.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал