6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Державиндың автографы быуат ярым ваҡыт үткәндән һуң табыла
15.07.05


       1966 йылда Н. К. Крупская исемендәге ( бөгөн Зәки Вәл иди исемен йөрөтә) республика китапханаһында "рус шағирҙарын ың атаһы" Гаврила Романович Державиндың ( 1743 йылдың 14 июлендә тыуған) автографы табыла.
       Ул рус әҙәби тәнҡитсеһе, Благовещен заводы хужаһы Дмитрий Васильевич Дашковтың "Тәнҡиткә яуап биреүҙең иң еңел алымы т ураһында" китабына яҙылған.
       Быуат ярым ваҡыт үткәндән һуң килеп сыҡҡан был табыш
       хаҡында билдәле крайҙы өйрәнеүсе Николай Николаевич Барсов түбәндәгеләрҙе бәйән итә.
       Башта китаптың авторы Д. В. Дашков тураһында бер нисә һү ҙ.
       1820 йылдың 21 авгусында Кишиневта булған ваҡытында Пушкин дипломат Тургеневҡа: "Чу мине хәтерләһә, уға минән сәләм...", - тип яҙа.
       "Чу" - ул Карамзиндың рус теле реформаһы яҡлылар йәмғиәте "Арзамасҡа" нигеҙ һалыусы Дмитрий Дашковтың шаян ҡушаматы.
       Карамзинсы һәм шишковсыларҙың үҙ - ара бәхәс алып барыуын беләбеҙ. Һәм бер ваҡыт Дашков ул йылдарҙағы иң күренекле шағирҙарҙың береһе булған Державинға үҙенең "Тәнҡиткә яуап биреүҙең иң еңел алымы тураһында" тигән китабын ебәреп, карамзинсылар һәм шишковсыларҙың бәхәсе хаҡында уның фекерен белергә була.
       1966 йылдың декабрендә Өфөнөң китап һөйөүселәре И. М. Карамзиндың тыуыуына 200 йыл тулыуын билдәләргә әҙерләнә һәм ул дәүерҙә сығарылған китаптарҙан торған күргәҙмә ойоштора. Унда Д. В. Дашковтың китабын да ҡуйырға булалар һәм уның алғы битендә яҙылған автографты уҡыйҙар:
       " Ғәли йәнәптәре Гаврил Романовичҡа юғары ихтирам һәм тоғ ролоҡ тойғоһо менән авторҙан".
       Артабан китаптың артҡы форзацындағы өс битендә рецензия, дөрөҫөрәге, "Арзамас" менән "Беседа" араһындағы бәхәскә Державиндың ниндәй ҡарашта булыуы тураһында яҙылған.
       "Был китапты яҙыусының зирәклеген, күпте белгәнлеген маҡт ай алмайым. әммә ул аҡыл эйәһе Сирахтың "осҡонға өрһәң - яны п китер, төкөрһәң - һүнер" тигән һүҙҙәренә ҡолаҡ һалһа, үҙенә лә, уның яҙғандарын уҡыусыларға ла яҡшыраҡ булыр ине. Бер - берең менән талаш - бәхәс нимәгә алып килә Телдең төҙәлеүен әме Киреһенсә. Бындай юлдан тайпылырға, баҫалҡыраҡ, дөрөҫөрәк һәм таҙараҡ яҙырға тырыш, телде камиллаштырыу һәм замандаштарың һәм киләсәк быуындың маҡтауын ишетеү юлы ошо".
       Тимәк, китаптың Өфөләге данаһын автор Г. Р. Державинға ебәрә, уныһы үҙ яҙыуҙарын өҫтәп, китапты хужаһына кире ҡайтара.
       Рецензиянан күренеүенсә, Гаврила Романович Державин ул саҡта бәхәсләшеүсе яҡтарҙың береһен дә яҡламай. Әммә уның кәңәше ("таҙараҡ яҙыу") шишковсыларға ҡаршы йүнәлтелһә лә, көнүҙәк була.
       Г. Р. Державинды Урал, Өфө губернаһы менән бәйләүсе тағы бер еп бар. Ул "Руда ҡаҙыусылар" операһына либретто яҙа. Унд а хәл Урал тауҙарында, Пермдә бара.
       Державин Уралда булмаған. Әммә, сенатор булараҡ, Пожевскийҙар, Сысерть заводтарының эштәре менән шөғөлләнә һә м либретто яҙғанда был өлкәләге белемен файҙаланыуы
       ихтимал.
       "Ырымбур архив комиссияһы хеҙмәттәрен" өйрәнгәндә, яҙыусы
       Михаил Чванов Державиндың Башҡортостанда ( бөгөнгө Бөрйән р айоны территорияһы) Вознесенск баҡыр иретеү заводы тураһындағы "Йәшерен советник һәм кавалер" тип исемләнгән
       баҫылмаған материалдарына тап була. Унда автор заводтың ябылыуына ҡаршы төшөүен белдерә.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал