6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

"Ҡыҙыл йондоҙ" яңынан ҡабына
14.07.05


       Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың тыуыуына 12 5 йыл тулыуын байрам итергә лә күп ҡалманы. Был дата республикала 17 сентябрҙә, башҡорт халҡының данлыҡлы улының тыуған төйәге - Ғафури районында һәм, әлбиттә, Өфөлә билдәләнәсәк. Был турала юбилейҙы үткәреү буйынса ойоштороу комитеты ултырышында БР Хөкүмәте Премьер - министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев хәбәр итте. Ултырышта ҡатнашыусыларға ул шулай уҡ БР Президентының Указына ярашлы шағирҙың юбилейына әҙерлек буйы нса саралар планы ҡабул ителеүе тураһында ла әйтеп үтте.
       - Программа буйынса, башлыса, Еҙем - Ҡаран - Ҡыҙыл Еҙем һәм Ҡыҙыл Еҙем - Ибраһим автомобиль юлдары төҙөү, Өфөлә һәм Ғафури районында Мәжит Ғафури музейҙарын сафҡа индереү тора, - тип билдәләне Илдус Ғөбәйҙулла улы.
       Ғафури районының хакимиәт башлығы Әхәт Шаһиевтың әйтеүенсә, шағирҙың тыуған яғында етди әҙерлек бара, был аңлашыла ла, район тормошонда бындай ҙур байрамдар йыш булып тормай. Әйткәндәй, ғафуриҙар әҙерлекте үткән йыл уҡ башлаған икән. Төп иғтибар ауылды төҙөкләндереүгә бүленә, сөнки нәҡ ошонда ҡунаҡтарҙы ҡабул итеү тантанаһы уҙасаҡ. Әлегә байрамға Мәскәү һәм Татарстандан ҡунаҡтар киләсәге билдәле.
       Бөгөнгө көнгә башҡарылған эштәрҙән Еҙем - Ҡаранда шишмә уратып алыныуы, паркка илткән юл төҙөкләндерелеүе, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булыусыларға һәйкәл ҡуйылыуын әйтергә була. Еҙем - Ҡаран урта мәктәбен, мәҙәниәт йортон, музейҙы капиталь ремонтлау аҙағына яҡынлаша.
       БР төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министрының беренсе
       урынбаҫары Ринат Сәғитов был айҙа Еҙем - Ҡаран - Ҡыҙыл Еҙем
       юлын төҙөкләндереү тамамланасаҡ, һәм шунда уҡ юл эшселәре Ҡ ыҙыл Еҙем - Ибраһим өлөшөнә күсәсәк тип белдерҙе.
       Тамашаларға килгәндә, тантана үткәреүгә республиканың иң һәләтле сценарий оҫталары йәлеп ителә. Мәжит Ғафуриҙың юбилейы хөрмәтенә Башҡорт дәүләт акакдемия драма театрында я ҙыусының билдәле пьесаһы буйынса "Ҡыҙыл йондоҙ" спектакле те ргеҙеләсәк. Уны ҡуйыу менән театрҙың йәш режиссеры Айрат Әбу шахманов шөғөлләнә.
       - Пьесаның идеологик йүнәлеше бөгөнгө көнгә тура килмәй, - тине ултырышта БР мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры урынбаҫары Зинфира Әбделмәнова, - әммә Мәжит Ғафуриҙың драматургия мираҫын беҙ иғтибарһыҙ ҡалдыра алмайбыҙ. Шуға
       күрә пьесаны бер аҙ үҙгәртергә тура киләсәк, был
       республиканың билдәле драматургы Наил Ғәйетбаевҡа
       йөкмәтелә.
       Айраттың коллегаһы Рөстәм Хәкимовҡа ла ял итергә ваҡыт юҡ . "Ҡыҙыл йондоҙ" һәм "Ҡара йөҙҙәр" пьесаларынан өҙөктәр буйынса ул юбилей тантанаһына театрлаштырылған тамаша әҙерләй.
       БР Финанстар министрлығына Мәжит Ғафуриҙың ике музейы һәм Еҙем - Ҡаран ҡасабаһындағы мәктәпте капиталь ремонтлауға
       етерлек средство бүлергә ҡушылды, уларҙа республиканың Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы экспозицияларҙы яңыртыу эшен алып барасаҡ.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал