6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ

А - 27 самолеты һәләкәтенең сәбәптәре асыҡлана
14.07.05


       Өфөлә бер моторлы А - 27 самолетының һәләкәткә осра у
       сәбәптәрен тикшереү дауам итә. Ҡала транспорт
       прокуратураһының өлкән тәфтишсеһе Денис Зиннәтуллин хәбәр и теүенсә, әлегә ике төр сәбәп тикшереү өҫтөндә: һауа карабының техник йәһәттән төҙөк булмауы һәм "кеше факторы".
       Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, унынсы июлдә урындағы ваҡыт буйынса 13 сәғәт 15 минутта Михайловка һәм Суровка ауылдары районында "Дельта - Авион" шәхси авиакомпанияһының ике урынлы "Ҡошсоҡ" ( "Птенец") самолеты һәләкәткә осраны. Авария ваҡытында кабинала Өфөлә йәшәүсе ләр - 60 йәшлек осоусы - инструктор һәм уның 35 йәшлек пассажиры була. Уларҙы ҡотҡарыу мөмкин булмай.
       Фажиғә тураһында "01" пультына урында йәшәүселәр шылтыратып хәбәр итә. Был хәлгә шаһит булыусыларҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, сәйер ҡырынайып осоусы самолет башта ауыл өҫтөнә төшә башлай, әммә һуңғы минуттарҙа осоусы боролоп өлгөрә, күрәһең, машина ергә ҡолай һәм уны ут ялмап ала. Ҡотҡарыусылар килеүенә самолет тулыһынса тип әйтерлек янып бөтә. Эксперттар иҫәпләүенсә, ирҙәр икеһе лә шунда уҡ йән бирә, уларҙың ҡотолоу мөмкинселеге булмай. Авиаһәләкәт буйынса енәйәт эше асылды.
       А - 27 самолеты уҡыу - күнекмәләр үткәреү, патруль һәм туристик осоуҙар өсөн тәғәйенләнгән. Иң ҙур тиҙлеге - сәғәте нә 170 саҡрым, бейеклеккә күтәрелеү мөмкинлеге - 4,5 мең мет р. Осоусы тәжрибәле була, әммә, өҫтә әйтелеүенсә, аварияның төп
       сәбәптәренең береһе "кеше факторы" ла булырға мөмкин тип ҡарала:
       - Осоусының хата ебәреүе, йәки осош ваҡытында хәле насарайыуы ихтимал, бәлки ул рулде пассажирына биргәндер, - ти Денис Зиннәтуллин.
       Транспорт прокуратураһында әйтеүҙәренсә, яҡын арала ошондай уҡ самолеттар етештереүсе фирма вәкилдәре һәм Волга буйы ведомство - ара территориаль һауа транспорты идаралығы хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында экспертиза үткәреләсәк. Тик уның һөҙөмтәләре генә самолеттың һәләкәткә осрау сәбәптәрен аңлатыуы мөмкин.
       Әйткәндәй, Башҡортостанда үткән йәй ҙә ошондай уҡ фажиғә булғайны. 2004 йылдың 29 июлендә Нөгөш һыу һаҡлағысына
       (Мәләүез районы) еңел моторлы "Корвет" самолеты ҡоланы. Ул
       да осоусы һәм пассажирҙың һәләк булыуына килтерҙе.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал