6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

Василий Ильиндың һүрәттәре - ихлас күңелдән бирелгән бүләк
14.07.05


       Һүрәттәрен сағыу төҫтәргә биҙәүсе, кем әйтмешләй, "а уыл рәссамдары", бәхеткә ҡаршы, беҙҙең арала әле лә йәшәй, уларҙың хәйләһеҙ һәм ысын күңелдән изгелек һәм матурлыҡҡа ышаныусы сәнғәте атҡаҙанған, танылған оҫталарҙы ла таң
       ҡалдыра. Республика халыҡ ижады үҙәгенең "Урал" галереяһына
       ҡуйылған 28 картина бына шундай "үҙаллы" рәссамдың эштәре. Әйтелгән күргәҙмә ауыл оҫтаһының тәүге шәхси экспозицияһы.
       Туймазы районының Никитинка ауылында йәшәүсе үҙешмәкәр рә ссам Василий Ильин тәүге 50 йыл ҡулына буяу алмаған, артабан, "Хоҙай ҡушыуы буйынса", ул үҙендә яңы талант аса һ әм шул ваҡыттан алып ( 1973 йыл) сағыу төҫлө буяуҙарҙан айырылмай. Хәйер, элегерәк уның ваҡыты ла булмай - Бөйөк
       Ватан һуғышы күп көс һәм мөмкинселектәрҙән мәхрүм итә. Уның
       иҫтәлеге булып ветерандың күкрәгендә орден һәм миҙалдар
       сыңлай.
       Тәбиғәттән һиҙгер шиғри йөрәкле Василий Ильин бала сағына н алып бөгөнгө картиналары кеүек үк асыҡ һәм ихлас шиғырҙар
       яҙа. Төрлө йылдарҙа ул үҙе дүрт шиғри йыйынтығын баҫтырып
       сығара. Ә бөгөн шиғырҙар яҙыуҙы һүрәт төшөрөүҙән айырып ҡарамай ул, Ильин үҙенең бик һирәк эштәрен шиғри юлдар менән тулыландырмайынса ҡалдыра. Был шиғырҙар картинаның асылын һәм авторҙың уға булған ҡарашын асыҡ күрһәтә.
       - Ильин - ғәжәйеп рәссам, миңә ул бик оҡшай. Үҙенең эштәр е менән ул гүзәллекте - тәбиғәт, Рәсәй, мөнәсәбәттәр матурлығы н данлай. Беҙҙең галереяла бик күп авторҙарҙың шәхси күргәҙм әләре булып уҙҙы, улар араһында тамашасыны "ҡурҡытып", уны киләсәктә хаталар эшләүҙән һаҡларға тырышыусылар ҙа булды. Ильин - бөтөнләй икенсе юҫыҡта эшләүсе рәссам, дини кеше. Ул
       матурлыҡҡа, камиллыҡҡа мөрәжәғәт итә, һүрәттәре аша уны тормошобоҙға кире ҡайтарырға саҡыра, - тип һөйләй галерея
       мөдире Кәримә Кайдалова. - Был бөгөн беҙгә етмәй. Әлбиттә, матурлыҡты ҡотҡарырға кәрәк. Оҫтаның барлыҡ эштәре лә ошо турала.
       Үҙенең районында Василий Ильин - билдәле шәхес. Уның йорт о - үҙе бер картиналар галереяһы. Заказ буйынса күп эшләй, сиркәү өсөн иконалар ҙа яҙа. Уның һүрәттәре - авторҙың ҡарашын уртаҡлашыусы тере йәндәр. Тик Ильиндың йортонда улар артыҡ күп йыйылмай, йыш ҡына Василий Акимович һүрәттәрен бүләккә өләшә. Бына күргәҙмәгә алып килгәндәре л ә "Урал" галереяһы фондын тулыландырасаҡ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал