6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

"Тур де Франс" ярыштарынан күңелһеҙ хәбәр килде
13.07.05


       "Тур де Франс" ярыштарынан күңелһеҙ хәбәр алынды: Өфөнөң "Ағиҙел" үҙәге тәрбиәләнеүсеһе тест күрһәткестәрендә
       гематокрит кимәле саманан тыш булыуы сәбәпле, ярыштан
       сығарыла. Әлегә велоуҙышсы "сәләмәтлеге буйынса проблемалар" тигән билдәләү аҫтында ярышта ҡатнашыуҙан ике а ҙнаға мәхрүм ителгән. Артабанғы тикшереүҙәр спортсының хаҡлы булмауын раҫлаған хәлдә, ул тыйылған прператтар ҡулланыуҙа ғәйепләнәсәк.
       "Lampre - Caffita" командаһы өсөн сығыш яһаусы Петров унынсы этап алдынан дөйөм классификацияла 45 - се урын биләп , үҙ коллективында иң яҡшыһы тип танылғайны. Әгәр һөҙөмтәлә
       Евгенийҙы допинг ҡулланыуҙа ғәйепләһәләр, был велоуҙышсы тарихҡа "Тур де Франс" велоуҙыштарында тыйылған препарат ҡулланыуҙа тотолған тәүге рәсәйле булараҡ инәсәк. Һәр хәлдә
       "мәжбүри каникулдарға" бәйле Петров "Большая петля"
       ярыштарынан сыҡты.
       "Ағиҙел" тәрбиәләнеүсеһе "Lampre - Caffita" командаһының тыйылған препараттар ҡулланыуҙа ғәйепләнгән икенсе уҙышсыһы.
       Үткән ай башында итальян Микеле Скотт Абуско ошо уҡ сәбәпле команда составынан сығарылғайны.
       "Маяҡ" радиостанцияһында Петров килеп сыҡҡан хәлгә аңлатма бирҙе. Евгенийҙың һүҙҙәре буйынса, уның анализында параметрҙарҙың береһе нормаға тап килмәй. Әммә"был бер ниндәй ҙә допинг түгел" ти ул. Спортсы әйтеүенсә, велоспортт а "популяр" булған ҡан допингын ҡулланыуҙы гемоглобин кимәле күрһәтә, ә уның был күрһәткесе нормала.

Адександр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал