6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ

Тәү күргән кеше алдында күңелегеҙҙе асып һалмағыҙ!
13.07.05


       Күсеп йөрөүсе ҡәбиләнең үткер ҡыҙы оятһыҙ рәүештә кешеләрҙең шәхси проблемаларында уйнап, уларҙан йөҙәр мең
       һум һәм долларҙар һура. Бөтә Урал буйлап йөрөп сыға ул. Быйылғы йылдың май айында Стәрлетамаҡ ҡала суды алдап аҡса а лыуҙа ғәйепләнгән ике кешегә хөкөм сығара. Уларҙың йәшерәге
       шартлы рәүештә яза алып ҡотола, ә бына 45 йәшлек Галина Балуеваға өс йыл да алты ай ултырырға тура килер ине. Әммә ваҡиғалар көтөлмәгән әйләнеш ала. Һәм быға сәбәп ҡатындың ғәйепле булмауында түгел.
       БР Эске эштәр министрлығы Төп тикшереү идаралығының был э ш менән шөғөлләнеүсе өлкән тәфтишсеһе Илдус Ғибаҙуллин беҙгә түбәндәгеләрҙе һөйләне: "Был ҡатындың 2001 йылдан алып
       бөтә Урал буйынса тип әйтерлек мутлашып, халыҡты алдап йөрөүе асыҡланды: уның фотоһын телевидение аша
       күрһәткәндән һуң Татарстан, Силәбе өлкәһе һәм башҡа төбәктәрҙән дә ошо турала хәбәрҙәр килде. Беҙҙә генә ул унда н артыҡ "эш" башҡарған. Ул ғына ла түгел, мут ҡатындың ысынбарлыҡта Галина Балуева булмауы иҫбатланды. Ульяновск ҡалаһында был паспорт уның ҡулына законһыҙ рәүештә килеп эләгә, һәм был фактҡа юридик баһалау бирелер, тип уйлайбыҙ".
       Әлеге ваҡытҡа 834 мең һумлыҡ зыян килтерелеүе буйынса тағы
       ике енәйәт эше ҡуҙғатылды.
       Ғөмүмән, "булдыҡлы" ҡатын тураһында тәүге хәбәрҙәр 2000 йылда Барнаулда (Алтай крайы) ишетелә башлай. Икенсе йылына Өфөлә ул коммерция банкы хеҙмәткәрен "тишек кәмәгә ултырта",
       уныһы мут ҡатынға үҙенең 100 мең һумынан тыш 500 мең һум ба нк аҡсаһын килтереп тоттора. Шул ваҡыттан алып хоҡуҡ һаҡлау органы хеҙмәткәрҙәре, ниһәйәт, фотороботҡа эйә була һәм
       алдаҡсыны эҙләү эшенә тотона. Сегән ҡатыны үҙенең эшен киң йәйелдерә: киләһе йыл уның эшмәкәрлеге арҡаһында Силәбелә шу лай уҡ коммерция банкы хеҙмәткәре зыян күрә - ул эш урынынан ялған "Галинаға" 700 мең һум алып килеп бирә. Стәрлетамаҡ суды мут ҡатынды өс эпизод буйынса хөкөм итә - дөйөм алғанда ул 70 мең һумлыҡ зыян килтерә. Хөкөм сығарыр алдынан БР Эске эштәр министрлығының Төп тикшереү идаралығына үҙен ҡыйырһытыусыны телевидение аша күреп таныған Өфөлә йәшәүсе ҡатындан уның сегән ҡатынына 290 мең һ умдан ашыу аҡса "бүләк итеүе", уның 65 меңе "Башкомснаббанктыҡы " булыуы тураһында ғаризаһы килеп төшә.
       Беҙҙең барыбыҙға ла аҡса һурыу хәйләләренең ни тиклем яба й икәнлеге күптән мәғлүм: йомортҡа һәм энә, юл сатына баҫып шартлы һүҙҙәр әйтеү, яулыҡты (шарф, билбау һ. б. ) "мөғжизәл е" итеп бәйләү, хәйер, уларҙың алдау алымдары аҙмы ни Быға тағын экстрасенсор һәләттәрен дә өҫтәһәң...Ҡорбандың шәхси проблемаһын асыҡлар өсөн алдаҡсы "күрәҙәселәр" нәҡ ошо ҡылда уйнаусан. Мәҫәлән, Силәбелә банкыла эшләүсе йәш ҡатын ире менән күптән бала теләйҙәр... Балуева уға "мөғжизә" вәғә ҙә итә, ярҙамсыһы иһә шундай уҡ бәләнән сегән ҡатыны ярҙамын да ҡотолоусы ролен үтәй.
       Сегәндәрҙең ҡорбандарын гипнозлау һәләте тураһында күп ишеткәнебеҙ бар. Был осраҡта ла суд - псхиатрия экспертизаһы
       гипноз файҙаланылыуын асыҡланы. Нимә эшләргә һуң Нимә булһын, таныш булмаған кешеләр менән һөйләшергә ашыҡмаҫҡа, т әүгә күргән кешегә күңелдәген асып һалмаҫҡа ғына кәрәк!

Евгения Тулина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал