6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Йөрәк - күл йөрәккә юл аса
13.07.05


       - Сәләм, ҡәҙерле Йөрәк - күл! Һинең күҙҙәреңә ҡараһам, ҡайғылар онотола, хәүефләнеүҙәр юҡҡа сыға. Һин мине тыңлайһың, аңлайһың, кәңәштәр бирәһең, тынысландыраһың... Күл - һинең йөрәгең, тауҙар - уның һаҡсыһы. Ә йөрәгең хис - тойғолары ихлас күңелдән булғандарға ғына асыла. - Өфө ҡалаһында йәшәүсе ун дүрт йәшлек Ая Ясинскаяның хаты
       планетабыҙҙа Йөрәк - күл исеме аҫтында урын алған ғәжәйеп урынға тәғәйенләнгән. Силәбе өлкәһендәге милли парк үҙенең исемен ошо уҡ исемде йөрөтөүсе күлдән алған. Тәбиғәт уны бишектә бәүеткәндәй, биш бейек тау араһындағы уйпатҡа ҡәҙерләп урынлаштырған, тауҙар уны һалҡын төнъяҡ елдәренән һаҡлай.
       Бында Аня WWF клубы дуҫтары менән бергә тәбиғәттең мөһабәтлелегенә, ҡояштай балҡыған ромашкаға, бәләкәй генә бөжәккә һәм хатта серәкәйгә ҡарап һоҡланырға, ҡоштар һайрауын тыңларға, үҙ булмышының тәбиғәт менән берлеген төшөнөргә һәм кеше - бар тереклектең һаҡсыһы ғына түгел,
       уның дуҫы ла булыуын аңларға тип килгән.
       Экология лагерендә һәр иртә орнитологик походтан башлана. Балалар ҡоштар, уларҙың йәшәү урындары менән таныша. Йөрәк -
       күлдең үҫемлек донъяһын өйрәнә. Паркта һирәк осрай торған, күпселеге Рәсәй һәм Башҡортостандың Ҡыҙыл китаптарына индерелгән үҫемлектәр етмештән ашыу. Улар бында берешәр генә һабаҡ булып үҫмәй, йәшел балаҫтай йәйелә.
       Күптән түгел балалар менән энтомологик күнекмәләр үткәрел ә башлаған, унда йәш экологтар бөжәктәр тормошон өйрәнә. Күнекмәләр бик ҡыҙыҡлы үтә, әйткәндәй, Йөрәк - күл менән осрашыуға килгәндәрҙең байтағы киләсәктә үҙ тормошон экологияға бәйләргә ниәтләй. WWF Урал проект офисы тарафынан ойошторолған был сара уларға буласаҡ һөнәрҙәрен һайлау һәм, Саткалағы ( Силәбе өлкәһе )"Йәшел планета" клуб ы етәксеһе Римма Ғилемова кеүек, "йәшелдәр" сафын арттырырға
       ярҙам итә. Ул бала сағынан алып әсәһе менән бергә ҡаланан алыҫта урынлашҡан баҡсаға йөрөүен хәтергә төшөрә.
       - Унда урман буйлап барырға кәрәк ине, ошо саҡтан урманға һөйөү уянды ла инде, хәҙер минең өсөн уның һәр мөйөшө ҡәҙерле.
       - Һеҙ нисек итеп WWF дуҫтары клубына килеп эләктегеҙ һә м "Йәшел планетала" нисә тәбиғәт һаҡсыһы бар
       - Барыһы ла балаларҙы мәктәптә экология йәһәтенән тәрбиәләүҙән башланды. Артабан беҙҙе Миәстә кедр аллеяһы
       ултыртыу сараһына саҡырҙылар, уны WWF Урал проект офисы ойошторҙо.
       Клубтың әүҙем ағзалары - 30 кеше. Йәштәре төрлө - 13 йәшт ән 30 йәшкә тиклем. Тииҙән уларға өсөнсө синыф уҡыусылары
       ҡушыласаҡ. Эш ағас ултыртыуҙан башланып китә, артабан
       уларҙың иң әүҙемдәре эколагерҙә булып WWF дуҫтары клубының башҡа ағзалары менән танышыу мөмкинселегенә эйә
       була.
       Бөгөн Йөрәк - күлдә Өфө, Сатка, Һамар, Ярославль ҡалаларынан килгән йәш экологтар осраша. Ярославлдән килгән Ольга Щербинина ( 17 йәш) WWF эшмәкәрлеге менән тәү башлап т анышҡан һәм, үҙе әйтеүенсә, бында уның көндәре бушҡа үтмәй.
       - Яр буйындағы сүп - сарҙы йыйҙыҡ, - тип билдәләне Ольга.
       - Ял итеүселәр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҙҙәренән һуң ҡағыҙ, шешә , башҡа сүп - сар ҡалдырыусан...
       - Һеҙҙә, Ярославлдә, WWF дуҫтары клубы бармы
       - Тәбиғәтте һаҡлаусы айырым кешеләр бар, әммә беҙ - WWF
       идеяларын пропагандалаусы, панда төшөрөлгән һары футболкаларҙа ҡайтыусы тәүгеләрҙән булырбыҙ тип уйлайым.
       - Эколагерҙә булыу ваҡытында һин нимәгә өйрәндең
       - Мин ҡоштар моңон тыңларға һәм уларҙы айырырға өйрәндем.
       Клара Йәмлеханова ( 13 йәш) эколагерҙә икенсе тапҡыр: үткән йыл ул Башҡортостан ҡурсаулығында булған.
       - Мин үҙебеҙҙең тыуған яҡ тәбиғәте тураһында бик күп нимә белдем. Милли паркта миңә барыһы ла оҡшаны. Беҙ йәшәгән палаткалар ҙа, ҡунаҡ йортонда камин алдында кис ултырыуҙар ҙ а. Йөрәк - күл түбәһенә менеү айырыуса бай тәьҫораттар ҡалдырҙы. Алдымда шундай гүзәллек асылды!

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал